Эстәлеккә күсергә

Будапешт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Будапешт
Budapest
Флаг[d] Герб
Флаг Герб
Ил

Венгрия

Координаталар

47°31′ с. ш. 19°05′ в. д.HGЯO

Мэр

Гергель Карачонь[d][1][2][3]

Элекке исеме

Буда, Пешт һәм Обуда

Ҡала с

1873

Майҙаны

525,14 км²

Бейеклеге

102 м

Рәсми теле

венгр теле

Халҡы

1 744 665 кеше (2014)

Тығыҙлығы

3305,23 кеше/км²

Милли состав

венгрҙар — 91,2 %
немецтар — 1 %
сиғандар — 0,8 %
словактар — 0,3 %
башҡалар һәм билдәһеҙҙәр — 6,7 %

Конфессиональ составы

рим католиктары — 45,5 %
грек католиктары — 1,6 %
протестанттар — 15,2 %
иудаизм — 0,5 %
атеистар — 19,5 %
башҡалар — 17,7 %

Этнохороним

будапештар; урыҫса будапе́штец, будапе́штка, будапе́штцы[4]

Сәғәт бүлкәте

UTC+1, йәйге UTC+2

Телефон коды

+36 1

Почта индексы

1011-1239

Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

budapest.hu

Яуым-төшөм йылына уртаса

450—900 мм

Будапешт (Венгрия)
Будапешт
Будапешт
Буда һәм Пешт, XVI быуат.

Будапе́шт (мадьярса  Budapest  [ˈbudɒpɛʃt]) — Венгрияның баш ҡалаһы һәм илдең иң ҙур ҡалаһы. 2014 йылдың ғинуарына 1,745 млн халҡы менән[5] Европа берләшмәһендә һигеҙенсе урында булған. 1873 йылда бер нисә венгр ҡалаһының: Дунай йылғаһының көнсығыш ярындағы Пешт һәм Дунайҙың көнбайыш ярындағы Буда менән Обуданың бергә ҡушылыуынан барлыҡҡа килгән.

Беҙҙең эраға тиклем I быуатта хәҙерге Будапешт урынында Көнбайыш Европала йәшәгән боронғо кельт ҡәбиләләренең «Ак-Инк» атамалы сауҙа һәм һөнәрселек үҙәге, йәшәгән урыны (урыҫса поселение) булған. Беҙҙең эраның 89 йылында был ерҙәргә боронғо римляндар килгәс, биләмәләр был дәүләттең Паннония провинцияһы составына инә. 106 йылда Ак-Инк Аквинкум итеп үҙгәртелә һәм административ үҙәккә әйләнә. Ҡалала римдәрҙең гарнизоны урынлаша, халыҡ һаны 20 мең тирәһе була. Беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған археология паркында йәмәғәт биналарының, шәхси йорттарҙың, һыу үткәргестәрҙең емереклектәрен күрергә була. IV быуатҡа тиклем Аквинкум ��үбәнге Паннония провинцияһының баш ҡалаһы була. Ҡалала римдәрҙең II Ярҙамсыл легион тора.

450 йылға остготтар һәм һундар римляндәрҙы ҡаланан ҡыҫырыҡлап сығара, һәм Паннония Һундар империяһының үҙәгенә әйләнә.

Бөгөнгө Пешт назывался ул заманда Contra Aquincum (Против Аквинкума, Аквинкум ҡаршыһы) тип аталған бәләкәй генә ауыл була.

Һундарҙан һуң ҡала аварҙар, артабан Бөйөк Моравия хакимлеге аҫтында ҡала.

Венгрия парламенты бинаһы — Баш ҡаланың визит карточкаһы

Яҡынса 895 йылдар тирәһендә унан алдараҡ Көньяҡ Урал, Волга буйынан күсеп киткән Арпад етәкселегендәге венгр ҡәбиләләре Дунай буйына килә, Аквинкум Буда (аҙаҡтан Обуда — Иҫке Буда) итеп үҙгәртелә һәм Венгрияның беренсе сәйәси үҙәге була. Йөҙ йылдан һуң бында Венгр дәүләте ойоша.

Эржебет күпере

Пештта Изге Рим империяһынан һәм Франция короллегенән кешеләр килә башлай.

Батый хан етәкселегендәге монгол ғәскәре ҡыпсаҡтарҙы эҙәрлекләп килеп, 1241 йылда венгр ғәскәрен тар-мар итә, унан Буда менән Пештты талай. 1247 йылда король Бела IV Ҡәлғә тауында король нығытмаһын- Буда замогын төҙөтә. 1361 йылда Буда Венгр короллеге баш ҡалаһы тип иғлан ителә.

1473 йылда Будала Андраш Хесс тәүге венгр китабын- «Венгер йылъяҙмаһын» баҫып сығара.

1541 йылда Буда менән Пешт Ғосман империяһы ҡулына эләгә. Ҡала тиҙ арала бөлә, халыҡ һаны ла аҙая. Будала төрөк пашаһының резиденцияһы була,ә ҡала виләйәт үҙәге тип иҫәпләнә. Бары тик 1686 йылда 40 көн ҡамап тотҡандан һуң венгрҙар Буда ҡәлғәһен штурмлап ала. Осраҡлы ғына дары складына туп төшөү һәм бер нисә иң яҡшы төрөк яугирының һәләк булыуы арҡаһында төрөктәр еңелә. Габор исемле тупсыға Утлы тигән ҡушамат тағыла (Tüzes Gabor).

Ҡаланы Ғосман империяһы хакимлығынан Лотарингия герцогы Карл азат итә, һәм ул Габсбургтар дәүләтенә ҡушыла. XVIII быуатта Пешттың сауҙа үҙәге буалараҡ үҫеш осоро башлана.

1800 йылда Пештта йәшәгән халыҡ һаны Буда менән Обудалағынан күберәк була. Киләһе быуатта Пештта халыҡ һаны 20 тапҡырға арта һәм 600 кешегә етә, ә Буда менән Обуданыҡы тик 5 тапҡырға ғына. Өс ҡаланы 1848—1849 йылдарҙағы революция ваҡытында берләштерәләр. Ләкин революция еңелеп, Габсбургтар хакимлығы яңынан тергеҙелгәс, ҡалалрҙы яңынан бүләләр. Өс ҡаланы һуңғы тапҡыр Будапешт исеме аҫтында 1873 йылдың 17 ноябрендә айырым Венгрия короллеге хөкүмәте берләштерә (Австро-Венгерия килешеүе). Ҡала бик йылдам үҫешә. 1896 йылда Будапештта венгрҙарҙың яңы Ватанына килеүҙең 1000-йыллығын киң билдәләйҙәр. 1900 йылда берләштерелгән ҡалала 730 мең кеше йәшәй.

Буда тауынан сылбырлы Сеченьи күпере күренеше

XIX быуат уртаһында Венгрия тимер юлдары төҙөлә башлай. Буда менән Пешттан линиялар Төньяҡ Европаға, Венаға, Балҡанға һәм Карпат тауҙарына табан һуҙыла.

1873 йылда ҡала урамдары электр фонарҙары менән яҡтыртала, 1887 йылда Будапештта трамвай йөрөй, 1885 йылда — ҡала телефоны эшләй башлай, 1896 йылда — Европа контаинентында тәүге метро төҙөлә.

1918 йылда Венгрия республика тип иғлан ителә, 1919 йылда — совет республикаһы. Советтар ҡолатыла, Венгрияла власҡа адмирал Миклош Хорти килә, уны регент тип иғлан итәләр. XX быуат башында халыҡ һаны Уйпешт һәм Кишпешт кеүек ҡала яны тораҡ пункттары иҫәбенә арта. 1930 йылға ҡалала 1 млн кеше тирәһе, ҡала янындағы тораҡ пункттарҙа — 400 мең кеше йәшәй. Хорти властан ҡолатылғас, 1944 мартында Будапешт немец ғәскәрҙәре ҡулына күсә, СС ғәскәрҙәре Хортиҙың улын урлай. Хортиға СССР менән ваҡытлыса солох тураһында килешеүҙән баш тартырға тура килә.

Будапештта йәшәгән йәһүдтәрҙең күбеһе (оккупацияға тиклем 250 мең кеше) Икенсе донъя һуғышы ваҡытында юҡ ителә. Швед дипломаты Рауль Валенбергтың Будапештта бик күп йәһүдтәрҙе ҡотҡарғаны билдәле.

1944 йылдың көҙөндә Совет Армияһы Будапештты ҡамауға ала, был операция 108 көн дауам итә, ҡаланың үҙәк райондары бик ныҡ емерелә. Был операцияның оҙаҡҡа һуҙылыуын бөгөн тарихсылар Сталиндың стратегик планы менән бәйләй. Уға ярашлы Совет ғәскәрҙәре өсөн Германияға тура юл Польша аша була, немецтар ул йүнәлештә ҡаршы тороу өсөн бар көсөн һала. Ә немец командованиеһы Будапештты һәм Надьканижа нефть районын бирмәҫ өсөн тиҫтәләрсә дивизияһын был утлы өйөрмәгә ташлай. Шулай итеп, улар Польша, Германия урынына Венгрияла ҡала.

1945 йылдың 18 ғинуарында совет ғәскәрҙәре Будапешт геттоһындағы 70 мең йәһүдте ҡотҡара. Ике көнгә алдараҡ тағы бер ҙур геттола тотолған йәһүдтәр ҡотҡарыла. Был Үҙәк Европала геттолағы йәһүдтәрҙең күпселеген ҡотҡарып булған берҙән-бер осраҡ була.

1945 йылдың 13 февралендә совет ғәскәрҙәре Будапештты штурмлап ала. Штурм ваҡытында немец ғәскәрҙәре Дунай аша бөтә күперҙәрҙе лә шартлата. Маргит күпере немец саперҙары тарафынан совет ғәскәрҙәре Будапештҡа килеп еткәнсе үк яңғылыш шартлатыла. Ул ваҡытта күперҙә булған бер нисә тиҫтә кеше, автотранспортта, трамвайҙа барған пассажирҙар һәләк була. Алыш тынғас, Будапештың дүрттән бер өлөшө емерелгәне асыҡлана. Был алыш ваҡытында 38 000 кеше һәләк булған.

1950 йылдың 1 ғинуарында ҡала майҙаны ҙурайтыла. Оло Будапешт булдырыла. Ҡаланы тергеҙеү 1950—1960 йылдарға тиклем бара. 1956 йылдың октябрендәге Венгр ихтилалы ваҡытында Будапештҡа совет ғәскәрҙәре инә.

2006 йылдың сентябрь-октябрендә Будапештта хөкүмәткә ҡаршы тәртипһеҙлектәр була. Был тәртипһеҙлектәр Венгрия социалистик партияһы хөкүмәте премьер-министры Ференц Дюрчандең телмәрен нәшер итеүгә бәйле була, ул фракцияның ябыҡ ултырышы ваҡытында 2006 йылдың яҙында һайлауҙар алдынан илдәге иҡтисади хәл тураһындағы ялған мәғлүмәттәр ҡулланыуҙы таный, хатта тәүфиҡһыҙ һүҙҙәр ҙә ҡыҫтыра.

Будапешт Европала порнография сәнәғәте, бынан тыш уға бәйле башҡа ерҙәрҙә тыйылған ҡайһы бер стерекле хеҙмәттәр үҙәге тип иҫәпләнә[6][7][8].

Демографик тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Будапешт халҡы

Халыҡ һаны:

  • 1780: 48 000 (Буда: 27 000, Пешт: 21 000)
  • 1804: 59 610 (Буда: 30 784, Пешт: 28 826)
  • 1830: 98 493 (Буда: 37 973, Пешт: 60 520)
  • 1847: 133 096 (Буда: 41 974, Пешт: 91 122)
  • 1869: 270 476
  • 1890: 486 671
  • 1900: 733 358 (Индустрияләштереү)
  • 1910: 880 371 (756 070 венгрҙар, 78 882 немецтар, 20 359 словактар…) (1910 — Халыҡ иҫәбен алыу)
  • 1930: 1 006 184
  • 1941: 1 164 963
  • 1945: 907 774 (Будапешт операцияһы, холокост)
  • 1949: 1 057 912
  • 1950: 1 590 360 (Оло Будапешт)
  • 1980: 2 059 226 (Урбанизация)
  • 1990: 2 016 681
  • 2001: 1 777 921 (1 631 043 венгрҙар, 18 097 немецтар, 14 019 сиғандар, 4929 словактар…) (2001 — Халыҡ иҫәбен алыу)
  • 2005: 1 695 814
  • 2008: 1 702 297 (Буда: 480 756, Пешт: 1 221 541)
  • 2014: 1 744 665

Будапешт Карпат бассейны уйһыулығында урынлашҡан, ул Карпат тауҙары, Альп тауҙары һәм көньяҡ славян тауҙары менән уратып алынған. Дунай ҡаланы ике өлөшкә бүлә: таулы һәм йәшел Буда (уң яҡ яр, көнбайыш) һәм тигеҙлектәге Пешт. Будапешттың иң бейек урыны —Буда тауҙарындағы бейеклеге 527 м булған Янош тауы. Геотектоник күҙлектән ҡарағанда Будапешт плита ярылған урында урынлашҡан, шул сәбәпле был ерҙәрҙә ҡалаға курорт данын биргән термаль сығанаҡтар күп.

Будапешт турыһында Дунайҙа ете утрау бар: Обуда (Утрау-верфь, мадьярса  Хайодьяри-сигет), Маргит һәм Чепель (XXI район өлөшө), Палотаи (ысынында —ярымутрау), Непсигет, Харош-сигет һәм Мольнар-сигет III һәм XIII Будапешт райондарына инә.

Маргарита утрауы король Бела IV-ның ҡыҙы —Изге Венгр Маргаритаһы (венгр телендә— Маргит). Оҙонлоғо 2,5 км һәм майҙаны 0,965 км². Утрауҙың төп өлөшөн парк һәм һауыҡтырыу ойошмалары алып тора . Утрау Маргит(көньяҡта) һәм Арпад (төньяҡта) күперҙәре араһында урынлашҡан. Утрауҙа һыу паркы фитнес-үҙәге, велосипед юлдары, мини-зоопарк, бейеүсе фонтан һәм башҡа күңел асыу урындары бар. XIII быуатта был утрауҙа доминикан орденына нигеҙ һалына, бында йәшәргә Маргит килә. Маргит Изге Венгр Маргаритаһы исеме аҫтында католик сиркәүе изгеһе тип таныла. Ул монастыргә үҫмер сағында эләгә, сөнки атаһы Бела IV татар-монголдарҙың мадьяр еренә һөжүм иткән сағында шундай нәҙер әйтә.

Будапешт климаты уртаса континенталь. Ҡыш йылы һәм ҡыҫҡа булл, йәй оҙаҡ һәм сағыштырмаса оҙон, ләкин бик ныҡ эҫе көндәр булмай тиерлек. Бик һыуыҡ көндәр булмай тиерлек, Һыуыҡтар һирәк була,

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 17,7 18,8 25,0 30,7 33,5 36,3 40,7 39,4 34,4 29,0 20,4 19,3 40,7
Уртаса максимум, °C 2,6 5,0 10,6 17,1 22,4 25,3 27,9 27,4 22,1 16,1 8,5 3,2 15,7
Уртаса температура, °C −0,4 1,4 6,0 11,8 16,8 19,8 22,0 21,5 16,6 11,1 5,1 0,5 11,0
Уртаса минимум, °C −2,9 −1,7 2,1 6,8 11,5 14,5 16,4 16,0 11,8 7,1 2,3 −1,6 6,9
Абсолют минимум, °C −22,2 −18,6 −14,8 −3,6 0,0 3,9 8,3 6,0 0,0 −6,5 −13,4 −17,3 −22,2
Яуым-төшөм нормаһы, мм 35 28 33 40 59 70 51 56 43 36 50 41 542
Сығанаҡ: «Погода и Климат»

Административ бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Будапешт райондары картаһы
  • Район I — үҙәк Буда өлөшө (көнсығыш), Буда ҡәлғәһе менән.
  • Район II — Буда өлөшө (төньяҡ- көнбайыш)
  • Район III — Буданың төньяғы
  • Район IV — Пештта (төньяҡта)
  • Район V — Пешттың урт аһында (тарихи Бельварош һәм Липотварош райондары)
  • Райондар VI, VII, VIII һәм IX — Пешттың уртаһынан көнсығыш һәм көньяҡ)
  • Район X — көнсығыштараҡ, Пештта
  • Райондар XI һәм XII — Будала, I райондан көньяҡтараҡ һәм көнбайыштараҡ (ҡәлғәләр).
  • Райондар XIII, XIV, XV, XVI, XVII, XVIII, XIX һәм XX (башлыса, тышҡы ҡала ) — Үҙәк Пешт тирәләй ярымтүңәрәк
  • Район XXI —Дунайҙан (Чепель утрауының төньяҡ өлөшө) көньяҡҡа табан
  • Район XXII —Буданың көньяҡ-көнбайышында
  • Район XXIII — Пешттың көньяғында

Будапешт халыҡ-ара Ферихедь аэропортында өс пассажирҙар терминалы бар (1, 2A и 2B). Аэропорт XVIII райондан көнсығыштараҡ урынлашҡан. Аэропорт 1950 йылдың 7 майында асыла. Башта осоп китеү юлы оҙонлоғо 2500 м була, 1961 йылда уны 3010 м тиклем оҙонайталар. 1985 йылда яңы терминал асыла һәм 3 706 м оҙонлоҡтағы осоп китеү юлы төҙөлә. 2011 йылдан аэропорт Ференц Лист исемен йөрөтә.

Будапештҡа Венгрияның төп автомагистралдәре илтә. Дүрт автострада һәм дүрт автомобиль юлынан четырёх автодорог (һигеҙенсеһенән башҡаһы) етеһе Будапештта башлана. Юлдағы билдәләр башҡа Европа Союзы илдәрендәге кеүек үк. Халыҡ-ара автобустар «Неплигет» автовокзалына, Арпад күперенә һәм Будалағы Этелегә килә. 1990 - 1994 йылдарҙа ҡала урамдарының исемен алмаштыралар, уларға XIX быуат аҙағындағы исемдәре кире ҡайтарыла. Коммунистик режима ваҡытында урамдарға коммунистик идеологияға бәйле исемдәр ҡушылған була.

Ҡала йәмғиәт транспорты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Будапешттағы йәмғиәт транспортына башлыса BKV компанияһы эйә. Йәмғиәт транспорты селтәре 180 автобус маршруты, 14 троллейбус, 29 трамвай һәм дүрт метро линияһынан ғибәрәт. Өс метро линияһы (1, 2 һәм 3) «Деак Ференц тер» станцияһында киҫешә. Будапешт метроһы- Европа континентында иң тәүге метрополитен. Беренсе линия Вёрёшмарти майҙанынан Генойҙар майҙанына тиклем Андраши проспекты аҫтынан һалына. Был линия әле лә эшләй (һары линия —Вёрёшмарти майҙаны—Мехико проспекты). Беренсе линиялағы поездар бер тапҡыр ғына, 1971—1973 йылдарҙа, алмаштырылған. Башҡа линияларҙа Мытищи заводы (СССР-ҙан алынған) һәм Alstom компанияһы поездары йөрөй.

Будапешт метроһы линиялары схемаһы

Будапешттағы трамвай линиялары -донъялағы иң күп пассажир ташыусы трамвайҙар. Кеше иң күп йөрөгән ваҡытта трамвайҙар араһындағы интервал 60—90 сек тәшкил итә[9].

Будапештта донъялағы иң оҙон трамвайҙар ҡулланыла—түбән иҙәнле бер-береһенә ҡушылған трамвайҙар (Combino Supra төрө).Бындай бер трамвайҙың оҙонлоғо— 53,9 метр. Барлығы ҡырҡ шундай трамвайға заказ бирелгән[10]. Махсус траспорт та бар: фуникулёр, шестернялы тимер юл һәм балалар тимер юлы. «Шикло» Буда фуникулёры тау итәгенән Сеченьи күперенән, Адам Кларк майҙаны[hu] нан ҡәлғәгә тиклем. Юл оҙонлоғо — 100 м. Үрге һәм түбәнге станциялар араһында бейеклек айырмаһы 48 м. Фуникулёр граф Эден Сеченьи башланғысы менән төҙөлгән һәм 1870 йылдың 2 майында эшләй башлай. Башта вагондарҙы пар двигателе ярҙамында йөрөтәләр.

Тимер юлда пассажирҙар һәм йөктәрҙе ташыуҙы Венгрия дәүләт тимер юлдары (MÁV) башҡара. Будапештта өс тимер юл вокзалы бар: «Келети» көнсығыш, «Ньюгати» көнбайыш һәм «Дели» көньяҡ вокзалдары бар. «Ньюгати» тимер юл вокзалы Густав Эйфель проеты буйынса төҙөлгөн. Будапешт Көнсығыш экспрестың төп станцияларының береһе була. Бынан тыш ҡала яны поездары ла йөрөй HÉV. Будапештта 1948 йылда төҙөлгән Балалар тимер юлы ла бар.

Будапешт аша Дунай— Европаның төп һыу артерияларының береһе аға. Йылғала навигация булдырылған. Чепель утрауында сауҙа порты урынлашҡан.

Будапешттың үҙендә ял итеү өсөн тәғәйенләнгән һыу транспорты системаһы үҫешкән. Йылға буйлап йылға трамвайҙары йөрөй (СССР -ҙа етештерелгән «Москва» тибындағы кеүек)[11].

ЮНЕСКО флагы ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 400
рус.англ.фр.

Будапешттың Дунай буйындағы, Буда ҡәлғәһе һәм Андраш проспекты ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә инә.

(Достопримечательности сгруппированы по их местоположению)

Андраши проспекты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Андраши проспекты- иң билдәле, мөһим урам. Ул Эржебет (Erzsébet tér) майҙанын Геройҙар майҙаны һәм ҡаланың Варошлиге паркы менән тоташтыра; проспекта неоренессанс стилендәге биналар күп, мәҫәлән, архитектор Миклош Ибль проекты буйынса төҙөлгән Венгрия дәүләт опера театры, ул 1884 йылда асылған. Театрҙы 1872 йылда төҙөй башлағандар һәм 1884 йылда төҙөпөш тамамланған. 1885 йылда проспектҡа Австро-Венгрия премьер-министры һәм сит ил эштәре министры Дьюла Андраши исемен биргәндәр. Проспект ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә ингән.

Андраши проспектындағы мөһим объекттар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Проспект Андраши

Буда ҡәлғәһе (Ҡәлғә районы)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был района Король һарайы, Венгрия милли галереяһы, Милли китапхана, Будапешт тарих музейы, Матьяш соборы, Балыҡсылар бастионы, Лабиринт, тағун колоннаһы, Венгр шараптары йорто һәм Буда ҡәлғәһенә алып барыусы фуникулёр уынлашҡан. Король һарайы фасады Дунай буйлатып һуҙылған, уның оҙонлоғо 300 м. Һарайҙың көньяҡ өлөшө барокко стилендә төҙөлгән Мария-Терезия яғы тип атала. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында һарай емерелә, һуғыштан һуң уны яңынан тергеҙәләр һәм унда Милли галерея асыла. Матьяш соборы (Буда Богородица соборы) Икенсе донъя һуғышы ваҡытында ныҡ емерелә. Уның готика стилендәге башняһы менән «Жолнаи» черепицаһы менән ябылған ҡыйығы, һәм Балыҡсылар бастионы ҡалалағы иң күп фотоға төшөрөлгән объекттарҙан һанала. «Балыҡсылар бастионы» атамаһы буйынса: Ҡәлғә тауының көнсығыш итәгендә, Дунай буйында башлыса балыҡсылар йәшәгән район: «Һыу ҡалаһы» [Víziváros]. Улар тотҡан балыҡтарын Матьяш соборы янындағы балыҡ баҙарында һатҡан, шуға бастион — ҡәлғәнең оборона ҡоролмалары балыҡсылар цехын һаҡларға тейеш була. Бастион яңы роман стилендә XIX быуат аҙағында Меңйыллыҡ байрам итергә әҙерләнгән ваҡытта ҡала халҡының ял урыны итеп яңынан төҙөлгән.

Паркта Сеченьи һыу инеү урындары, Вайдахуньяд замогы, зоопарк, цирк, күңел асыу паркы һәм ҡышын шыуғалаҡ эшләй. "Вайдахуньяд замогы"н башта ағастан төҙөгәндәр, ләкин ул ҡала кешеләренә шул тиклем оҡшаған, шул сәбәпле уны 1904—1908 йылдарҙа уны таштан эшләгәндәр. Комплекста Венгрияның төрлө өлөштәрендә булған 21 бинаның күсермәһе бар, улар төрлө архитектура стилендә төҙөлгә. Бында, шул иҫәптән— Трансильваниянан Хунядиҙар ғаиләһенең замогы һынландырылған, был комплекстың исеме шуға бәйле бирелгән . «Сеченьи» (Széchenyi-gyógyfürdő) һыу инеү урындары- Европалағы иң ҙур йылы һыу инеү урындары. Һыу 74 °C һәм 77 °C ике ҙур минераль сығанаҡтан килә. Һыу инеү урындары 1913 йылда необарокко стилендә төҙөлгән. Будапешттың ҡала паркында цирк, зоопарк, бер нисә музей һәм «Гундель» рестораны бар.

Дунай ярҙарында бик мөһим биналар бар, мәҫәлән, «Вигадо» концерт залы, Грешем һарайы («Four Seasons» ҡунаҡханаһы), карнавал кейемендәге ҡыҙ статуяһы. Вигадо бинаһы- урлығы буйынса Будапештта икенсе урында тора. Архитектор Фридьеш Фесль[en] проекты буйынса 1859 йылда төҙөлгән. «Вигадо» 1848 йылда янып юҡҡа сыҡҡан «Редут» урынына төҙлгән. Бина Икенсе донъя һуғышы ваҡытында етди зыян күргән. Уны яңынан аяҡҡа баҫтырыу өсөн 36 йыл кәрәк була. 2006 йылда уның фасады реставрациялана.

Дунайҙың Пешт панорамаһы ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә ингән.

Сеченьи аша сылбырлы күпер 1849 йылда төҙөлгән. Урталағы аралығы 202 м[12], что делало мост вторым в мире мостом по длине после подвесного моста в городе Фрибур (Швейцария).

Ҡала ҡунаҡтарына «Геллерт» ҡунаҡханаһын, Герард Венгерский һәйкәлен, мәмерйәләге часовняһын, Цитадель һәм Азатлыҡ һәйкәлен күрергә тәҡдим ителә. Башта һәйкәл Будапештты Совет Армияһының немец ғәскәрҙәренән азат итеүенә арнала. XX быуаттың 90-сы йылдарында совет һалдаты һыны композициянан алып ташлана.
Тау венгрҙарҙы суҡындырған Изге Герард Венгерский хөрмәтенә аталған. Ул вәхшиҙәрсә үлтерелгән: ул тауҙан эсенә ҡаҙаҡтар ҡағылған мискәлә йылғаға бәрелә һәм Дунайҙа батырыла. «Геллерт» һыу инеү урыны 1912—1918 йылдарҙа Сецессион (ар-нуво) стилендә төҙөлгән. Һыу инеү урынында ҡайнар минераль һыулы бассейндар һәм сауналар бар. Асыҡ бассейнда сәғәт һайын яһалма тулҡындар ебәрелә. Медицина хеҙмәттәре күрһәтелә һәм дауалау массажы яһала .

Үҙәк баҙар һәм Азатлыҡ күпере

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Будапешттың үҙәк баҙары (Nagycsarnok) IX районда урынлашҡан һәм ҡаланың иң ҙур баҙары тип иҫәпләнә. Баҙарҙа төрлө йәшелсә, емеш, сыр һәм ит кеүекаҙыҡ-түлек алырға була. Уның ҡыйығы реставрацияланған һәм Жолнаи черепицаһы менән ябылған.

Азатлыҡ күпере Пешттан Будалағы Геллерт тауынаса һуҙылған—Сент-Геллерт майҙаны[hu]нан үҙәк баҙарға тиклем Күпер 1896 йылда Я. Фекетехази[hu] проекты буйынса төҙөлгән. Күперҙе асыу тантанаһында Австро-Венгрия императоры Франц-Иосиф ҡатнашҡан һәм ул император хөрмәтенә аталған. Күпер оҙонлоғо— 333,6 м.

Геройҙар майҙаны- ҡаланың төп майҙандарының береһе. Ул Андраши проспекты аҙағында, Варошлигет ҡала парк янында урынлашҡан. Майҙанда ике бина бар здания: Будапешт һынлы сәнғәт музейы һул яҡта һәм Мючарнок күргәҙмә залы уң яҡта.

Майҙанда Сербия илселеге (элекке Югославия илселеге, 1956 йылда унда ихтилал етәксеһе Имре Надь йәшенгән). Майҙандың уртаһында Ватанды табыуҙың 1000-йыллыҡ мемориалы, унда Венгрияның тарихында IX быуаттан алып булған күренекле эшмәкәрҙәр, етәкселәр һындары ҡуйылған. Монументты 1896—1929 йылдарҙа төҙөгәндәр. Колоннадаларҙы оҙонлоғо — 85 м. Архангел Гавриил һыны менән биҙәлгән үҙәк колоннабейеклеге- 36 м. Уртала венгр ҡәбиләләре юлбашсыһы— Арпад һыны (скульптор Зала Дьёрдь эше). 1989 йылдың 16 июнендә 250000 кеше Имре Надь һөйәктәрен яңынан ерләү өсөн йыйыла (1958 йылдың июнендә язалана).

Дохань урамындағы Ҙур синагога һәм Холокост музейы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дохань урамындағы Ҙур синагога Европағы иң ҙур синагога һәм донъяла ҙурлығы буйынса икенсе урында тора. Унда 3000 кеше һыя. Бинаның оҙонлоғо — 75 м, киңлеге — 27 м. Синагога 1854—1859 йылдарҙа яңы мавритан стилендә архитектор Людвиг Фёрстер проекты буйынса төҙөлә. Эске биҙәлеше проекты авторы- Фридьеш Фесль. Синагога торған майҙан Теодор Герцль исемен йөрөтә, ул тыуған йорт урынында хәҙерге Будапешт йәһүд музейы урынлашҡан.

Синагога ихатаһындағы Рауль Валленберг мемориалы Холокост ваҡытында һәләк булған 600 мең Венгрия йәһүде иҫтәлегенә ҡуйылған. Мемориал уртаһында металдан ағас эшләп ҡуйылған (бөҙрә тал), уның япраҡтарында һәләк булған кешеләрҙең исемдәре яҙылған.

Буда, Пешт һәм Обуда берләшкәндән һуң ете йыл үткәс, 1880 йылда Дәүләт йыйылышы парламент бинаһы төҙөргә ҡарар итә, ул венгр халҡының суверенлыҡ хоҡуғын күрһәтергә тейеш була. Конкурста архитектор Имре Штейндль еңә, ләкин башҡа ике конкурста ҡатнашыусының да идеялары тормошҡа ашырыла—береһе Будапешт этнография музейы, икенсеһе Ауыл хужалығы министрлығыбинаһында. Төҙөлөш 1885 йылда башлана, Дәүләт йыйылышының был биналағы тәүге ултырышы 1896 йылда, Ватанда урынлашыуҙың 1000-йыллығын байрам иткән йылда була. Парламент бинаһы төҙөлөшө тик 1906 йылда ғына тамамлана, был ваҡытҡа инде проект архитекторы һуҡырайған була. Өҙөлөштә меңәрләгән кеше эшләй, уны төҙөүгә 40 млн кирбес һәм 40 кг алтын китә.

Бөйөк Британия парламенты кеүек бина неоготика стилендә төҙөлгән. Бина 18 000 м² майҙанды алып тора. Уның оҙонлоғо— 268 м, киңлеге— 123 м. Интерьеры 10эске ихата, 13 лифт, 27 ҡапҡа, 29 баҫҡыс һәм 691 бүлмәнән тора. Бинаның бейеклеге 96 м, ул ҡалалағы иң бейек тарихи биналарҙан һанала. Төп фасады Дунайға ҡаратып һалынған. Фасадында венгр королдәре һәм юлбашсылары статуялары (барлығы 88). Төп ҡапҡа («Арыҫлан ҡапҡаһы») Лайош Кошут майҙанына сыға.

Вид на Пешт и парламент с Рыбацкого бастиона
Вид на Пешт и парламент с Рыбацкого бастиона

Изге Иштван базиликаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Изге Иштван базиликаһы (мадьярса  Szent István-bazilika) Венгрияның тәүге короле Иштван иҫтәлегенә бағышланған. Соборҙы 1851 йылда архитектор Йожеф Хильд етәкселегендә төҙөй башлайҙар. Ул вафат булғас, төҙөлөш менән Миклош Ибль етәкселек итә. Төҙөлөш 1905 йылда тамамлана. Соборҙың дөйөм майҙаны —4730 м², көмбәҙенең диаметы — 22 м, әбейеклеге— 96 м. Парламент бинаһы менән бергә базилика ҡалалағы иң бейек тарихи биналар иҫәбенә инә.

Базиликала Изге Иштвандың һөйәктәре ҡуйылған часовня һәм венгр изгеләре һынландырылған витраж бар .

Дунай ярынан һәм парламент бинаһынан йыраҡ түгел Азатлыҡ майҙаны (мадьярса  Szabadság tér) урынлашҡан. Майҙанда- Венгрия радио һәм телевидение компанияһы, АҠШ илселеге һәм Венгрия милли банкы. Майҙан уртаһында — Будапештты фашистарҙан азат иткәндә һәләк булған совет яугирҙары монументы.

Ваци урамы

Ваци урамы (мадьярса  Váci utca)- ҡаланың йөрәге. Урам. Вёрёшмарти майҙанынан башлана һәм Фёвам[hu] майҙанына (үҙәк баҙар янында) тиклем һуҙыла. Был урамда магазиндар һәм ресторандар күп. Күп кенә биналарҙың фасады суйын биҙәктәр һәм мозаика менән биҙәлгән.

Будапешт музейҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Будапешт — курорт ҡалаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Будапешт—Европалағы берҙән-бер курорт- баш ҡала, унда бик күп ҡайнар минерал сығанаҡтар бар. Ҡалала II быуаттағы Рим империяһы заманындағы һыу инеү урындары табылған. Ләкин һыу инеү мәҙәниәте тик Ғосман империяһы осоронда XVI—XVII быуаттарҙа (1541—1686) үҫешә башлай. Будапештта 26һыу инеү урыны бар. Иң ҙурҙары— «Сеченьи», «Геллерт», «Кирай» һәм «Рудаш исемендәге дауалау һыу инеү урыны һәм бассейны».

  1. Hongrie : l'écologiste Gergely Karacsony remporte Budapest, défaite pour Viktor OrbanLCI, 2019.
  2. M.-L. W. Hongrie : le parti d'Orban battu aux municipales à BudapestLe Parisien, 2019.
  3. Blow for Hungary PM Orbán as opposition wins Budapest mayoral raceThe Guardian, 2019.
  4. Книга:Русские названия жителей: Словарь-справочник|59
  5. Ежегодное издание «Административная Венгрия», Центральное Статистическое Бюро, 2014.
  6. «Strange and wonderful» Budapest — Where the living is increasingly pleasant…and still very cheap. Архивировано 23 февраль 2010 года. 2010 йыл 23 февраль архивланған.
  7. Sex trade moguls thrive by the Blue Danube — World, News — The Independent
  8. The Art and Politics of Netporn " Abstract
  9. Combino trams prove successful for Budapest.
  10. B. A. Schenk, M. R. Van Den Toorn. Trams 2007. Издательство de Alk (Нидерланды), ISBN 90-6013-466-4
  11. Сайт «Российские речные суда». Архивировано из оригинала 30 декабрь 2006 года. 2006 йыл 30 декабрь архивланған.
  12. Lánc híd - információs adattár. Duna hidak. információs adattár Prezentáció: Homonnai Sándor. Дата обращения: 10 февраль 2020. Архивировано из оригинала 2 март 2007 года. 2007 йыл 2 март архивланған.