Зыярат
Зыярат (ғәр.) — үлгән кешеләрҙе күмә торған урын; ҡәберлек (мосолман зыяраты)[1].
Зыярат, ғәҙәттә, башҡорт ауылының эргәһендә, асыҡ ерҙә йәки ҡайынлыҡ янында, күп осраҡта ҡалҡыу ерҙә урынлашҡан була.
Борон зыяратты ҡәҙерләп тәрбиәләп кенә торғандар. Зыяратты бөтә ауыл бер булып ҡойма менән уратҡан. Имән бағаналарға һәр кем үҙенең тамғаһын кирткән. Зыяраттағы ағастарҙы ҡырҡыуҙан һаҡлап, тәрбиәләгәндәр. Зыярат ере башҡорт халҡында изге ер булып һанала. Унда ҡәбер тупрағына баҫырға, төкөрөргә ярамай. Ҡысҡырып һөйләшеү, көлөшөү ҙә ҡәтғи тыйыла.
Башҡорт халҡында зыярат менән бәйле тағы ла күп кенә тыйыуҙар йәшәп килә. Мәҫәлән, «Зыяратҡа бармаҡ төртөп күрһәтмә, бармаҡ серей», «Зыярат эргәһенән үткәндә теш күрһәтергә, ауыҙ асырға ярамай». Ауырлы ҡатындарға зыяратҡа барырға ярамай, сөнки аяғына ҡәбер тупрағы йәбешһә, баланың ғүмере ҡыҫҡа була йә үле тыуа. Ҡатындарға зыяратҡа инергә ярамай. Бала-сағаға, ҡыҙҙарға зыяратҡа инергә рөхсәт[2].
Зыяратта ҡәберҙе мәрхүмдең буйына ҡарап ҡаҙалар. Ир кешегә кендек тиңенән дә ярай, ҡатындарға түш тиңенән ҡаҙыла. Соҡорҙоң ҡибла яғынан кеше һыймалы, ултырғанда, башы теймәҫлек уйым яһала (уны ләхет алыу тиҙәр).
Ҡәберҙе күмеп бөткәс, мәрхүмдең баш осо тапҡырына уның үҙенең, атаһының исеме, фамилияһы һәм тыуған, үлгән йылдары яҙылған таш ҡуйыла.
Кешеләр зыяраттан киткәндән һуң, мәрхүмгә йәне кире әйләнеп килә, үлем — кешенең бер тороштан икенсеһенә күсеү генә, тигән ышаныу йәшәй халыҡта.
Әүлиә кеше ерләнгән зыярат изге зыярат булып һанала.
Яҡты донъянан киткән яҡындарын, туғандарын иҫкә алыу өсөн халыҡ зыярат ҡыла. Зыярат итеү (йәки ҡылыу) — 1) күрергә, ҡарарға, хәл белергә барыу[3]. Был урынды бер нисә тапҡыр зыярат итеп, бөтә ҡанундарын… үҙләштереп бөткән извозчиктар аттарын урынлаштырып, арбаларындағы нәмәләрен бушата башланы (Имай Насыри); 2) изге урынды йәки нәмәне барып күреп, дини йола атҡарыу. Бер нисә көндән Сәмәрҡәндҡә оҙаталар икән. Ана шунда зыярат ҡылырға, ҡарай барырға мөмкин тинеләр (Сәғит Агиш). Зыярат ҡылыу ҙур сауап һанала.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]http://www.pandia.ru/text/77/113/135.php