Баева Вера Михайловна
Баева Вера Михайловна | ||||
Тыуған | ||||
---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Өфө ҡалаһы | |||
Ил | ||||
Һөнәрҙәре |
камера, опера йырсыһы, музыкаль педагог | |||
Йырлау тауышы |
лирик-колоратур сопрано | |||
Наградалар |
| |||
Баева Вера Михайловна (29 март 1936 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең опера һәм камера йырсыһы (лирик-колоратур сопрано), педагог. 1959—2000 йылдарҙа Свердловск дәүләт филармонияһы солисы, бер үк ваҡытта 1968—1973 йылдарҙа һәм 1982 йылдан М. П. Мусоргский исемендәге Урал консерваторияһы уҡытыусыһы, профессор (1996). СССР-ҙың халыҡ артисы (1986).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вера Михайловна Баева 1936 йылдың 29 мартында Өфөлә күп балалы ғаиләлә тыуа[1].
1959 йылда Урал консерваторияһын (Свердловск, хәҙер Екатеринбург) тамамлай. Яңғыҙ йыр класында — П. А. Ноздровскаяла, ә камера йыры класында Б. И. Певзнерҙа уҡый.
1959-2000 йылдарҙа — Свердловск дәүләт филармонияһы солисы.
Йырсы ижадында фортепиано оҙатыуындағы яңғыҙ йыр концерттары төп урынды биләй. Репертуарында биш йөҙләп әҫәр — романстар, операларҙан ариялар, халыҡ йырҙары, Көнбайыш Европа, рус һәм совет камера-вокаль һәм опера классикаһы, донъя халыҡтары йырҙары.
Йырсы ҡаҙаныштарының береһе — М. Глиэрҙың тауыш менән оркестр өсөн концертын башҡарыу. Баеваның ижадында органға ҡушылып йырлау ҙа ҙур ғына урын биләй. Вокаль-симфоник әҫәрҙәр (Дж. Верди, ��. А. Моцарт һ.б.) башҡарыуҙа ҡатнаша. Уның башҡарыуында И. С. Бах, Г. Ф. Гендель кантаталарынан ариялар вокаль оҫталыҡ өлгөһө булып тора.
1968—1973 йылдарҙа һәм 1982 йылдан алып М. П. Мусоргский исемендәге Урал консерваторияһында уҡыта (1996 йылдан — профессор). Уҡыусылары араһында — Рәсәйҙең атҡаҙанған артистары И. Наумова, М. Силина, Коми Республикаһының халыҡ артисы Е. Лагода, Бүрәт Республикаһының халыҡ артисы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты С. Крупина, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Н. Белоусова.
1987 йылдан — «Свердловск өлкәһенең музыкаль йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһының идара рәйесе. Екатеринбург ҡалаһы призына Йәш вокалсыларҙың халыҡ-ара конкурсының жюри рәйесе.
2006 йылда Екатеринбургта «Урал» студияһында «Дороги любви» тигән альбомы сыға, унда йырсының 42 яҙмаһы инә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- М. И. Глинка исемендәге III Бөтә Союз вокалсылар конкурсы лауреаты (2-се премия, Мәскәү, 1965).
- РСФСР-ҙың халыҡ артисы(1979)[2]
- СССР-ҙың халыҡ артисы (1986)
- «Намыҫлы хеҙмәт өсөн. Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан» миҙалы
- Әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн Свердловск өлкәһе губернаторы премияһы (2004)
- Екатеринбургтың почётлы гражданы (1993).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Уральская государственная консерватория имени М. П. Мусоргского — Баева Вера Михайловна 2013 йыл 2 март архивланған.
- Информация о певице на сайте почётных граждан Екатеринбурга 2009 йыл 13 июль архивланған..
- Баева Вера Михайловна // Вокально-энциклопедический словарь: Биобиблиография : в 5 т. / М. С. Агин. — М., 1991—1994.
- 29 мартта тыуғандар
- 1936 йылда тыуғандар
- СССР-ҙың халыҡ артистары
- РСФСР-ҙың халыҡ артистары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса музыканттар
- Рәсәйҙең академик музыканттары
- СССР-ҙың академик музыканттары
- XX быуат музыка педагогтары
- Рәсәй музыка педагогтары
- СССР музыка педагогтары
- XX быуат опера йырсылары
- Рәсәй опера йырсылары
- СССР опера йырсылары
- XX быуат йырсылары
- Рәсәй йырсылары
- СССР йырсылары
- Алфавит буйынса йырсылар
- Алфавит буйынса педагогтар
- Өфөлә тыуғандар
- Сопрано
- Урал консерваторияһын тамамлаусылар