Эстәлеккә күсергә

Козлов Вячеслав Анатольевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вячеслав Козлов
рус. Козлов Вячеслав Анатольевич

Вячеслав Козлов «Атланта» составында (уң яҡта)
Эшмәкәрлек төрө:

хоккейсы

Тыуған ваҡыты:

03.05.1972

Тыуған урыны:

Воскресенск, СССР

Ауырлыҡ:

87 кг

Буй:

178 см

Урын:

һул һөжүмсе

Карьера
Клубтар:

1988—1991 Флаг СССР Химик
1991 Флаг СССР ЦСКА
1992—2001 АҠШ флагы Детройт Ред Уингз
1994 Рәсәй флагы ЦСКА
2001—2002 АҠШ флагы Баффало Сейбрз
2002—2009 АҠШ флагы Атланта Трэшерз
2004—2005 Рәсәй флагы Химик
2005 Татарстан Ак Барс
2010—2011 Рәсәй флагы ЦСКА
2011 Башҡортостан Салауат Юлаев
2011—2012 Рәсәй флагы Динамо Мәскәү
2012—2014 Рәсәй флагы Спартак
2014—2015Рәсәй флагы Атлант

Гражданлығы:

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Бүләктәр

Козлов Вячеслав Анатолий улы (рус. Козлов Вячеслав Анатольевич; 3 май 1972 СССР Воскресенск) — СССРҙың һәм Рәсәйҙәң хоккейсы. ��ул һөжүмсе. Әлеге ваҡытта үҙенең тыуған Юғары хоккей лигаһында сығыш яһаған Воскресенск ҡалаһынан «Химик» хоккей клубының баш тренеры.

Вячеслав Козлов 1972 йылдың 3 майында Воскресенск ҡалаһында тыуған. Һул һөжүмсе. Үҙ карьераһында «Химик», ЦСКА, НХЛ-дың «Детройт Ред Уингз», «Баффало Сэйбрз», «Атланта Трэшерз», һуңынан «Аҡ барс» һәм йәнә ЦСКА клубтары өсөн сығыш яһай. 1991 йылда Рәсәй йыйылма командаһы составында донъя беренселегенең бронза миҙал призеры исемен яулай. НХЛ-да «Детройт» командаһы составында, 1997, 1998 йылдарҙа ике йыл рәттән Стэнли кубогына эйә була. Һәр бер уйынсы һымаҡ, Вячеслав та яратҡан шөғөлө менән кесе йәштән шөғөлләнә башлай. Ул ваҡытта атаһы «Химик» командаһы өсөн сығыш яһай. Малай көн дә тиерлек урам буйында шайба ҡыуалай торғас, ете йәшендә хоккей мәктәбенә барып эләгә. Тағы килеп олатаһы ла шул спорт һарайында хеҙмәткәр булып эшләй. Дөрөҫөрәге, Вячеславҡа хоккей уйнауҙан башҡа сара ҡалмай. Ялҡып китеп күнекмәләргә бармай ҡалған осраҡтары ла булғылай, тик шул ғаилә династияһы ғына уны ошо ҙур юлға сығара. Хәҙер инде слава атаһы менән олатаһына рәхмәт уҡый. Шулай йылдар уҙа тора, кесе Козлов, хоккейҙы үҙләштереп, 15 йәшендә уҡ "Химик"тың төп составына эләгә башлай. Әлбиттә, унда уның өсөн урын әҙерләп ҡуймайҙар, әммә тырышлығы үҙенекен итә. Ул, Андрей Квартальнов Роман Оксюта менән йәштәр "тройкаһы"нда боҙҙа йыш күренә. 17 йәшендә төп составта ныҡлы урын ала. Бер йылдан һуң, уны данлыҡлы тренер Виктор Тихонов йыйылма командаға саҡыра. Күптәргә эләкмәй торғайны әле ул ваҡытта ундай ышаныс. Ә инде унан һуң ЦСКА-ға тура юл асыла. Тик ЦСКА өсөн Вячеслав ни бары 11 генә уйын уҙғарып өлгөрә. Ул иптәше, шулай уҡ өмөтлө уйынсы Тарасов менән автоһәләкәткә осрай. Иптәше аңына килмәй мәрхүм булып ҡала, ә Козлов, күп йәрәхәт алып, дауаханаға барып эләгә. Күптәр өмөтлө уйынсының карьераһына нөктә ҡуйып өлгөрһә лә, Вячеслав аяҡҡа баҫып, уйынын дауам итә. Тик Рәсәйҙә түгел, ә НХЛ-да. Сөнки фажиғәгә тиклем НХЛ-дың «Детройт» клубы уға күҙ һалып ҡуйған була һәм улар Вячеславты үҙендә дауаланырға әйҙәй. Шулай итеп, Хоҙай тарафынан имен ҡалған геройыбыҙ, дауахананан «Детройт»ҡа барып юлыға. Тик унда ла эштәре шунда уҡ бешеп китмәй. Оҙаҡ ваҡыт өйрәнгән шөғөлө менән шөғөлләнмәгәс, Славаға башлап ебәреүе ауыр була. Клуб етәкселеге лә уны ҡабаландырмай. Яйлап формаға килгәс, боҙға сыға башлай һәм тәүге уйынын «Миннесота»ға ҡаршы уҙғара. Бер звенола яҡташы ул ваҡытта билдәле Сергей Федоров менән уйнай. Гол индереүҙә уға булышлыҡ итә. Шулай ҙа ул миҙгелдә «Детройт» өсөн бары дүрт кенә осрашыу уҙғара. Әлбиттә, барыһы ла еңел бирелмәй. Шул уҡ сит тел, йәшәйеш, тормош, туҡланыу — барыһы ла икенсе була. Тик уға яҙмыш йөҙө менән борола. Ул, билдәле Вячеслав Фетисов, Владимир Константинов, Сергей Федоров һәм Игорь Ларионов менән бергә бер звенола уйнай. Урыҫ «пятерка»һы "Детройт"та иң алдынғыһы булып китә. Шулай уҡ Айзерман, Коффи, Сисарелли кеүек билдәле уйынсылар менән дә бер рәттә сығыш яһарға тура килә. «Детройт» клубында ун йыл уйнап, ике тапҡыр уңышҡа өлгәшкәс, Козлов үҙен икенсе командала һынап ҡарамаҡсы бул��. Ул "Атланта"ны һайлай. Унда шундай уҡ лидерға әйләнә. Сөнки быға тиклем уйнаған клубта «йондоҙ»ҙарҙың күп булыуы уға асылып китергә кәртә була. Был, йәһәттән "Атланта"ла төшөп ҡалғандарҙан булмай. Уның составында Илья Ковальчук, Дени Хитли, Мариан Госс кеүек көслө уйынсылар сығыш яһай. НХЛ-дағы локаут ваҡытында «Химик» менн «Аҡ барс» составында ла уйнап өлгөрә. НХЛ-дағы дөйөм карьераһында Вячеслав Козлов 1127 уйын уҙғарып, 827 (378 гол индерә, 479 осраҡта гол индереүгә булышлыҡ итә) мәрәй яулай. «Атланта» командаһында алты миҙгел уйнағандан һуң, 38 йәшлек хоккейсы карьераһын Рәсәйҙә тамамларға уйлай. Ул, уҙған миҙгелдә ЦСКА-ға килеп, улар менән бер йылға килешеү төҙөй. Маҡсаттары Гагарин кубогы була. Тик, ниндәй генә уйынсы булыуына ҡарамаҫтан, ЦСКА үҙ тарихында тәүге плей-оффтан да төшөп ҡалды. Козлов даими беренселек бөтмәҫ борон, ЦСКА менән килешеүен өҙөп, үҙенә ярашлы икенсе команда эҙләй башлай. Һәм "Салауат Юлаев"тың тәҡдимен хуплай, миҙгел аҙағына тиклем Өфөлә уйнарға ризалығын белдерҙе. Уның составында беренсе уйында уҡ гол индереп, өмөттәр уята. 2011 йылда «Салауат Юлаев» составында һәм 2012 йылда «Динамо» составында Гагарин Кубогына эйә була. 2014 йылдан Атланттың уйынсыһы.

2017/2018 йылдар миҙгеле барышында Вячеслав Юғары хоккей лигаһында сығыш яһаған Воскресенскиҙан «Химик» хоккей клубының баш тренеры итеп ҡуйыла.

Спорт ҡаҙаныштары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Донъя чемпионатты бронза призеры (Финляндия 1991).
  • Стэнли кубогына эйә була (Детройт Ред Уингз 1997).
  • Стэнли кубогына эйә була (Детройт Ред Уингз 1998).
  • Рәсәй чемпионы һәм Гагарин Кубогы эйәһе (Салауат Юлаев 2011).
  • Рәсәй чемпионы һәм Гагарин Кубогы эйәһе (Динамо Мәскәү 2012).

5 март 2014

Регуляр сезоны Плей-офф
Сезон Команда Лигаһы Уйын Г П М Штр Уйын Г П М Штр
1987-88 Химик Вк СССР чемпионаты 2 0 0 0 0
1988-89 Химик Вк СССР 14 0 1 1 2
1989-90 Химик Вк СССР 45 14 12 26 38
1990-91 Химик Вк СССР 45 11 13 24 46
1991-92 ЦСКА СНГ чемпионаты 11 6 5 11 12
НХЛ 1991—1992 Детройт Ред Уингз НХЛ 7 0 2 2 2
1992-93 Эдирондек Ред Уингз АХЛ 45 23 36 59 54 4 1 1 2 4
1992-1993 Детройт Ред Уингз НХЛ 17 4 1 5 14 4 0 2 2 2
1993-94 Эдирондек Ред Уингз АХЛ 3 0 1 1 15
1993-94 Детройт Ред Уингз НХЛ 77 34 39 73 50 7 2 5 7 12
1994-95 ЦСКА МХЛ 10 3 4 7 14
1994-95 Детройт Ред Уингз НХЛ 46 13 20 33 45 18 9 7 16 10
1995-96 Детройт Ред Уингз НХЛ 82 36 37 73 70 19 5 7 12 10
1996-97 Детройт Ред Уингз НХЛ 75 23 22 45 46 20 8 5 13 14
1997-98 Детройт Ред Уингз НХЛ 80 25 27 52 46 22 6 8 14 10
1998-99 Детройт Ред Уингз НХЛ 79 29 29 58 45 10 6 1 7 4
1999-00 Детройт Ред Уингз НХЛ 72 18 18 36 28 8 2 1 3 12
2000-01 Детройт Ред Уингз НХЛ 72 20 18 38 30 6 4 1 5 2
2001-02 Баффало Сэйбрз НХЛ 38 9 13 22 16
2002-03 Атланта Трэшерз НХЛ 79 21 49 70 66
2003-04 Атланта Трэшерз НХЛ 76 20 32 52 74
2004-05 Химик Вк Рәсәй чемпионаты 38 12 18 30 69
2004-05 Аҡ Барс РСЛ 8 2 4 6 0 4 1 0 1 8
2005-06 Атланта Трэшерз НХЛ 82 25 46 71 33
2006-07 Атланта Трэшерз НХЛ 81 28 52 80 36 4 0 0 0 6
2007-08 Атланта Трэшерз НХЛ 82 17 24 41 26
2008-09 Атланта Трэшерз НХЛ 82 26 50 76 44
2009-10 Атланта Трэшерз НХЛ 55 8 18 26 33
2010-11 ЦСКА КХЛ 40 11 14 25 20
2010-11 Салауат Юлаев КХЛ 4 1 1 2 0 21 2 7 9 14
2011-12 Динамо Мск КХЛ 44 8 15 23 22 6 0 0 0 2
2012-13 Спартак Мск КХЛ 13 4 4 8 10 5 1 2 3 6
2013-14 Спартак Мск КХЛ 54 8 19 27 51
2014/15 Атлант КХЛ 46 5 8 13 18
Бөтәһе НХЛ-да 1182 356 497 853 704 118 42 37 79 82
Бөтәһе КХЛ-да 201 37 61 98 121 27 2 7 9 16

Халыҡ-ара карьера

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • СССР — 1988 — Европа юниор чемпионаты.
  • СССР — 1989 — Европа юниор чемпионаты.
  • СССР — 1990 — Донъя йәштәр чемпионаты.
  • СССР — 1990 — Европа юниор чемпионаты.
  • СССР — 1991 — Донъя йәштәр чемпионаты.
  • СССР — 1991 — Донъя чемпионаты.
  • СССР — 1991 — Канады Кубогы.
  • Рәсәй — 1994 — Донъя чемпионаты.
  • Рәсәй — 1996 — Донъя Кубогы.
Йыл Йыйылма команда Турнир Урын Уйын Г П М Штр
1990 СССР (йәш.) Донъя йәштәр чемпионаты 2 7 4 7 11 0
1991 СССР (йәш.) Донъя йәштәр чемпионаты 2 7 3 9 12 12
1991 СССР Донъя чемпионаты 10 3 4 7 10
1991 СССР Канада Кубогы 5 5 1 2 3 6
1994 Рәсәй ДЧ 5 1 0 0 0 4
1996 Рәсәй Донъя Кубогы 3-4 5 1 2 3 8
Бөтәһе (йыйылма) 21 5 8 13 28