Эстәлеккә күсергә

Сәйетғәлиев Зифҡәт Ислам улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәйетғәлиев Зифҡәт Ислам улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 18 март 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (77 йәш)
Тыуған урыны Абдулла, Иғмәт ауыл Советы (Илеш районы), Илеш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Илеш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим, сәйәсмән, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты
Эшмәкәрлек төрө агроном[d] һәм иҡтисадсы[d]
Биләгән вазифаһы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d]
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Ғилми дәрәжә иҡтисад фәндәре докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы һәм Аграрная партия России[d]
Ойошма ағзаһы Государственная дума Федерального собрания Российской Федерации II созыва[d], Государственная дума Федерального собрания Российской Федерации I созыва[d] һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Сәйетғәлиев Зифҡәт Ислам улы Викимилектә

Сәйетғәлиев Зифҡәт Ислам улы (18 март 1947 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, сәйәсмән һәм дәүләт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ы КПСС-тың Әлшәй район комитетының беренсе секретары, малсылыҡтың һәм мал аҙығы етештереүҙең Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты директоры, Башҡорт АССР-ы Юғары советы депутаты, РФ Федераль йыйылыш Дәүләт думаһының беренсе (1993—1995)[1] һәм икенсе саҡырылыш (1995—1999)[2] депутаты, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай — Башҡортостан Республикаһы депутаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, иҡтисад фәндәре докторы.

Зифҡәт Ислам улы Сәйетғәлиев 1947 йылдың 18 мартында Башҡорт АССР-ының Илеш районының Абдулла ауылында тыуған.

1965—1966 йылдарҙа шул уҡ райондың Үрге Маншыр урта, Бишҡурай һәм Исәмәт һигеҙ йыллыҡ мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй[3]. География, математика, производство нигеҙҙәре уҡыта. 1972 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтында «агроном-иҡтисадсы» һөнәре буйынса юғары белем ала, унда 1972 йылдан 1975 йылға тиклем өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1978 йылда Мәскәүҙә Кибернетиканың Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү институтында аспиран��ура тамамлай һәм «иҡтисад фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай[4].

1978—1979 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтында кафедра ассистенты булып эшләй. 1979 йылда Башҡорт АССР-ы Илеш районының Ульянов исемендәге колхозында рәйес булып эшләй. 1980—1982 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында ойоштороу-партия эше бүлегенең инструкторы, 1982 йылдан 1988 йылға тиклем — КПСС-тың Әлшәй район комитетының беренсе секретары. 1988 йылдан 1993 йылға тиклем малсылыҡтың һәм мал аҙығы етештереүҙең Башҡортостан ғилми-тикшеренеү проект-технология институты директоры. Рәсәй Аграр партияһы ағзаһы, Башҡортостан Республика бүлексәһе президиумы ағзаһы[5]. 1985 йылдан 1993 йылға тиклем Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты була[6].

1993 йылда Туймазы бер мандатлы 7-се һайлау округынан Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы Федераль Йыйылышының беренсе саҡырылыш депутаты итеп һайлана (Башҡортостан Республикаһы)[7]. Дәүләт думаһында урындағы үҙидара мәсьәләләре буйынса Комитеты рәйесе урынбаҫары, «Рәсәй» депутат төркөмөнә инә[8].

1995 йылда Туймазы бер мандатлы 7-се һайлау округынан Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышының дәүләт думаһына икенсе саҡырылыш депутаты итеп һайлана (Башҡортостан Республикаһы)[9]. Дәүләт думаһында бюджет, һалым, финанс һәм банк буйынса комитет ағзаһы була[10].

2000 йылдан 2003 йылға тиклем Дәүләт унитар «Башптицепром» предприятиеһының генераль директоры булып эшләй. 2003 йылда Рәсәй аграр партияһының Башҡортостан Республикаһы бүлексәһен етәкләй. 2003 йылда Депутат Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтай — Башҡортостан Республикаһы өсөнсө саҡырылыш депутаты итеп һайлана[11], аграр мәсьәләләр, тәбиғи ресурстар, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса Комитет рәйесе була.

Фәнни тикшеренеүҙәре Башҡортостан аҙыҡ‑түлек баҙарын формалаштырыуҙың иҡтисади проблемаларына арналған. Сәйетғәлиев етәкселегендә республика лимузин тоҡомло һыйыр малын үҫтереү һәм ҡаҙҙарҙы сәнәғәт үрсетеүе буйынса хужалыҡтар селтәре булдырылған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы[12]

  1. Состав Государственной Думы первого созыва. Государственная Дума.Дата обращения 17 мая 2020.
  2. Просмотр Состав Государственной Думы второго созыва. Государственная Дума. Дата обращения: 17 май 2020.
  3. bash.bashenc.ru/index.php/component/content/article/8-statya/11677-s-jet-liev-zif-t-islam-uly
  4. Саетгалиев, Зифкат Исламович - Внутриотраслевая специализация и концентрация скотоводства в районе на базе межхозяйственной кооперации [Текст] : (Вопр. методики с применением ЭММ) : Автореф. дис. на соиск. учен. степ. канд. экон. наук : (08.00.05) - Search RSL. Дата обращения: 27 июнь 2020.
  5. Lobbying.ru | Саетгалиев Зифкат Исламович. lobbying.ru. Дата обращения 27 июня 2020.
  6. Илишевский историко-краеведческий музей — Саетгалиев Зифкат Исламович. ilish-muzey.my1.ru. Дата обращения 27 июня 2020.
  7. Результаты выборов депутатов Государственной Думы Федерального Собрания Российской Федерации 12 декабря 1993 года по одномандатным избирательным округам. Дата обращения: 27 июнь 2020. 2021 йыл 24 октябрь архивланған.
  8. Саетгалиев Зифкат Исламович. Дата обращения: 27 июнь 2020. 2020 йыл 29 июнь архивланған.
  9. Просмотр Об установлении общих итогов выборов депутатов Государственной Думы Федерального Собрания Российской Федерации второго созыва, Постановление ЦИК России от 29 декабря 1995 года №64/553-II. docs.cntd.ru. Дата обращения: 27 июнь 2020.
  10. Саетгалиев Зифкат Исламович. www.gosduma.net. Дата обращения 27 июня 2020.
  11. ГАС ВЫБОРЫ "СВЕДЕНИЯ О КАНДИДАТАХ". Дата обращения: 27 июнь 2020. 2020 йыл 14 февраль архивланған.
  12. bash.bashenc.ru/index.php/component/content/article/8-statya/11677-s-jet-liev-zif-t-islam-uly