Костин Яков Дмитриевич
Костин Яков Дмитриевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 20 октябрь 1917 |
Тыуған урыны | Баҡалы, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй республикаһы |
Вафат булған көнө | 20 сентябрь 1993 (75 йәш) |
Вафат булған урыны | Баҡалы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Баҡалы |
Хәрби звание | Сержант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | пехота[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Костин Яков Дмитриевич (20 октябрь 1917 йыл — 20 сентябрь 1993 йыл) — 1938 йылда Хәсән күле янындағы совет-япон ҡораллы бәрелешендә ҡатнашҡан Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар полкы минометсыһы, кесе сержант. Дан орденының тулы кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яков Дмитриевич Костин 1917 йылдың 20 октябрендә Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе[1]. Баҡалы ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Татар. 1947 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы. Ермолаевка ҡасабаһында Көйөргәҙе ауыл хужалығы техникумын тамамлай. Баҡалы ауылында ветеринар табип булып эшләй.
1938 йылдың сентябрендә Башҡорт АССР-ы Баҡалы район хәрби комисариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 1938—1940 йылдарҙа СССР НКВД-һының сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә, 1938 йылда Хәсән күле янында япон милитаристарына ҡаршы яуҙа ҡатнаша.
Бөйөк Ватан һуғышын сик буйы һаҡсыһы Я. Д. Костин Алыҫ Көнсығышта ҡаршылай. 1941 йылдың ноябрендә 11-се сик буйы дивизияһы составында Можайск ҡалаһы янында һуғыша.
Мәскәү эргәһендәге һу��ышта Костин Яков ҡаты яралана, ә госпиталдән һуң «строй хеҙмәтенә яраҡлы түгел» тигән һығымта ала. 1943 йылда ныҡышмалы ғаризаһынан һуң хәрәкәт итеүсе армияға йүнәлтелә. Ялан, 2-се һәм 1-се Белоруссия фронттарында һуғыша, яу менән Эльба йылғаһына тиклем барып етә.
1945 йылда старшина Я. Д. Костин демобилизациялана. Тыуған иленә— Башҡортостанға ҡайта, хеҙмәтсәндәр депутаттарының Баҡалы район Советы башҡарма комитетының ауыл хужалығы бүлегендә ветеринария технигы, Баҡалы көнкүреш комбинатында балта оҫтаһы булып эшләй.
1993 йылдың 20 сентябрендә вафат була. Баҡалы ауылында ерләнгән.[2].
Батырлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1234-се уҡсылар полкының миномет ротаһы рядовойы (370 уҡсылар дивизияһы, 69-сы армия, 1-се Белоруссия фронты) 1944 йылдың 18 июлендә Костин Яков миномет расчеты менән Украинаның Владимир-Волынская өлкәһе Тивалы ауылы районында һөжүм итеүсе подразделениеларға миномет уты менән ярҙам күрһәтә. Миномет сафтан сыҡҡас, ҡыҙылармеец Костин снайперҙар винтовкаһынан ундан ашыу немец һалдатын һәм офицерын юҡ итә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 5 авгусындағы указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн ҡыҙылармеец Костин Яков Дмитриевич 3-сө дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.
1945 йылдың 5 февралендә уҡсылар отделениеһы составында Костин Яков беренселәрҙән булып Фюрстенберг ҡалаһы районында Одра йылғаһын һуғышып аша сыға һәм плацдармды баҫып алыуҙа ҡатнаша. 1945 йылдың 6 февралендә Костин отделение яугирҙәрен атакаға күтәрә, улар Клессин ҡалаһы йүнәлешендәге юлды киҫә. Алышта ундан ашыу дошман пехотасыһын юҡ итә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 27 мартындағы указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн ҡыҙылармеец Костин Яков Дмитриевич 2-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.
1234-се уҡсылар полкы уҡчылар ротаһы отделениеһы командиры (370-се уҡсылар дивизияһы, 69-сы армия, 1-се Белоруссия фронты) кесе сержант Костин Яков 1945 йылдың 16 апрелендә Маттель-Мюлин тораҡ пункты районында (Германия) беренселәрҙән булып дошман траншеяһына үтеп инә һәм биш гитлерсыны юҡ итә. Ун ике гитлерсыны әсирлеккә алыуҙа ҡатнаша.
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 31 майындағы указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн кесе сержант Костин Яков Дмитриевич 1-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнеп, Дан орденының тулы кавалеры була.
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, 1-се, 2-се һәм 3-сө дәрәжә Дан ордендары, миҙалдар менән бүләкләнә.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дан орденының тулы кавалеры Я. Д. Костин исеме менән Баҡалы ауылында урам аталған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы
- ↑ Костин Яков Дмитриевич . «Герои страны» сайты.}
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Несокрушимые. Уфа, 1985.
- Славные сыны Башкирии. Уфа.
- Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 3. З-К. 2007. −672 с. ISBN 978-5-88185-064-7.; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.
- 20 октябрҙә тыуғандар
- 1917 йылда тыуғандар
- Бәләбәй өйәҙендә тыуғандар
- 20 сентябрҙә вафат булғандар
- 1993 йылда вафат булғандар
- Баҡалы районында вафат булғандар
- Башҡортостанда ерләнгәндәр
- III дәрәжә Дан ордены кавалерҙары
- Дан орденының тулы кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Дан ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Бөйөк Ватан һуғышы пехотасылары
- Дан орденының тулы кавалерҙары (Башҡортостан)
- Баҡалы районында тыуғандар
- Өфө губернаһында тыуғандар
- Башҡортостан шәхестәре
- Хәсән күле буйындағы алыштарҙа ҡатнашыусылар