Эстәлеккә күсергә

Сәйфуллин Мәғәфүр Сәйфулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәйфуллин Мәғәфүр Сәйфулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1917
Тыуған урыны Белорет
Башҡорт АССР-ы, РСФСР
Вафат булған көнө 22 август 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Вафат булған урыны Курск өлкәһе, РСФСР, СССР
Лобановка[d], Тербун ауыл Советы[d], Тербун районы, Липецк өлкәһе
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d] һәм рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Сәйфуллин Мәғәфүр Сәйфулла улы (1917 йыл — 22 август 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец, рядовой.

Сәйфуллин Мәғәфүр Сәйфулла улы 1917 йылда хәҙерге Башҡортостандың Белорет ҡалаһында тыуа. 1940 йылдың 10 июлендә Белорет район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 112-се кавалерия дивизияһы 294‑се кавалерия полкының 4-се ҡылыссылар эскадронында кавалерист булып хеҙмәт итә. Яуҙа һәләк була, Курск өлкәһенең Лобановка ауылында ерләнә (хәҙер Липецк өлкәһе, РФ)[1]

1942 йылдың 28 июненән алып 14 июленә тиклем барған алыштарҙа Сәйфуллин батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Үҙенең шәхси ҡоралы менән егермегә яҡын дошман һалдатын юҡ итә. Бының өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2].