Стальная Анастасия Викторовна
Стальная Анастасия Викторовна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() |
Тыуған көнө | 6 ғинуар 1998 (27 йәш) |
Тыуған урыны |
Ростов өлкәһе, Рәсәй Рәсәй |
Стальная Анастасия Викторовна (6 ғинуар 1998 йыл, Ростов өлкәһенең Песчанокопская станцияһы) — Рәсәй волейболсыһы, һөжүм итеүсе. 2019 йылдың Йәйге универсиадаһы чемпионы. Волейбол буйынса спорт мастерлығына кандидат.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Анастасия Викторовна Стальная 1998 йылдың 6 ғинуарында Ростов өлкәһендә тыуған. Туғыҙ йәшендә волейбол менән шөғөлләнә башлай. Алты йыл дауамында Мәскәү ҡалаһының 65-се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе «Никала» күнекмәләр ала (2007—2013). 2013 йылда йәштәр йыйылма командаһында әүҙем уйнай. 2014, 2015, 2016 йылдарҙа төрлө йәш категориялары составында Европа чемпионы була[1].
Беренсе миҙгелде өлкәндәр командаһында урындағы Факел менән Яңы Уренгойҙа үткәрә. Һуңынан ике йыл Мәскәүҙең «Нур» клубында уйнай. 2016/2017 миҙгелендә Череповецк ҡалаһының «Северянка» клубы өсөн сығыш яһай[2], юғары А лигаһының алтынын яулай. 2018—2019 йылдарҙа миҙгелде Силәбенең «Динамо-Метар» составында үткәрә.
2019 йылда Калининград «Локомотивына» күсә[3].
Италияла йәйге Универсиада, 2019 йылда, Рәсәй милли йыйылма составында турнир еңеүсеһе була.
Ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыйылма командалар менән
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Европа чемпионы (үҫмерҙәр) 2014 йыл;
- 2015 йылда йәштәр араһында Европа чемпионы;
- 2016 йылда йәштәр араһында Европа чемпионы;
- 2019 йылда Йәйге универсиада чемпионы.
Клубтар менән
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- А юғары лигаһының Рәсәй чемпионаты алтыны
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Новости: Анастасия Стальная – в «Локомотиве» (рус.). ЖК «Локомотив - Калининградская область». Дата обращения: 19 март 2020.
- ↑ Стальная волейболистка усилила «Северянку» . 35media.ru. Дата обращения: 19 мар�� 2020.
- ↑ Игрок: Стальная Анастасия Викторовна Локомотив (рус.). ЖК «Локомотив - Калининградская область». Дата обращения: 19 март 2020.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Профиль 2020 йыл 19 март архивланған. на сайте ВФВ
- Профиль на сайте volleyservice.ru