Эстәлеккә күсергә

Жанна Отердал

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Жанна Отердал
швед. Jeanna Oterdahl
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Швеция
Тыуған көнө 9 август 1879({{padleft:1879|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[2][3][4][…]
Тыуған урыны Уддевалла[d], Швеция[2][5][3][…]
Вафат булған көнө 27 июль 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[2][3][6][…] (85 йәш)
Вафат булған урыны Örgryte församling[d], Швеция[3]
Ерләнгән урыны Восточное кладбище[d][7]
Атаһы Philip Oterdahl[d][8][5][4]
Бер туғандары Einar Oterdahl[d][9]
Әһәмиәтле кеше Anna Ingeborg Bosson[d] һәм Эльза Бесков[d][10]
Һөнәр төрө яҙыусы, уҡытыусы
��әнғәт йүнәлеше Балалар әҙәбиәте
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Тасуирлау биттәре nordicwomensliterature.net/…
Вики-проект Project Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d]
 Жанна Отердал Викимилектә

Жанна Отердал (швед. Jeanna Oterdahl, тулы исеме Louise Jeanna Oterdahl; 18791965) — швед яҙыусыһы һәм педагогы.

Жанна Отердал Уддевалла ҡалаһында 1879 йылдың 9 авгусында хәрби и нженер-төҙөүсе Филип Отердал һәм уның ҡатыны Ева Фрегрен ғаиләһендә тыуған; биш баланың иң өлкәне була.[11] . Олатаһы Стокгольмда мал һуйыу урыны хужаһы була, уны Жанна үҙенең «Ett gammalt borgarhem» («Дом старых граждан») романында ҡуллана. Ғүмеренең күп өлөшөн Жанна Отердал Гётеборгта үткәрә, ҡайһы берҙә Урус утрауындағы Сванесунд ауылында йәй ял итә.

Стокгольмдың Юғары уҡытыусылар семинарияһын тамамлап, 1901 йылда Отердал уҡытыусы дипломы ала һәм Гетеборгта Маьтильда Холлдың мәктәбендә эшләй, бер үк ваҡытта яҙыусы эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Жанна швед яҙыусылары Сельма Лагерлеф һәм Софи Элкан менән таныша һәм 1915 йылдың бер өлөшөн Лагерлеф тыуған һәм йәшәгән Морбакк усадьбаһында үткәрәбыл Отердалға ҙур әҙәби илһам бирә. Ул беренселәрҙән булып Софи Элкандың биографияһын яҙа.

1920 йылдарҙа Жанна Отердал уҡыу сәғәттәрен ҡыҫҡарта һәм иғтибарҙы әҙәби эшмәкәрлеккә йүнәлтә. Йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә — бер нисә уның сығышы бөтә Швеция буйлап радиола тапшырыла, 1944 йылдың яҙында антисемитизмды ғәйепләп телмәр тота. Ул мөһим өлгө итеп швед дин таратыусыһы һәм яҙыусы Натанаэль Бесковты ҡуя, Отердал уның Христиан гуманизмы ассоциацияһының ағзаһы була. Яҡынса 1950 йылдарҙа ул квакерҙарға ҡушыла.

Аса халыҡ урта мәктәбе

Жанна Отердал шулай уҡ лекторлыҡ эшмәкәрлеге менән дә шөғөлләнә, төрлө темаларға лекциялар уҡый: ҡатын-ҡыҙҙар тарихы, әҙәбиәте тарихында балалар урыны, ҡартлыҡ һәм кәмһенеү комплекстары тураһында — был уның әҙәби әҫәрҙәрен уҡыусыларға өҫтәмә яңы аудитория бирә. Ҡайһы бер лекцияларын ул айырым тарихи шәхестәрҙең хикәйәләре менән алып бара: Сельма Лагерлеф һәм Элкан Софинан тыш, ул Бремер Фредрик, Ханс Андерсен һәм Топелиус Сакариас тураһында һөйләй. Үҙенең лекциялар туры ваҡытында бер нисә халыҡ урта мөктәптәренә бара, шул иҫәптән Сёдерманландтағы Аса халыҡ урта мәктәбенә — иҫәп буйынса Швецияның бишенсе урта мәктәбенә бара.

Пенсияға сыҡҡандан һуң Отердал илдәр буйлап сәйәхәт итеүен һәм лекциялар уҡыуын дауам итә.

Жанна Отердал 1965 йылдың 27 июлендә Гётеборгта вафат була. Östra kyrkogården ҡала зыяратында ғаилә ҡәберлегендә ерләнә. Ул кейәүҙә булмай.

Жанна Отердал Гётеборг тарихында һәм швед мәҙәни тормошонда тәрән эҙ ҡалдыра. 1951 йылда ул Гётеберг ҡалаһының почётлы билдәһенә лайыҡ була. 1959 йылда Quorum Illis миҙалы һәм Нильс Хольгерссон премияһы менән бүләкләнә. Сванесундта Урус утрауында урамдарҙың береһе уның хөрмәтенә атала.

  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 2,2 Jeanna L Oterdahl (швед.) — 1917.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 18790809-502 Oterdahl, Jeanna Louise // (unspecified title)
  4. 4,0 4,1 Uddevalla kyrkoarkiv, Husförhörslängder, SE/GLA/13595/A I/22 (1881-1889), bildid: C0041996_00296 — Б. 317.
  5. �� 5,0 5,1 Jeanna Louise, f. 1879 i Uddevalla Göteborgs och Bohus län // https://sok.riksarkivet.se/?postid=Folk_118842330 (швед.)Riksarkivet.
  6. Jeanna Oterdahl // https://www.fembio.org/biographie.php/frau/frauendatenbank?fem_id=21252 (нем.)
  7. Oterdahl, Jeanna Louise // http://www.svenskagravar.se/gravsatt/66717267Svenskagravar.se.
  8. Jeanna Louise, f. 1879 i Uddevalla // https://sok.riksarkivet.se/?postid=Folk_102612306 (швед.)Riksarkivet.
  9. Uddevalla kyrkoarkiv, Husförhörslängder, SE/GLA/13595/A I/22 (1881-1889), bildid: C0041996_00296 — Б. 317.
  10. Elsa Beskow 1874-02-11 — 1953-06-30 Konstnär, författare, illustratör
  11. Sveriges befolkning 1880, CD-ROM, Version 1.00, Riksarkivet/SVAR (2010).