Ибраһимов Ғәли Ғизетдин улы
Ғәли Ибраһимов | ||||||
Исеме: |
Ибраһимов Ғәли Ғизетдин улы | |||||
---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған көнө: | ||||||
Тыуған урыны: |
Стәрлетамаҡ ҡалаһы | |||||
Вафат булған көнө: | ||||||
Вафат булған урыны: |
Өфө ҡалаһы | |||||
Гражданлығы: | ||||||
Эшмәкәрлеге: |
яҙыусы | |||||
Наградалары: |
| |||||
Ибраһимов Ғәли Ғизетдин улы (16 ғинуар 1919 йыл — 26 ноябрь 1989 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы. 1957 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының (1969) һәм РСФСР-ҙың (1979) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1983). 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) һәм «Почёт Билдәһе» (1986) ордендары кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәли Ғизетдин улы Ибраһимов 1919 йылдың 16 ғинуарында Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. Утыҙынсы йылдар башында нефть ятҡылыҡтары асылғас, ата-әсәһе менән Ишембайға күсеп килә, бында урта мәктәпте тамамлай. 1937—1939 йылдарҙа Өфөлә педагогия рабфагында уҡый. 1939 йылда Ҡыҙыл Армияға алынып, Алы�� Көнсығышта хеҙмәт итә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Яуҙарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнә.
Һуғыш тамамланғас, Ишембайға ҡайтып, нефть техникумында тәүҙә инглиз теленән уҡыта, аҙаҡ «Совет Башҡортостаны» гәзитендә хәбәрсе, әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире, яуаплы секретарь вазифаларын үтәй. Шул уҡ йылдарҙа, ситтән тороп, Башҡорт дәүләт педагогия институтын (хәҙер — Башҡорт дәүләт университеты) тамамлай. Һуңыраҡ Мәскәүҙә СССР Яҙыусылар союзының Юғары әҙәби курсында уҡый. 1959 йылдан оҙаҡ осор «Ағиҙел» журналының яуаплы секретаре булып эшләй.
1989 йылда 70 йәшендә оло әҙиптең йөрәге тибеүҙән туҡтай. Өфө ҡалаһында Мосолман зыяратында ерләнгән[1].
Әҙәби ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәли Ибраһимов 1935—1937 йылдарҙа «Башҡортостан вышкаһы» гәзитендә үҙенең тәүге шиғырҙарын баҫтыра. 1956 йылда уның Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙар ҡаһарманлығы хаҡында бәйән иткән «Бер полк кешеләре» исемле тәүге романы баҫыла. Был әҫәр башҡорт әҙәбитендә һуғыш ваҡиғаларын һәм совет һалдаттарының тиңһеҙ батырлығын киң эпик планда һүрәтләүгә йүнәлтелгән тәүге тәжрибәләрҙең береһе була. Артабанғы йылдарҙа әҙип күп хикәйәләр, очерктар, повестар менән бер рәттән «Умырзая йыры» тигән романын да баҫтырып сығара. 1977 йылда яҙыусыға ҙур билдәлелек килтергән «Кинйә» тарихи романының беренсе китабы донъя күрә. Был әҫәре өсөн яҙыусы 1983 йылда Салауат Юлаев исемендәге премияһына лайыҡ була. Романдың икенсе китабы 1987 йылда нәшер ителә.
Башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә индергән хеҙмәттәре өсөн Ғәли Ибраһимов БАССР-ҙың (1969) һәм «РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» (1979) тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була, 1986 йылда «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә.
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бәхетле ғүмер.(Әхмәт Шакири менән берлектә): Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1940. — 40 бит.
- Бер полк кешеләре: Роман. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1956. — 334 бит.
- Дуҫтар илендә: Юл яҙмалары. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1958. — 99 бит.
- Дуҫтар сафында. Ил сиге һаҡсылары тураһында хикәйәләр: — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1960. — 78 бит.
- Йәшен ташы: Повесть — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1962. — 190 бит.
- Иҙел егете Илғужа: Хикәйәләр. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1964. — 124 бит.
- Умырзая: Роман. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1968. — 259 бит.
- Һайланма әҫәрҙәр. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1969. — 360 бит.
- Ай битен йыуғанда: Роман. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1972. — 320 бит.
- Подснежник: Роман и повести. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1973. — 272 с. (рус.)
- Умырзая: Роман һәм повестар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1975. — 488 бит.
- Кинйә: Тарихи роман. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1977. — 560 бит.
- Кинзя: Роман. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1982. — 760 с. (рус.)
- Кинйә: Роман. 2-се китап. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1987. — 554 бит.
- Кинйә: Роман. 3-сө китап. Өфө. 2009.
- Кинйә: Роман. 1-се китап. Өфө. 2016.
Әҙип һәм уның әҫәрҙәре хаҡында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ф. Биишев. «Бер полк кешеләре» романында ыңғай образдарҙың бирелеше. «Әҙәби Башҡортостан», 1958, № 4.
- Х. Рәхмәтуллин. «Йәшен ташы». «Ағиҙел», 1961, № 10.
- С. Сафуанов. Һайланма әҫәрҙәргә баш һүҙ. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1969.
- Р. Байымов. Ике повесть — ике йүнәлеш. «Ағиҙел», 1973, № 10.
- Н. Зарипов. Умырзая романына баш һүҙ. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1975.
- Ғ. Хөсәйенов. Тарих һәм тарихи роман. «Ағиҙел», 1978, № 9.
- Гәрәе��а Г. Н. Юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы. — «Ватандаш» журналы, 2009 йыл, № 3, 104-113-сө биттәр.
- Гәрәева Г. Н. Тарихи прозаның милли колориты. — «Ватандаш» журналы, 1997 йыл, № 2, 87-94-се биттәр.
- Чанышева Ф.Ғ. Һағынабыҙ, юҡһынабыҙ. — «Башҡортостан» гәзите, 2003 йыл, 29 апрель.
- Солтанов Й.Ә. Тарих биттәре. — «Ағиҙел», 1986 йыл, № 10, 122-127-се биттәр.
- Мортазин Ҡ.Д. Эҙләгәндәр — тапҡандар. — «Башҡортостан уҡытыусыһы», 1997 йыл, № 4, 27-29-сы биттәр.
- Мортазин Ҡ.Д. Ғ. Ибраһимовтың «Кинйә» романында сәсән образы. — «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы, 1998 йыл, № 5, 33-35-се биттәр.
- Мортазин Ҡ.Д. Тарихи прозала сәсәндәр образы. — «Ватандаш» журналы, 1999 йыл, № 1,68-73-сө биттәр.
- Мортазин Ҡ.Д. Төрлө биҙәк-биҙәгестәр. — «Ағиҙел», 2002 йыл, № 6, 145-148-се биттәр.
- Асанбаев Н. В. Минең бөйөк дуҫым. — «Башҡортостан» гәзите, 2002 йыл, 28-29 август.
- Мусин Н. С. Ҡоромаҫ шишмә. — «Башҡортостан» гәзите, 1994 йыл, 14 ғинуар.
- Аралбаев Ҡ.Ә. Тамырҙарға тоғролоҡ. — «Ағиҙел», 2004 йыл, № 1, 176-180-се биттәр.
- Әлибаев З.Ә. Кинйә абыҙға мәңгелек һәйкәл ҡуйҙы. — «Башҡортостан» гәзите, 2009 йыл, 24 ғинуар.
- Псәнчин В. Ш. Һүҙ — әҫәр көҙгөһө. — В. Ш. Псәнчин. Һүҙ тылсымы. Өфө. 1996 йыл, 125-133-сө биттәр.
- Һөйөклө Ибраһимова. Үлемдән ҡотҡарған ҡайсы. — «Башҡортостан» гәзите, 2019 йыл, 8 май.
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (14.04.1945)[2]
- БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1969)
- РСФСР-ҙың (1979) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1979)
- Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге премияһы (1983)
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[3]
- «Почёт Билдәһе» ордены (1986)
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡыҙы — Һөйөклө Ғәли ҡыҙы Ибраһимова. Ҡатынының оло ҡыҙы — Рита.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ишембай ҡалаһының Ленин проспектындағы 29-сы йортта һәм Өфө ҡалаһының Пушкин урамындағы 56-сы йортта яҙыусы иҫтәлегенә таҡтаташтар ҡуйылған.
- Стәрлетамаҡ ҡалаһында Ғәли Ибраһимов исемендәге премия булдырылған.
- Өфө ҡалаһының 2-се Башҡорт лицейына Ғәли Ғизетдин улы Ибраһимовтың исеме бирелгән.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- башҡа сығанаҡтар
- Ибраһимов Ғәли Ғизетдин улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Он прославился как создатель эпического романа «Кинзя» (К 95-летию со дня рождения писателя Гали Ибрагимова) (рус.)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Мосолман зыяратында Ғәли Ибраһимов ҡәбере
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 16 ғинуарҙа тыуғандар
- 1919 йылда тыуғандар
- Стәрлетамаҡта тыуғандар
- 26 ноябрҙә вафат булғандар
- 1989 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
- Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаттары
- Башҡорт яҙыусылары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҙыусылар
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- «Башҡортостан» гәзите журналистары
- «Ағиҙел» журналы хеҙмәткәрҙәре
- СССР Яҙыусылар союзы ағзалары
- Тарихи романдар авторҙары