Эстәлеккә күсергә

Татарстан башҡорттары

Был мәҡәлә һайланған мәҡәләләр исемлегенә керә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Татарстан башҡорттары
Дәүләт  Совет Рәсәйе
 Рәсәй
 Рәсәй империяһы
 Ҡазан ханлығы
Алтын Урҙа
Административ-территориаль берәмек Татарстан Республикаһы
Халыҡ һаны 11 029 кеше (2021)[1]

Татарстан башҡорттары — Татарстан Республикаһында йәшәгән башҡорттар.

Шартлы рәүештә ике төркөмгә бүленә: беренсеһенә — Татарстандың көнсығыш төбәктәрендәге ерле башҡорттарҙың вариҫтары, икенсеһенә совет һәм советтан һуңғы осорҙарҙа Урал-Волга буйының башҡа төбәктәренән республикаға күсеп килгән башҡорттар инә[2].

Башҡорттар һәм Волга буйы Болғары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ибн Фаҙлан мәғлүмәттәренә ярашлы, 921—922 йылдарҙа Волга буйы Болғары менән башҡорттар иле араһындағы сик Оло Сәрмәсән йылғаһы буйлап үткән. X—XIII бб. көнбайыш башҡорттар Волга буйы Болғары составында була. Ҡайһы бер башҡорт ҡәбиләләре Волга буйы болғарҙарынан сыҡҡан. Башҡорт телендә вокализм болғар теленең тура вариҫы булған сыуаш телендәге һуҙынҡылар системаһына оҡшаш[3].

1229 йылдың яҙында татар-монголдарҙың утыҙ меңле ғәскәре Көнбайышҡа йүнәлә һәм көҙгә Яйыҡ менән Волга буйы далаларына килеп етә, унда башҡорттар һәм уларҙың союздашы булған болғарҙар яғынан ҡаты ҡаршылыҡҡа осрай. 1232 йылда татар-монголдар Волга буйы Болғарының баш ҡалаһы Биләрҙе алырға йыйына, ләкин Оло Сәрмәсән һәм Ҡондорса йылғалары буйындағы оборона һыҙығында тотҡарланып ҡала[4]. Артабанғы походтарҙа илбаҫарҙар башҡорттар һәм болғарҙарҙы һындырыуға өлгәшә. Рәшит-әд-Дин шаһитлыҡ итеүенсә, 1236 йылдың көҙөндә монголдар «буларҙар һәм башғирдтарға ҡаршы походҡа ҡуҙғала һәм әллә ни ҙур көс түкмәйенсә уларҙы буйһондора». Булар һәм Башғирд илдәре яулап алынһа ла, уларҙың халҡы «тағы күтәрелә»[5].

Сыңғыҙлылар дәүләте составында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XIII быуат башында Көнсығыш Европаның ҙур өлөшө монгол-татарҙар һөжүменә дусар була. Илбаҫарҙар ябырылыуын тәүгеләрҙән булып Болғар дәүләте татый, уның составында төньяҡ-көнбайыш башҡорттары ла була. Волга буйы Болғарын ҡыйратҡандан һуң Башҡортостан 1236 йылда монголдар власы аҫтында ҡала, 1243 йылда Батый хан нигеҙләгән Алтын Урҙаға инә. Башҡорттар Алтын Урҙа ханына яһаҡ түләргә тейеш була, яһаҡ хатта имсәк балаларға ла һалына[6][7]. Яһаҡтан тыш башҡорттар монгол аҡһөйәктәренә аттар бирергә тейеш була. Артабанғы баҫып алыу яуҙарында монгол хандары ерле халыҡтарҙың да ҡатнашыуын талап итә. Башҡорттарға шулай уҡ, үҙ иҫәбенән тәьмин итеп, запас аттар биреп, талап ителгән һанда яугирҙар бирергә тура килә. Башҡорттарҙың үҙ ерҙәре XIII быуат башында Алтын Урҙа тарафынан уның аҫаба ере тип иғлан ителә.

XIV—XV быуаттарҙа Алтын Урҙа бер нисә дәүләткә тарҡала. Башҡортостан территорияһы өс өлөшкө бүленгән булып сыға:

Алтын Урҙа тарҡалғандан һуң, башҡорттар йәшәгән территорияларҙың бер өлөшө (Ыҡ йылғаһының түбәнге һәм урта ағымы, Минзәлә йылғаһы үҙәне, Ағиҙел йылғаһының түбәнге ағымы, Каманың (Сулмандың) һул яры) Ҡазан ханлығына инә. Ҡазан хандарының башҡорттар менән үҙ-ара мөнәсәбәте башҡорттарҙы тарханлыҡ грамоталарына алмашҡа хәрби хеҙмәткә йәлеп итергә тырышыуҙан тора. Был сәйәсәт Ыҡ йылғаһы үҙәненә башҡорт ҡәбиләләрен тартыу мөмкинлеген бирә.

Кенәз Андрей Курбский яҙыуынса, Ҡазан ханлығында татар теленән тыш — биш төрлө тел: ар, башҡорт, мордва, черемис һәм сыуаш телдәре була.

Ханлыҡтар даими үҙ-ара һуғыштар алып бара, уларҙан башҡорт халҡы бик ныҡ йонсой[8]. Шунлыҡтан көнбайыш башҡорттар, Ҡазан ханлығына урыҫ ғәскәрҙәре һөжүм иткәндә, уларға ярҙамға бармай[9].

Урыҫ дәүләтенә инеү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1552 йылда, Ҡазан ханлығын ҡыйратҡандан һуң, Яуыз Иван батша башҡорттарҙы урыҫ подданныйлығына саҡыра, уларға ерҙәрен, диндәрен һаҡларға вәғәҙә итә, ләкин урыҫ армияһында хеҙмәт итеү һәм яһаҡ түләү шартын ҡуя. Хәҙерге Татарстан территорияһында йәшәгән башҡорт ҡәбиләләре һәм ырыуҙары беренселәрҙән булып Ҡазанда баяр А. Б. Горбатов-Шуйский менән был хаҡта һөйләшеүҙәр үткәрә. 1554 йылда көнбайыш башҡорттары урыҫ подданствоһына күсә[10]. Ырыуҙар вәкилдәре жалованный грамоталар ала, башлыҡтар тархан, кенәз, староста булып китә. Башҡорттарға аҫабалыҡ хоҡуғын һаҡлау, дин тотоу ирке, үҙидара, хәрби яҡлау гарантиялана. Башҡорттар яһаҡ түләү һәм хәрби хеҙмәт үтәү йөкләмәһен ала.

Кама буйында XVII—XVIII быуаттарҙағы башҡорт ихтилалдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорттар феодаль иҙеүҙең көсәйеүенә, аҫабалыҡ хоҡуҡтарын боҙоуға, динде ҡыҫыуға ҡаршы ҡат-ҡат баш күтәрә. Кама буйындағы башҡорт халҡының ҙур ихтилалдарының береһе — 1662—1664 йылдар ихтилалы.

1681—1684 йылдарҙағы киләһе башҡорт ихтилалының сәбәбе халыҡтың аҫабалыҡ хоҡуҡтарын боҙоу һәм урыҫ булмаған халыҡтарҙы көсләп суҡындыра башлау була. Ихтилал башында Сәйет Садиир тора, халыҡ уны Сәйет батыр тип йөрөтә, ә ихтилал барышында ул Сәфәр хан тип иғлан ителә. Көнбайыш Башҡортостан, Кама аръяғы һыҙаты районы, ул саҡта колонияға әйләндереү, халҡын суҡындырыу йәһәтенән көслө баҫым аҫтында ҡалған була. 1682 йыл башында баш күтәреүселәр отрядтары Кама аръяғы һыҙатының ҡәлғәләренә (Минзәлә, Зәй,Шишмә һ.б.) һөжүм итә. Ихтилалды баҫтырыуға ғәскәрҙәр ебәрелә. 1683 йылдың июнь уртаһында Минзәлә эргәһендә кенәз Ю. С. Урусов ҡулы аҫтында хөкүмәт ғәскәрҙәренең ҙур төркөмө туплана. Тиҙҙән улар Минзәлә һәм башҡа ҡәлғәләр тирәһендә тәүәккәл һөжүмгә күсә һәм баш күтәреүселәрҙе ҡыйрата. Ҡан ҡойғос һуғыш һөҙөмтәһендә башҡорттар еңелә һәм тарҡала, ләкин Сәйет Садиир тотолмай, Себер даруғаһында көрәшен дауам итә. Ихтилал баҫтырылғас, башҡорттарҙың бер өлөшө, ҡалмыҡтарҙың мәжбүр итеүе арҡаһында, подданствоһын алмаштырырға була һәм ҡалмыҡ тайшыһы Аюки ҡулы аҫтына китә. Уның яғына «Ыҡ һәм Ағиҙел башҡорттары, сыуаштарҙың яртыһы ҡатындары һәм балалары менән китә»[11]. Ҡырҡ меңле ҡалмыҡ ғәскәренең аяуһыҙлығы башҡорт баш күтәреүселәрен Урыҫ дәүләтенә ҡаршы көрәшен туҡтатырға мәжбүр итә. Батша хөкүмәтенең уның бер ҡасан да мосолмандарҙы ихтыярһыҙлап суҡындырыу тураһында указ сығарғаны булмауы тураһында белдереүе лә бының сәбәптәренең береһе була. Һөҙөмтәлә, батша хөкүмәте мосолмандарҙы көсләп суҡындырыуҙан баш тарта[12].

XVIII быуат башында Петр I тарафынан үткәрелгән әүҙем тышҡы сәйәсәт һәм диңгеҙгә сығыу өсөн башланған һуғыштар күп сығымдар талап итә. Бик күп төрлө яңы һалымдар, йыйымдар барлыҡҡа килә. Властарҙың ғәмәлдәре менән риза булмаған башҡорттар йәнә ихтилалға күтәрелә. Ул 1704—1711 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы булараҡ билдәле.

1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары XVII—XVIII быуаттарҙағы башҡорт ихтилалдарынан иң көслөһө була. Ихтилалдарҙа ҡатнашҡан башҡорттарҙы баҫтырыу һәм язалау өсөн императрица Анна Иоанновна указы буйынса хөкүмәт тарафынан Башҡорт эштәре комиссияһы ойошторола, штабы Минзәлә ҡалаһында урынлаша.

Көнбайыш башҡорт кантондары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
11-се башҡорт кантонының 18-се йорто мисәте

Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы Рәсәй императорының 1798 йылдың 10 апрелендәге указы менән Рәсәйҙең көньяҡ-көнсығыш сиктәрен нығытыу һәм башҡорт төбәген ҡулда тотоу маҡсатында индерелә[13]. Был указға ярашлы, Пермь, Ырымбур, Вятка губерналарындағы башҡорттарҙан һәм мишәрҙәрҙән регуляр булмаған ғәскәр — Башҡорт-мишәр ғәскәре төҙөлә. Ул 11 башҡорт һәм 5 мишәр кантонына бүленә. 1803 йылға тиклем хәҙерге Татарстан территорияһында булған кантондар Ырымбур губернаһына инә: Бөгөлмә өйәҙендә — 10-сы Башҡорт кантоны һәм Минзәлә өйәҙендә — 11-се Башҡорт кантоны. Яңы башҡорт кантоны ойошторолоп, административ үҙгәрештәр тормошҡа ашырылғандан һуң, көнбайыш башҡорт кантондарына 11-се кантон (Ырымбур губернаһының Минзәлә өйәҙенән башҡа) өҫтәлә, уға Вятка губернаһының Алабуға һәм Сарапул өйәҙҙәре инә, ә Бөгөлмә өйәҙе 12-се Башҡорт кантоны составында була.

1806 йылдың 9 ноябрендә Александр I хәрби ҡоро ер көстәре министры генерал С. К. Вязмитиновҡа Наполеон Францияһы менән һуғышҡа 10 башҡорт полкы ойошторорға ҡуша. Хәрәкәт итеүсе армияға 10000 башҡорт ебәрелә. 1812 йылғы Ватан һуғышы башланғас, башҡорттарҙан 15 полк төҙөлә. Шул иҫәптән 11-се башҡорт кантонынан — 6-сы Башҡорт полкы һәм өлөшләтә 5-се, ә 12-се кантон башҡорттарынан 13-сө, өлөшләтә 5-се һәм 12-се Башҡорт полктары төҙөлә[14].

1855 йылда кантондар үҙгәртелә: Алабуға һәм Сарапул өйәҙҙәре территорияһында — 17-се башҡорт кантоны (элекке 11-се кантондың бер өлөшө), Минзәлә өйәҙе территорияһында 18-се һәм 19-сы башҡорт кантондары (әүәлге 11-се кантон территориялары) барлыҡҡа килә. Ә элекке 12-се кантондың бер өлөшө 23-сө башҡорт кантонына ҡушыла[15].

1865 йылда Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһын бөтөрөү 1861 йылғы Крәҫтиән реформаһының бер өлөшө булып тора.

XIX б. аҙағы — XX бб. башы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XIX б. аҙағы — XX б. башында Өфө губернаһының Минзәлә өйәҙендә, Һамар губернаһының Бөгөлмә өйәҙендә, Вятка губернаһының Алабуға һәм Сарапул өйәҙҙәрендә йәшәгән башҡорттар һаны байтаҡ була.

Рәсәй империяһында үткәрелгән иҫәп алыуҙар был өйәҙҙәрҙә башҡорттар йәшәгән бер нисә йөҙ ауылды теркәгән. Был ауылдарҙың бер өлөшө этник йәһәттән ҡатнаш була — башҡорт-типтәр, башҡорт-типтәр-мишәр, ләкин XX быуатҡа тиклем был төбәктә башҡорттар һан яғынан өҫтөнлөк итә әле[16]. XIX—XX бб. араһында Өфө губернаһының бер өйәҙендә лә ҡазан татарҙары, мишәрҙәр һәм типтәрҙәрҙең дөйөм һаны башҡорттарҙан күберәк булмай.

1918 йылдың ғинуарында Минзәлә ҡалаһында өйәҙ мосолман йыйыны үтә. Унда Урал-Волга штатына мөнәсәбәт мәсьәләһе ҡуйыла. Йыйын делегаттарының күпселеге Башҡортостандың территориаль автономияһы яҡлы була[17].

1920—1921 йылдарҙа Минзәлә, Бөгөлмә, Сарапул, Алабуға өйәҙҙәре территориялары яңы ойошторолған Татар АССР-ы составына индерелә. Татар АССР-ы эсендә байлар ҡәбиләһе башҡорттарының аҫаба ерҙәре тотошлайы менән тиерлек, йәнәй, бүләр, юрмый ҡәбиләләре башҡорттары ерҙәренең күп өлөшө (ҡара: Этнографик төркөмдәр киҫәге), ҡырғыҙҙарҙың ерҙәренең бер өлөшө (Аҡтаныш һәм Ютазы райондарында), гәрә (Аҡтаныш районы) һәм йылан (Баулы районы) ерҙәренең бер өлөшө, шулай уҡ мең һәм табын башҡорттарының ҙур биләмәләре ҡала[17].

1897 йылдағы Рәсәй империяһының беренсе халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Минзәлә, Бөгөлмә, Алабуға, Сарапул өйәҙҙәре территорияһында 166598 башҡорт (башҡорт телен туған теле тип атағандар) йәшәгән (Ҡара: Таблица 4). 1920 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Татар АССР-ында 139858 башҡорт һәм типтәр йәшәгән[18], ләкин 1926 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәрендә Татар АССР-ында башҡорттар һаны, ҡырҡа кәмеп, 1752 кешегә ҡалған. Бының сәбәбен хәҙерге сәйәсмәндәр ТАССР дәүләт-административ аппаратының яһалма сәйәсәте менән милләтте үҙгәртеп яҙҙырыуҙа[19], шулай уҡ тел һәм этник ассимиляцияла күрә[20].

Тел һәм этник ассимиляция сәбәптәре тип, ҡағиҙә булараҡ, түбәндәгеләр атала:[21]

  • башҡорттарҙың һәм татарҙарҙың тел һәм мәҙәни-көнкүреше оҡшашлығы. Ассимиляцияға килтергән төп сәбәп булып тел оҡшашлығы, татар телендә уҡытылыу, татар әҙәбиәте таратылыу арҡаһында башҡорттарҙың татар мәҙәниәте һыҙаттарын үҙләштереүе тора. Былар башҡорттарҙа ике яҡлы этник үҙаңды формалаштыра.
  • керҙәш татарҙар һәм керҙәш башҡорттар төркөмдәрендә социаль-иҡтисади мөнәсәбәттәр оҡшашлығы. Ә. З. Әсфәндиәров билдәләгәненсә, Өфө губераһының көнбайыш өйәҙҙәрендә 36 % керҙәш башҡорт йәшәй. Уларҙың керҙәш татарҙар менән бергә аҫаба башҡорттарға бойондороҡлолоғо йылдам ассимиляцияға сәбәп була. Бер типлы хужалыҡ итеү ҙә ассимиляцияны арттыра. Көнбайыш башҡорттар, татарҙар кеүек үк, ултыраҡ тормошта йәшәй, ер эшкәртеү менән шөғөлләнә.
  • дин берлеге. Башҡорттар ҙа, татарҙар ҙа мосолман динле булғанлыҡтан ассимиляцияға ҡамасаулай торған дини ҡаршылыҡ булмай.
  • сәйәси шарттар. Элекке Бөгөлмә, Минзәлә, Алабуға һәм Сарапул өйәҙҙәрен Татар АССР-ына индереү, артабан ваҡытлы матбуғатты, мәктәптә уҡытыуҙы тик татар телендә алып барыу.
  • демографик шарт. Керҙәштәр һанын арттырыу. Ҡайһы бер өйәҙҙәргә мишәрҙәр һәм типтәрҙәр күпләп күсенә, шунлыҡтан, мәҫәлән, 1863 йылда уҡ 100 кешегә Минзәлә өйәҙендә — 39 күскенсе, ә Бөгөлмә өйәҙендә 36,5 күскенсе тура килә.
  • татарҙарҙы һәм башҡорттарҙы территориаль яҡтан ҡатнаштырыу. XIX быуат башына уҡ башҡорттар менән бергә ҡазан татарҙары, мишәрҙәр, типтәрҙәр йәшәгән ҡатнаш ауылдар һаны арта. Бөгөлмә өйәҙендә ундай ауылдар һаны — 89,7 %, ә Минзәлә өйәҙендә 58,7 % тәшкил итә.
  • татарҙар менән башҡорттар араһында ҡатнаш никахтар күбәйеү. Эндогамияның боҙолоуы. Д. М. Исхаҡов билдәләүенсә, ХХ быуаттың беренсе тиҫтә йылында төньяҡ-көнбайыш зонала әсәһе башҡорт булмаған (күп осраҡта татар) башҡорттар һаны 60 %-ҡа етә[22].

Хәмиҙуллин Б. Л. раҫлауынса, башҡорттар төпләнгән территорияларҙы Ҡазан ханлығына индереү, уның күрше территорияларға сәйәси һәм иҡтисади йоғонтоһо, башҡорттарҙың хан ғәскәрендә йөрөүе башҡорттарҙың татарҙар менән XVI быуатта ҡатнаша башлауына килтерә[23].

1917 йылда советтарҙың Ер тураһындағы декреты менән ергә милекселектең бөтә төрҙәрен, шул иҫәптән башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғын да юҡҡа сығарыу уларҙың көсһөҙләнеүенә һәм башҡа этнос тарафынан йотолоуына килтерә.

Артабан, философия фәндәре кандидаты Аҫылғужин Р. Р. фекеренсә, башҡорт филолог ғалимдарының бер өлөшө, төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының һөйләш телен (башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты) башҡорт әҙәби теле составына индермәүе хәлде тағы ла ҡатмарлаштыра төшә[24][25].

Ассимиляцияланған төркөм бөгөн ҡазан татарҙары составындағы типтәр-башҡорт этнографик төркөмө тип ҡарала[26].

Һаны һәм таралып ултырыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ: Татарстан башҡорттарының ауылдары

Таблица 1. 1897 й. Рәсәй империяһында халыҡ иҫәбен алыуға ярашлы, ТАССР составына тулыһынса йә өлөшләтә индерелгән өйәҙҙәрҙә туған телен башҡорт теле тип танығандар (башҡорттар) һаны
[27].
Өйәҙ Һан
Өфө губернаһының Минзәлә өйәҙе 123052
Вятка губернаһының Сарапул өйәҙе 5100
Вятка губернаһының Алабуға өйәҙе 8799
Һамар губернаһының Бөгөлмә өйәҙе 29647
Таблица 2. Халыҡ иҫәбен алыуҙарға ярашлы,
ТАССР-ҙа/Татарстан Республикаһында башҡорттар һаны[28][29]
Йыл Бөтә халыҡ Ҡалаларҙа Ауылдарҙа
1920 й. 121300 м/ю м/ю
1926 й. 1752 178 1574
1939 й. 931 575 356
1959 й. 2063 1577 486
1970 й. 2888 2498 390
1979 й. 9256 8427 829
1989 й. 19106 17461 1645
2002 й. 14911 13235 1676
2010 й. 13726 12158 1568
Таблица 3. Татарстан Республикаһында башҡорттар һанының миграциялы үҫеше (1992—2002 йй.)
Йыл кеше
1992 й. 491
1993 й. 540
1994 й. 295
1995 й. 211
1996 й. 212
1997 й. 308
1998 й. 164
1999 й. 180
2000 й. 102
2001 й. 17
2002 й. -60

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Татарстанда 13 726 башҡорт — бөтә халыҡтың 0,36 %, республикала һаны буйынса татарҙарҙан, урыҫтарҙан, сыуаштарҙан, удмурттарҙан, мордваларҙан, мариҙарҙан һәм украиндарҙан ҡала һигеҙенсе урында (Таблица 1). Ҡазанда республикалағы бөтөн башҡорттарҙың — 12,97%-ы, Яр Саллыла — 43,01%-ы. Башҡорттар Татарстандың бөтә муниципаль райондарында һәм ҡалаларында йәшәй, ләкин береһендә лә халыҡтың күпселеген алып тормай[30]. Татарстан Республикаһы башҡорттарының 88,6%-ы ҡалаларҙа йәшәй.

2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Татарстанда 14 911 башҡорт йәшәгән. Төп өлөшө — ҡалаларҙа. Республика башҡорттарының төп өлөшө Яр Саллы ҡалаһында йәшәй (2002 йылда 46,34 %), улар был ҡала халҡының 1,4%-ын (2002 й.) тәшкил итә. Шулай уҡ Түбәнге Кама менән Ҡазанда ла башҡорттар күп — уларҙа ярашлы рәүештә республика башҡорттарының 11,66 % һәм 9,81 % йәшәй[31]. Райондар араһында иң ҙур күрһәткес — Ютазы (202 кеше), Түбәнге Кама (196 кеше), Бөгөлмә (175 кеше) райондарында[32]. Башҡорттарҙың Яр Саллы һәм Түбәнге Камала тупланыуы XX быуаттың 60-70-се йылдарындағы хеҙмәт миграцияһы менән бәйле[33] (Ҡара: Таблица 2). СССР тарҡалғандан алып 2002 йылға тиклем Татарстанға миграциялаған башҡорттар һаны арта (Ҡара: Таблица 3).

Этнографик төркөмдәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Татарстандың бер нисә районы территорияһында (башҡорттар ултырған тарихи-географик төбәктәр биләмәләрендә урынлашҡан Әгерже, Аҙнаҡай, Аҡтаныш, Әлмәт, Баулы, Бөгөлмә, Алабуға, Лениногорск, Менделеевск, Минзәлә, Мөслим, Сарман, Туҡай, Ютазы райондары[34]) кама-ыҡ башҡорттары этник төркөмө вәкилдәре йәшәй[35]. Был этник төркөм вәкилдәренең теле башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектының түбәнге ағиҙел-ыҡ һөйләшенә ҡарай.

Кама-Ыҡ башҡорттары формалашыуҙа төньяҡ-көнбайыш этнографик төркөмө ҡәбиләләре (байлар, бүләр, гәрә, йәнәй, йылан, ҡырғыҙ, юрмый), ирәкте һәм һарайлы-мең ырыуҙары ҡатнаша.

Байлар ҡәбиләһенең килеп сығышын Үҙәк Азия һәм Алтайҙың монгол һәм төрки ҡәбиләләре менән бәйләйҙәр, улар 1-се мең йыллыҡ аҙағында Дим һәм Ыҡ буйының үрге ағымында урынлаша. Һуңыраҡ XIII—XIV бб. ҡәбилә Ыҡ һәм Минзәлә йылғаларының түбәненә күсенә.

Бүләр ҡәбиләһенең килеп сығышын волга болғарҙары менән бәйләйҙәр, улар XIII—XIV бб. Кама буйы урмандарына һәм Ялан Зәйе түбәненә, һуңыраҡ Ыҡ һәм Сөн йылғалары үҙәндәренә төпләнгән.

Гәрә ҡәбиләһенең килеп сығышын Үҙәк Азияның монгол һәм төрки ҡәбиләләренә бәйләйҙәр, улар XII—XIII бб. Ағиҙел йылғаһының түбәнге ағымында урынлашҡан, XIV—XV бб. ҡәбиләнең бер өлөшө Бөй һәм Етеҙ Танып араһына күсеп төйәкләнгән.

Йәнәй ҡәбиләһе вәкилдәре волга болғарҙарынан сыҡҡан тип иҫәпләнә, XII—XIII бб. Ялан Зәйе, Шишмә йылғалары буйын төйәк иткән, ә XIV—XV бб. Ағиҙел йылғаһының түбәненә һәм Ыҡ менән Сөн йылғалары араһына күсенгән.

Ҡырғыҙ ҡәбиләһенең сығышын Үҙәк Азия һәм Алтайҙағы төрки ҡәбиләләренә тоташтыралар, XIII—XIV бб. Сөн йылғаһының түбәнге һәм урта ағымы буйында һәм Ыҡ йылғаһына Өсән йылғаһы ҡойған ерҙә урынлашҡандар.

Ирәкте ҡәбиләһенең сығышын табын ҡәбиләһенең ҡара-табын ырыуы менән бәйләйҙәр, ул XV быуатта Ыҡ йылғаһы буйына күсенгән.

Юрмый ҡәбиләһенең сығышын волга булғарҙарына бәйләйҙәр, XII—XIII бб. Ялан Зәйе менән Шишмә йылғалары буйына төйәкләнгән, XIII—XIV бб. Ыҡ йылғаһының урта ағымын да биләгән.

Ҫарайлы-мең ырыуы Минзәлә, Ыҡ, Ялан Зәйе йылғалары һәм уларҙың ҡушылдыҡтары буйында төпләнә[36].

XVII быуаттан башлап XIX быуаттың беренсе яртыһына тиклем кама-ыҡ башҡорттары улустар составына ингән бер нисә тиҫтә тораҡ пункт нигеҙләй. 1834 йылда Минзәлә, Алабуға, Бөгөлмә һәм Сарапул өйәҙҙәре территорияларында башҡорттарҙың Йәнәй, Байлар, Бүләр, Гәрә, Йылан, Ирәкте, Ҡырғыҙ, Һарайлы-Мең һәм Юрмый улустары була[37].

Әлеге осорҙа байлар ҡәбиләһе төйәк иткән ерҙәр өлөшләтә — Татарстан Республикаһының Әгерже, Аҡтаныш, Баулы, Алабуға, Минзәлә, Нурлат, Сарман һәм Туҡай райондары, бүләр ҡәбиләһенеке — Татарстан Республикаһының Аҡтаныш, Минзәлә һәм Мөслим райондары, гәрә һәм йәнәйҙеке — Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районы, ҡырғыҙҙыҡы  — Татарстан Республикаһының Баулы һәм Туҡай райондары, ирәктенеке — Татарстан Республикаһының Мөслим районы, юрмыйҙыҡы — Татарстан Республикаһының Аҙнаҡай, Әлмәт һәм Лениногорск райондары, һарайлы-мең ырыуыныҡы Татарстан Республикаһының Сарман һәм Туҡай райондары территориялары урынында булған.

Кама-ыҡ башҡорттары алып барған традицион ярым күсмә малсылыҡ XVII быуат аҙағында ер эшкәртеүгә алмаштырыла. Хужалыҡ иткәндә ерҙе ял иттереү, ағастарҙы төпләп, үртәп баҫыу яһау ысулдары, өс баҫыулы сәсеү әйләнеше ҡулланылған. Арыш, һоло, бойҙай иккәндәр. Баҡсасылыҡ та булған, башлыса картуф сәскәндәр. Хужалыҡтың төрлө тармаҡтары — малсылыҡ, ҡошсолоҡ, солоҡсолоҡ, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ, төрлө һөнәрҙәр менән шөғөлләнгәндәр.

Кама-Ыҡ башҡорттарының ауылдары, ҡағиҙә булараҡ, 100-ләп хужалыҡтан торған. Йорттар бүрәнәнән һалынған. Ҡыйығын ике яҡлы итеп япҡандар.

Татарстан территорияһындағы башҡорттар йәшәгән төбәктәрҙә башҡорттарҙың төньяҡ-көнбайыш костюм комплексы таралған. Уға киндер кейемдәр хас, һуңыраҡ өйҙә туҡылған кизе-мамыҡ туҡыма файҙаланғандар. Был туҡымаларҙан ҡатын-ҡыҙ күлдәктәре, алъяпҡыстар, ирҙәр күлдәктәре, ыштан теккәндәр. Өйҙә туҡылған тар иңле туҡыманан сыба (өҫкө кейем) теккәндәр. XX быуат башында туҡылған күлдәк менән алъяпҡыс йәш һәм урта йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар өсөн байрамса кейем итеп тотолған, ирҙәр һәм өлкән йәштәге ҡатындар өсөн уҡалы еңһеҙ камзул көндәлек һәм байрам кейеме хеҙмәтен үтәгән[38].

Татарстан Республикаһы башҡорттарының милли-мәҙәни автономиялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әлеге ваҡытта Татарстан Республикаһында башҡорттарҙың дүрт милли-мәҙәни автономияһы бар. Улар ХХ быуаттың 90-сы йылдары башында республикала барлыҡҡа килгән башҡорт мәҙәни йәмғиәттәренән хасил була. 1992 йылда Ҡазанда — «Башҡорт йорто», Яр Саллыла «Юлдаш» мәҙәни йәмғиәттәре ойошторола. Был йәмғиәттәрҙең ағзалары Татарстан халыҡтарының 1992 йылдың майында үткәрелгән беренсе йыйынында башҡорттарҙың вәкиле була[39].

1998 йылдың мартында «Башҡорт йорто» йәмғиәте ойоштороу конференцияһында Ҡазан ҡалаһы башҡорттарының милли-мәҙәни автономияһы итеп үҙгәртелә. 2000 йылда «Юлдаш» та Яр Саллы ҡалаһының «Шоңҡар» башҡорт милли-мәҙәни автономияһы итеп үҙгәртелә. Ошо уҡ йылды Түбәнге Кама ҡалаһының «Урал» башҡорт милли-мәҙәни автономияһы барлыҡҡа килә. Ошо ойошмалар инициативаһы менән 2002 йылда Татарстан Республикаһы башҡорттарының I ҡоролтайы йыйыла, унда дүртенсе автономия — Татарстан Республикаһы башҡорттарының милли-мәҙәни автономияһы ойошторола.

Төбәктә тыуған билдәле башҡорттар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Всероссийская перепись населения 2020—2021 годов
  2. Асылгужин Р. Р., Баширова Ф. Е., Маннапов М. М., Мухаматьянов Р. Т., Рыскулов Р. М., Фаттахова Т. Д., Юсупов Ю. М. Башкиры в субъектах Российской Федерации.// История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2012.
  3. Козлов С.
  4. Гагин И.
  5. Антонов И.
  6. БАШКОРТОСТАН В СОСТАВЕ ЗОЛОТОЙ ОРДЫ
  7. Чтобы жить в мире
  8. Наш край в древности
  9. Характер и условия принятия башкирами подданства Русского государства
  10. Башкиры
  11. История Набережных Челнов В.
  12. Первые башкирские восстания.
  13. Кантонная система управления в Башкирии (1798—1865).// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 322. — 672 с.
  14. Калинин С. Е. Башкиро-Мещерякское войско в 1812—1814 гг.
  15. Әсфәндиәров Ә. З. Һеҙ кем, көнбайыш башҡорттары, йәки тарихи документтар нимә һөйләй? // «Киске Өфө». — 2010. — № 5. — С. 7.
  16. Некоторые аспекты этнодемографических процессов в полиэтничном регионе
  17. 17,0 17,1 17,2 История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010.
  18. Труды Центрального статистического управления.
  19. Янгузин Р. 3., Хисамитдинова Ф. Г. Коренные народы России. Башкиры. — Уфа: Китап, 2007. — 352 с. С. 99
  20. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап 2009, С.364-366
  21. Западные башкиры по переписям 1795—1917 гг. Асфандияров А. 3., Абсалямов Ю. М., Роднов М. И. — Уфа, Китап, 2001. — 712 с.
  22. Исхаков Д. М. Татары: перепись и политика. — Казань, 2010, С.27.
  23. Хамидуллин Б. Л. Народы казанского ханства: этносоциологическое исследование. — Казань: Татарское книжное издательство, 2002.
  24. Этническая идентичность западных башкир
  25. Башкирская кровь и татарский язык
  26. Татары. — М.: Наука, 2001, С.18.
  27. Первая всеобщая перепись населения Российской Империи 1897 г. Распределение населения по родному языку и уездам 50 губерний Европейской России
  28. Язык и этнос на рубеже веков: Этносоциологические очерки о языковой ситуации в Республике Татарстан. Казань: Магариф, 2002. — 208 с. С. 104
  29. Национальный состав населения Республики Татарстан: Статистический сборник по итогам Всероссийской переписи населения 2002 г., том 4. — Казань: Издательский центр Комгосстата РТ, 2004, С.7., Национальный состав и владение языками, гражданство: Статистический сборник по итогам Всероссийской переписи населения 2010 года, том 4. — Казань: Издательский центр Татарстанстата, 2013, С.5.
  30. Национальный состав населения Республики Татарстан. Проверено 27 октября 2013.
  31. Национальный ��остав населения Республики Татарстан: Статистический сборник по итогам Всероссийской переписи населения 2002 г., том 4. — Казань: Издательский центр Комгосстата РТ, 2004, С.8-11, 17, 37,39.
  32. Национальный состав населения Республики Татарстан: Статистический сборник по итогам Всероссийской переписи населения 2002 г., том 4. — Казань: Издательский центр Комгосстата РТ, 2004, С.66, 106, 129.
  33. Сафронов С. Г., Зубаревич Н. В. Республика Татарстан // Россия регионов: в каком социальном пространстве мы живем. — М., 2005, С.183.
  34. Данную область называют Башкирия, Башкортостан, Историческая Башкирия, Исторический Башкортостан
  35. Башкирская энциклопедия. В 7 т. Т.3. — Уфа: Башк. энцикл. 2007, С. 297.
  36. Асылгужин Р., Хамитов К. Сарайлы-минцы дёмской долины и мензелинской стороны.// Ж. «Ватандаш», 2010. № 6.
  37. Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 20—21. — 600 с.
  38. Шитова С. Н. Башкирская народная одежда. —1-е изд. — Уфа: Китап, 1995. —240 с., ил. С.262—263.
  39. Баширова Ф. Башкиры в Татарстане 2016 йыл 4 март архивланған. // Ватандаш. — 2002. — № 6.
  40. Мурат Рамзи — великий сын башкирского народа
  41. 41,0 41,1 Статья в Башкортостан: Краткая энциклопедия 2013 йыл 2 ноябрь архивланған.
  42. Рәшит Шәкүр. Арҙаҡлы башҡорттар. Ғилми-биографик очерктар. — Өфө: Китап, 2005. — 376 бит.
  43. Самосознание западных башкир 2013 йыл 3 ноябрь архивланған.
  44. Книга памяти жертв политических репрессий Республики Башкортостан. Т. 5. Уфа, 2005. С. 178.
  45. Москва, расстрельные списки — Коммунарка
  • Акманов А. И. Ведомость башкирских дач Мензелинского уезда // Ватандаш. — 2002. — № 2. — ISSN 1683-3554.
  • Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  • Асфандияров А. 3. Кантонное управление в Башкирии (1798—1865). — Уфа: Китап, 2005. — 256 с. — ISBN 5-295-03586-7.
  • Асылгужин Р. Р., Юсупов Ю. М., Салауши Т. А. Западные башкиры: политическая история, проблема этнической идентификации. Уфа: Хан, 2010. — 183 с.
  • Асылгужин Р. Р. Этнополитическая история и расселение минских родоплеменных объединений // Ватандаш. — 2014. — № 1. — ISSN 1683-3554.
  • А.-З. Валиди Тоган. История башкир. — Уфа: Китап, 2010. — 352 с. — ISBN 978-5-295-05000-8.
  • Западные башкиры по переписям 1795—1917 гг. Уфа, 2001.
  • История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа.: Гилем, 2012. — 416 с.: ил. — ISBN 978-5-02-037008-1. Т. II. — 2012. — ISBN 978-5-91608-100-8 (т. 2) (в пер.)
  • История башкирского народа. В 7 т. Т.5. С.424-425.,- Уфа: Гилем, 2010.
  • История Башкортостана. Часть 1. С древнейших времен до 1917 г. Учебное пособие — Под ред. И. Г. Акманова — Изд. 1-е — Уфа: Башкирское издательство «Китап». 1993—240 с.
  • История Башкортостана с древнейших времен до 60-х годов XIX века — Уфа: Китап, 1996—165 с.
  • Кузеев Р. Г. Башкирские шежере. Уфа, 1960.
  • Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа: Этнический состав, история расселения. М., 1974.
  • Кузеев Р. Г. Народы Среднего Поволжья и Южного Урала: Этногенетический взгляд на историю. М., 1992.
  • Руденко С. И. Башкиры. Уфа: Китап, 2006.
  • Умурзаков Г. X. Древние башкиры: Некоторые вопросы истории. Уфа, 1991.