Баһманова Нурзиә Яхъя ҡыҙы
Баһманова Нурзиә Яхъя ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 8 апрель 1963 |
Тыуған урыны | Рәтамаҡ, Йәрмәкәй районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 12 июль 2024 (61 йәш) |
Балалары | Ярослава Вячеславовна Шведова[d] |
Һөнәр төрө | еңел атлет, бегун на сверхмарафонские дистанции |
Уҡыу йорто | Рәсәй дәүләт физик культура, спорт, йәштәр һәм туризм университеты[d] |
Спорт төрө | Еңел атлетика |
Баһманова Нурзиә Яхъя ҡыҙы (8 апрель 1963 йыл) — Рәсәй еңел атлеты-йүгереүсе, донъя һәм Европа чемпионы. Халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1992), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2000).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нурзиә Яхъя ҡыҙы Баһманова 1963 йылдың 8 апрелендә Башҡорт АССР-ының Йәрмәкәй районы Рәтамаҡ ауылында тыуған.
Ленин орденлы Дәүләт физик культура институтының (ГЦОЛИФК) тренерлыҡ факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Уҡыған��а Ленин степендияһы ала, Мәскәү вуздары студенттарының философия буйынса фәнни конференцияһында еңеүсе була.
Спорттағы һөнәре: марафонсы һәм ультрамарафонсы (100 км).
1990—1992 йылдарҙа еңел атлетика буйынса СССР-ҙың һәм БДБ илдәре йыйылма командалары, артабан 1993—1998 йылдарҙа еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең йыйылма командаһы ағзаһы.
Рәсәй спортсылары араһынан 100 саҡрымға йүгереү буйынса беренсе бөтә донъя чемпионы</ref>Cool Running :: A Conversation With 100 Km USA Team Members Jim Garcia and Kevin McGovern 2011 йыл 21 октябрь архивланған.</ref>[1].
Мәскәүҙә йәшәй. Кейәүҙә. Улы — Шведов Павел, ҡыҙы — Шведова Ярослава Вячеславовна, профессиональ тенниссы, 2008 йылдан Ҡаҙағстан өсөн сығыш яһай.
Ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1991 йыл — 100 км йүгереү буйынса донъя чемпионаты (Италия, Флоренция, 25 — 26 май) — 8:42.54 (алтынсы урын)[2].
- 1992 йыл:
- 100 саҡрымға йүгереүҙә бөтә Донъя чемпионы (Испания, Паламос)— 7:44.37[3],
- Испания асыҡ чемпионаты еңеүсеһе (Мадрид),
- Предолимпия турниры еңеүсеһе (Испания, Барселона),
- Бельгияның асыҡ чемпионаты призеры. (Торхаут, De Nacht van Vlaanderen).
- 1992 йыл йомғаҡтары һәм спорт йәмәғәтселеге фекере буйынса «Планетаның иң түҙемле ҡатын-ҡыҙы» тигән исем ала.[4].
- 1992 йылда «Халыҡ-ара класлы спорт мастеры» исеме бирелә.
- 1993 йылда Прага марафонында еңә.
- 1994 йылда:
- Команда зачетында 100 саҡрымға йүгереүҙә Европа чемпионы була.
- Шул уҡ йылда 100 саҡрымға йүгереүҙә Европа чемпионатының көмөш миҙалын ала.
- 1995 йылда 100 саҡрымға йүгереүҙә Европа рекордын ҡуя (трек) (Рәсәй чемпионаты, Подольск ҡлаһы)
- Күп һанлы халыҡ-ара, марафондар һәм ультрамарафондар еңеүсеһе.
- 2000 йылда «Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры» исеме бирелә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ World and European Ultra Running Championships
- ↑ IAU Newsletter Autumn edition 1991 p.p. 5—8 (инг.)
- ↑ http://www.marathonx.com/Nurzia_Bagmanova.htm
- ↑ Ultra Legends " Blog Archive " IAU 100km World Cup — 1992<!— Исем бот менән өҫтәлгән.-->