Эстәлеккә күсергә

Линнеп (замок)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Линнеп
Рәсем
Дәүләт  Германия
Административ-территориаль берәмек Ратинген
Мираҫ статусы архитектура ҡомартҡыһы[d]
Карта
 Линнеп Викимилектә

Линнеп замогы (нем. Schloss Linnep), шулай уҡ Линнеп усадьбаһы (нем.Haus Linnep) тип тә атала — Германияның Ратинген (Брайтшайд ҡалаһы өлөшө) ҡалаһында һыуҙағы замок, Төньяҡ Рейн-Вестфалия ере.

Беренсе тапҡыр был рыцарҙар замогы XI быуатта күрше Кайзерверт (Kaiserswerth) монастыры документтарында телгә алына.

Линнеп замогы 1802 йылға тиклем ҙур Линнеп бай үҙәге була. Әйткәндәй, барлыҡҡа килеүенән алып унда бер нисә ғаилә йәшәй. 1461 йылда унды рыцарҙар һәм Линнеп байҙары йәшәй (Linnep, Linepe, Lynepe). Аҙаҡ замок мираҫ буйынса граф Хоэнлимбургскийҙарға (von Grafen Hohenlimburg) күсә. 1582 йылдан бында протестантлыҡ таратыусы барон Иззельштайнский (Isselstein) ғаиләһе күсеп килә Тәүҙә һарайҙы залогҡа, ә 1643 йылда һатып алалар

1731 йылдан хужалары күп тапҡыр үҙгәрә. 1855 йылда поместьены империя графы Фердинанд фон Шпее граф п (von Ferdinand Spee), — Дюссельдорф эргәһендәге Хельторф һарайы хужаһының кесе ҡустыһы һатып ала. Бер үк ваҡытта урман участкаһын да һатып ала һәм поместьеның дөйөм майҙаны 300 гектарға тиклем арта.

1990 йылға тиклем фон Шпее реконструкциялаған һарайҙың яңы ҡабырғаһында Меттман район�� архивы урынлаша.

Әлеге ваҡытта замок фермер һәм Христиан-демократик союзы партияһының күп йыллыҡ эшмәкәре, ғаиләһе менән замокта даими йәшәүсе Клеменс Граф фон Шпееның шәхси биләмәһе булып тора. Туристар замокты тыштан ғына ҡарай ала.

2008 йылдың ғинуарында замоктың хужалыҡ эшмәкәрлеге Изабелла һәм Вильдерих (барон Кеттелерский) етәкселеге аҫтына күсә. 2010 йылда замокта тәүге тапҡыр рәсми никахлашыу акттары төҙөлә башлай.

Замоктың хәҙерге ҡоролмаларында XII быуат элементтары иң боронғо булып тора.. Был роман стилендәге үҙәк башня һәм ҡәлғә диуарҙарының айырым участкалары. 1769 йылда һарай тулыһынса реконструкциялана, ә 1855 йылда капиталь ремонтлана һәм өлөшләтә яңынан үҙгәртеп ҡорола. Замок Химмельсбах (Hummelsbach) йылға үҙәнендә урынлашҡан, һыу менән тултырылған һәм өлөшләтә айырым быуаларға әйләндерелгән йырын менән уратып алынған, улар аша өс күпер һалынған. Төп инеү урыны бинаның фасады алдында урынлашҡан. Декоратив биҙәлгән баҫҡыстар беренсе ҡатҡа алып бара һәм төп бинаның бейек цоколе өҫтөнән күтәрелеп тора. Замокҡа үтеп инә торған эске ихата хужалыҡ һәм торлаҡ төҙөлөштәр менән уратып алынған. Уның төрлө йүнәлештә өс сығыу урыны бар.

Замоктан көньяҡ-көнбайыштараҡ, унан йөҙ метр алыҫлыҡта Линнеп инжил урман сиркәүе урынлашҡан, ул 1684 йылда төҙөлгән һәм Рейн еренең иң боронғо реформатор сиркәүҙәренең береһе булып тора. Эргәһендә элекке замок тирмәненең ағас йорто урынлашҡан, ул оҙаҡ ваҡыт трактир булып хеҙмәт иткән, ә бөгөнгө көндә ул ат аҙбары комплексының бер өлөшөн тәшкил итә.

  • Burgen auf Ruhr. Unterwegs zu 100 Burgen, Schlossern und Herrensitzen in der Ruhrregion. Verlag Klartext, Essen, 2010. S. 283—286. ISBN 978-3-8375-0234-3