Эстәлеккә күсергә

Аташәһәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аташехир
төр. Ataşehir
Статус

Төркиә райондары

Урынлашҡан урыны

Истанбул провинцияһы (ил)

Халҡы (2009)

361 615

Майҙаны

25,87 км²

Аташехир на карте

Ваҡыт бүлкәте

UTC+3

Автомобиль номерҙары коды

34

Рәсми сайты

Аташәһәр (тур. Ataşehir) —Истанбул провинцияһы (Төркиә) районы, ғәмәлдә Истанбул ҡалаһы юлдашы. Истанбулдың азия өлөшөндә, O2 һәм 04 автомобиль юлдары районы сигендә урынлашҡан.

Аташәһәрҙә күп ҡатлы торлаҡ төҙөлөшө әүҙем алып барыла. Ағымдағы пландар юғары килем 80 мең кешегә иҫәпләнгән 18 мең кондоминиум төҙөүҙе күҙ уңында тота. Бынан тыш, Аташәһәрҙә күп кенә компанияларҙың офистары урынлашҡан, һәм ҡала эшлекле үҙәк булып тора. Шулай уҡ ҡалала ял итеүселәр өсөн, атап әйткәндә, спорт менән шөғөлләнеүселәргә бар мөмкинлектәр ҙә бар.

Аташәһәрҙә шәхси йорттар юҡ, һәм уларҙы төҙөү планлаштырылмай.

Район берҙәм план буйынса төҙөлгән. Аташәһәр Бульвары ҡаланың төп күсәре булып тора. Аташәһәрҙә биш мәктәп, ике сауҙа үҙәге, шулай уҡ төрлө хеҙмәтләндереү предприятиелары күп. Төҙөлөш ваҡытында автомобилдәр өсөн ер аҫты парковкалары һәм ер өҫтө парковкалары етерлек кимәлдә булыуы планлаштырылған. Шуның менән бергә Аташәһәр үҙ машиналары булған кешеләргә иҫәпләнгән, шуға күрә районда йәмәғәт транспорты аҙ таралған.

Ҡалып:Стамбул