Эстәлеккә күсергә

Мурафа (йылға)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мурафа
укр. Мурафа
Характеристика
Оҙонлоғо 163 км
Бассейн 2410 км²
Һыу ағымы
Инеше
 · Координаталар 49°01′49″ с. ш. 27°43′36″ в. д.HGЯO
Тамағы Днестр
 · Координаталар 48°12′40″ с. ш. 28°13′49″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Ҡара диңгеҙ

Ил Украина Украина
Мурафа (йылға) (Украина)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Мурафа Викимилектә

Мурафа (укр. Мурафа) — Украиналағы йылға. Винница өлкәһенең Бар, Жмеринка, Шаргород, Черневцы, Могилев-Подольский, Ямполь райондары аша көньяҡҡа табан аға. Днестрҙың һул ҡушылдығы, Ҡара диңгеҙ бассейнына ҡарай. Оҙонлоғо — 163 километр.

Могилев һәм Литинск өйәҙҙәре сигендәге һаҙлыҡтарҙан башлана. Үрге ағышында үҙәне V формаһын ала. Түбәнге ағышында көньяҡ-көнсығышҡа йүнәлеш ала. Иң ҙур киңлеге 1,5 километрға, тәрәнлеге 120 метрға етә. Мурафа, нигеҙҙә, тәрән, ҡаялы һәм ташлы үҙәндән аға. 1432 йылда Мурафа ярҙарында, Копестыржи эргәһендә калитовсылар поляктар тарафынан тар-мар ителә. Бассейнының майҙаны 2410 квадрат километр. Ҡар һыуҙары менән тулылана. Яҙын таша, йәйгеһен, көҙөн, бик һирнәк ҡышын һыу артыуы күҙәтелә. Йылға башынан алып 9 километр арала секундына 8,5 кубометр һыу тотонола. Йылғала биш бәләкәй һыуһаҡлағыс бар. Урта ағышында балыҡсылыҡ хужалығы ойошторолған. Йылға тамағы эргәһендә Белянск ГЭС-ы төҙөлгән.

Мурафа йылғаһы ярҙары буйлап уға ер аҫты йылғалары ҡушыла. Носковцы ауылы эргәһендә эзбиз ятҡылыҡтарынан минутына 20 метр тиҙлек менән ике ер аҫты йылғаһы ағып сыға. Уларҙың үҙәне киңлеге 1,5 метрға етә. Сифаты буйынса улар билдәле "Регина"нан (Винницаның тәбиғи гидрокарбонатлы минераль һыуы, 1898 йылдан һауыттарға ҡойола) ҡалышмай. Был һыуҙы заманында сирле шағир С. Я. Надсондың үтенесе буйынса Петроградҡа ташығандар. Һыу шағир өсөн шифалы була.

Уң яҡтан Мурафаны Майское ауылы эргәһендә тағы бер иғтибарға лайыҡ сығанаҡ һуғара, Жмеринка-Шаргород трассаһынан бер километр алыҫлыҡта, тирмән янында тағы бер сығанаҡ-ҡоҙоҡ бар. Һыуы юғары сифатлы. Майское ауылының ололары һөйләүенсә, элек Станиславчик станицаһынан һәм Жмеринки ҡалаһынан йәһүдтәр сәйгә һыу алырға бында махсус рәүештә килгән.


Был география буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ
Мөмкин булһа был иҫкәрмәне анығырағы менән алыштырырға кәрәк.