Африканың Бөйөк күлдәре
Уҡыу көйләүҙәре
Координаты: пропущена долгота
Африка Бөйөк күлдәре | |
---|---|
Координаты: пропущена долгота | |
Илдәр | |
Африканың Бөйөк күлдәре Викимилектә |
Африка Бөйөк күлдәре — Көнсығыш Африка рифт үҙәнендә һәм уның тирәһендә урынлашҡан Африканың иң ҙур күлдәре.
��еография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Африка Бөйөк күлдәре исемлеге:
- Виктория — донъяла ҙурлығы буйынса икенсе сөсө күл
- Танганьика — донъяла тәрәнлеге һәм күләме буйынса икенсе күл
- Ньяса (Малави)
- Рудольф (Туркана)
- Эдуард
- Альберт
- Киву
Виктория, Альберт һәм Эдуард күлдәренең һыуы Аҡ Нилға, Танганьика һәм Киву һыуы — Конгоға, ә Малави һыуы — Замбезиға ағып төшә. Рудольф — тымыҡ күл.
Танганьиканан алыҫ түгел урында урынлашҡан Руква һәм Мверу күлдәре майҙаны буйынса Эдуард һәм Кивунан ҙурыраҡ булыуына ҡарамаҫтан Бөйөк Африка күлдәре исемлегенә кермәйҙәр.
Был күлдәрҙә билдәле булған барлыҡ балыҡ төрҙәренең 10% тереклек итә. Виктория, Танганьика һәм Ньяса күлдәре Ерҙәге бөтә сөсө һыуҙың 25 %-ын тәшкил итә.
Күлдәр тирәһе регионы донъяла халыҡтың иң тығыҙ ултырған урындарҙың береһе булып тора, бында яҡынса 107 миллион кеше йәшәй.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дмитревский Ю. Д., Олейников И. Н. Озёра Африки / Ю. Д. Дмитревский, И. Н. Олейников. — Л.: Гидрометеоиздат, 1979. — 184, [32] с. — 35 000 экз. (обл.)
- Jean-Pierre Chrétien. The Great Lakes of Africa: Two Thousand Years of History trans Scott Straus