Дербетев Фёдор Иванович
Дербетев Фёдор Иванович | |
рус. Фёдор Иванович Дербетев | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 1740 |
Тыуған урыны | Ставропольская провинция[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 24 май (4 июнь) 1774 |
Һуғыш/алыш | Ете йыллыҡ һуғыш һәм 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы |
Федор Иванович Дербетев (1740 йыл— 24 май 1774 йыл) — православие динле хеҙмәтле ҡалмыҡтарҙан казак офицеры, 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнаша, Пугачев армияһында ҡалмыҡ казак полкы атаманы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Боронғо Дербеттың нойон (кенәз) Цорос ырыуынан. Уларҙың вәкилдәре ҡабул православие ҡабул итеп, Ырымбур губернаһының Ставрополье провинцияһында йәшәгән ҡалмыҡтарҙың казак ҡатламы итеп билдәләнә. 17 йәшенән хәрби хеҙмәттә, Ете йыллыҡ һуғышта ҡатнаша, Пиллау эргәһендәге алышта айырылып тора. 1773 йылға ғәскәр надзирателе хәрби чинына тиклем үҫә.
Ихтилал
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1773 йылдың октябрендә ихтилалды баҫтырыу өсөн Ставрополь өйәҙенә Ставрополдән 300 кешенән торған хеҙмәтле ҡалмыҡ отряды ебәрелә. Улар менән Дербетев командалыҡ итә, әммә хәрби хәрәкәттәр башлағас, отряд тулыһынса баш күтәргән Яйыҡ казактары яғына сыға. Һуңынан уларҙан ҡалмыҡ полкы ойошторола, Дербетев атаман итеп тәғәйенләнә. Полк менән ул Ырымбурҙы ҡамауҙа ҡатнаша.
1773 йылдың ноябрендә, Дербетевтың абруйы хаҡында белеп, Емельян Пугачев уны ҡалмыҡ улустарында баш күтәреүселәр хәрәкәтен ойоштороу өсөн үҙенең эмиссары итеп ебәрә. Ставрополь өйәҙенән уға хәрби эш менән таныш 140 кешене туплау мөмкин була.
2000 самаһы ҡалмыҡ һәм урыҫ крәҫтиәндәренән торған отряд йыйып, Дербетов Волга аръяғындағы ихтилалдың иң күренекле етәкселәренең береһе була. Атамандар Илья Арапов, Н. Л. Чулошников, А. И. Сомов һәм башҡаларҙың отрядтары менән бергә Һамар хәрби линияһындағы һуғыштарҙа ҡатнаша.
1773 йылдың декабрь аҙағында — 1774 йылдың ғинуар башында, Ҡазандан килгән генерал П. Д. Мансуровтың бригадаһы менә ҡаты алыштарҙан һуң ихтилалсылар Һамар һәм Алексеевскиҙы ҡалдыра. Дербетев отряды Ставрополде алырға тырышып ҡарай, әммә 1774 йылдың 10 ғинуарындағы беренсе штурм Мансуровтың ҡалаға ингән бер отряды арҡаһында өҙөлә.
Алдау маневры менән Дербетев Ставрополдән подполковник Аршеневскийҙы сығара һәм 1774 йылдың 20 ғинуарында 600 кешенән торған отрядбер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ, ҡапыл һөжүм итеп ҡаланы ала, 6 трофей пушкаға, ҡорал һәм боеприпастарға, аҙыҡ-түлек һәм фураж складына эйә була. Сигенгән саҡта ҡәлғә коменданты З. И. Фегезак һәм башҡа ҡайһы бер граждандар һәм хәрби чиндар язалана. А. С. Пушкиндың ҡараламаларында Дербетев язалаған 47 кеше исемләп яҙылған.
Ставрополдәге уңыштары менән илһамланған баш күтәреүселәр Симбирскиҙан Һамарға китеп барған аҙыҡ-түлек тарнспортына һөжүм итә, әммә һуғышта 5 пушка, 3 мискә дары юғалта һәм ҡырҡ кешене әсирлектә ҡалдыра.
Артабан Дербетев менән Арапов Мансуровтың Ырымбурға һөжүмен тотоп тора, һуңынан татищев ҡәлғәһенең баш күтәреүселәренең төп армияһы менән берләшеп, 22 мартта генералдар Голицын менән Мансуровтың берләшкән корпусына ҡаршы алышта ҡатнаша, әммә еңелеүгә дусар була.
Еңелгәндән һуң Дербетев отрядын Ырғыҙ йылғаһы үренә, Яйыҡ алды далаһына алып китә, унан бер нисә тапҡыр Һамарҙы алырға һәм, дошмандың постарын һәм заставаларын урап үтеп, көнсығышҡа, Көньяҡ Уралдағы Ағиҙел йылғаһы аръяғына киткән Пугечевҡа ҡушылырға тырышып ҡарай. 1774 йылдың 23 майында һуғышҡа алына речка Грязнуха йылғаһы (Оло Ырғыҙ йылғаһының ҡушылдығы) эргәһендә Мансуров бригадаһы составындағы поручик В. С. Байковтың каратель отрядтарының береһе менән алышта полк тар-мар ителә, ә Дербетев ҡаты яралана һәм әсиргә алына. Икенсе көнгә ул вафат була.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Федорҙың әсәһе, Дербетева Анна Васильевна (ҡыҙ фамилияһы Дондукова), шулай уҡ ихтилалдарҙа әүҙем ҡатнаша. 1773 йылдың декабре аҙағынан 1774 йылдың 23 майына тиклем ул улының отрядынд була, ә айһы ваҡыты үҙ аллы эш итә. Атамандар Илья Арапов һәм Л. Торгоутскийҙың уға адресланған донесениелары буйынса фекер йөрөткәндә, ул ҡайһы бер командир вәкәләттәренә эйә була. Улының отряды тар-мар ителгәндән һәм улы һәләк булғандан һуң уның яҙмышы билдәһеҙ. Анна Васильевна Пушкиндың «Пугачев тарихы» архив әҙерләмәләрендә, Федор Дербетевтың «уҫал әсәһе» тип атала.
Уның туғаны, Федор дербетевтың ағаһы — кенәз Алексей Дондуков, полковник чинында ихтилалды баҫтырыусы хөкүмәт ғәскәрҙәре отрядының береһе менән командалыҡ итә.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- А. С. Пушкин, Черновики к «Истории Пугачева», Собрание сочинений том, IX, стр. 624, 642, 654;
- А. С. Пушкин, «История Пугачева», Собрание сочинений, том IX, стр. 71, 151;
- Беликов Т. И.: Ф. И. Дербетев — сподвижник Е. И. Пугачева. Элиста, 1978.
- В. А.Овсянников: Ставрополь—Тольятти. Тольятти, 1997 г. ISBN 5-88299-016-5
- Джунджузов С. В. «Пугачевское замешательство» и ставропольское калмыцкое войско // Вестник СамГУ. 2013 .