Баланчивадзе Мелитон Антонович
Баланчивадзе Мелитон Антонович | |
груз. მელიტონ ბალანჩივაძე | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Грузия СССР |
Тыуған ваҡыттағы исеме | груз. მელიტონ ბალანჩივაძე |
Тыуған көнө | 24 декабрь 1862 (5 ғинуар 1863)[1][2] |
Тыуған урыны | Баноджа[d], Кутаиси губернаһы[d], Кавказ наместниклығы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 21 ноябрь 1937[2][3] (74 йәш) |
Вафат булған урыны | Кутаиси, Грузия ССР-ы[d], СССР |
Ерләнгән урыны | Кутаиси |
Балалары | Джордж Баланчин һәм Баланчивадзе Андрей Мелитонович |
Туған тел | Грузин теле |
Һөнәр төрө | композитор, опера йырсыһы |
Уҡыу йорто |
Санкт-Петербург консерваторияһы Тбилиси дини семинарияһы |
Уҡыусылар | Natela Svanidze[d] |
Кемдә уҡыған | Римский-Корсаков Николай Андреевич, Юлий Иванович Иогансен[d] һәм Самусь, Василий Максимович[d] |
Жанр | Опера |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Баланчивадзе Мелитон Антонович Викимилектә |
Баланчивадзе Мелитон Антонович (груз. მელიტონ ანტონის ძე ბალანჩივაძე; 24 декабрь 1862 йыл (5 ғинуар 1863 йыл) — 21 ноябрь 1937 йыл) — Грузия композиторы. Данлыҡлы хореограф Джордж Баланчин һәм композитор Андрей Баланчивадзеның атаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мелитон Антонович Баланчивадзе 1862 йылдың 24 декабрендә (яңы стиль буйынса 1863 йылдың 5 ғинуарында) Баноджа ауылында тыуа. Кутаиси дини училищеһында уҡый, сиркәү хорында йырлай
1880 йылда Тифлис опера театры хорына инә.
1889 йылда Петербург консерваторияһына уҡырға керә.
1895—1917 йылдарҙа Рәсәй ҡалаларында грузин музыкаһы менән хор ойоштора.
1918 йылда Кутаисиҙа музыка училищеһы аса.
1921—1924 йылдарҙа — Грузин ССР-ы халыҡ мәғриәфәте комиссариатының музыка бүлеге мөдире.
Милли операға нигеҙ һалыусыларҙың береһе, А. Церетелиҙың «Тамара Коварная» поэмаһы (1897[4]) буйынса тәүге грузин «Дареджан Коварная» операһы авторы[5] . Операның беренсе редакцияһы Николай Черепнин, икенсеһе — улы Баланчивадзе Андрей ҡатнашлығында ҡуйыла[6].
1923 йылда Георгий Ахвледиани урамы, 4 адресы буйынса йәшәй (мемориаль таҡтаташ ҡуйылған)[7]
1937 йылдың 21 ноябрендә Кутаисиҙа вафат була.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мелитон Баланчивадзе ике тапҡыр өйләнә. Гаянэ Эристави менән тәүге никахынан ике балаһы була. Береһе, Аполлон, аҡ гвардеецтар ғәскәре полковнигы була, 1918 йылда Беренсе Кубань походында ҡатнаша.
Икенсе тапҡыр (1905 йәки 1906 йылда булыуы ихтимал) Санкт-Петербургта тыуған Мария Николаевна Васильеваға өйләнә. Ғаиләлә өс бала тыуа:
- Тамара, рәссам, 1943 йылда Ленинград блокадаһы ваҡытында вафат була;
- Джордж Баланчин АҠШ-ҡа эмиграциялана һәм абруйлы балетмейстер булып китә;
- Андрей Баланчивадзе совет Грузияһының билдәле композиторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (14.01.1937)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Meliton Balanchivadze // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ 2,0 2,1 БАЛАНЧИВАДЗЕ // Большая российская энциклопедия (урыҫ) — М.: Большая российская энциклопедия, 2004.
- ↑ Кругосвет (урыҫ) — 2000.
- ↑ Баланчивадзе, Мелитон Антонович (1862—1937)
- ↑ [ Баланчивадзе, Мелитон Антонович] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- ↑ Опера Баланчивадзе «Дареджан Коварная» 2016 йыл 16 август архивланған.
- ↑ Адреса и жители Верийского квартала. Ахвледиани, Баланчивадзе, Берия
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 5 ғинуарҙа тыуғандар
- 1863 йылда тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 21 ноябрҙә вафат булғандар
- 1937 йылда вафат булғандар
- Грузияла вафат булғандар
- Санкт-Петербург консерваторияһын тамамлаусылар
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- XX быуат композиторҙары
- Рәсәй империяһы композиторҙары
- СССР композиторҙары
- Алфавит буйынса композиторҙар
- Алфавит буйынса музыканттар
- Алфавит буйынса шәхестәр