Эстәлеккә күсергә

Нордовка

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Нордовка
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Мәләүез районы

Координаталар

53°14′29″ с. ш. 55°35′51″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 241 855 001

ОКТМО коды

80 641 455 101

ГКГН номеры

0524146

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Нордовка (Рәсәй)
Нордовка
Нордовка
Нордовка (Башҡортостан Республикаһы)
Нордовка

Нордовка (рус. Нордовка) — Башҡортостандың Мәләүез районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1000 кеше[1]. Почта индексы — 453882, ОКАТО коды — 80241855001.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 1000 478 522 47,8 52,2
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — урыҫтар (70 %)[2].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Мәләүез): 40 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ергән): 25 км

Нордовка ауылы 1886 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 10 йылдан һуң) барлыҡҡа килгән. Һигеҙ губернанан (тәү сиратта, Тамбовтан) 30-40 крәҫтиән ғаиләһе күскенселәр үҙ милкенә һатып алған Түбәнге Аллағыуат, Алаҡай, Ҡарайсы ауылдарының ерендә төпләнгән. 1896 йылда Нордовкала 1089 кеше йәшәгән 160 йорт хужалығы иҫәпләнгән. 24 йылдан һуң унда 1941 кеше йәшәгән. Йорттарҙың һаны 304-кә еткән.

Нордовка ауылында мәктәп эшләгән. 1897 йылда 96 белемле крәҫтиән теркәлгән. Сауҙа кибеттәре булған. 160 йорттоң 7-һе йылҡыһыҙ, 19 йортта 1-шәр йылҡы иҫәпләнгән. Бөтә кешегә 587 йылҡы, 699 һыйыр, 331 баш ваҡ мал тура килгән[3].

Исемдәре[4]:

  • Ашҡаҙар урамы (рус. улица Ашкадарская)
  • Гагарин урамы (рус. улица Гагарина)
  • Йылға аръяғы урамы (рус. улица Заречная)
  • Коммунистик урамы (рус. улица Коммунистическая)
  • Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)
  • Парк урамы (рус. улица Парковая)
  • Белгестәр урамы (рус. улица Специалистов)
  • Ялан урамы (рус. улица Степная)
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 71. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан