16 август
Уҡыу көйләүҙәре
16 август | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
16 август Викимилектә |
16 август — григориан стиле буйынса йылдың 228-се (кәбисә йылында 229-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 137 көн ҡала.
← август → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Доминика Республикаһы: Республиканың яңырыу көнө.
- Парагвай: Балаларҙы яҡлау көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Ҡурай еләге ҡайнатмаһы көнө.
- АҠШ: Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө.
- 1930: Беренсе төҫлө һәм тауышлы мультфильм эшләнә.
- 1960: Стокгольмда Халыҡ-ара астронавтика академияһы ойошторола.
- 1976: СССР-ҙа «Ирония судьбы, или С лёгким паром!» фильмының премьераһы була.
- 1991: Башҡортостан һәм Татарстан Республикалары араһында «Дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеү»гә ҡул ҡуйыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Киселёв Иван Александрович (1920—3.01.2008), хәрби эшмәкәр, генерал-майор (1967). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан танкист. СССР-ҙың 3-сө саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1950—1954). Советтар Союзы Геройы (1945).
- Головченко Константин Александрович (1925—23.04.2003), сәхнә биҙәүсе (сценограф), рәссам. 1967—1985 йылдарҙа Башҡортостан ижади-производство комбинаты рәссамы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1973 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1985).
- Зәйнуллина Гәүһәр Динмөхәмәт ҡыҙы (1935), телсе ғалим. Филология фәндәре кандидаты. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Загорский Валерий Куприянович (1940), ғалим-инженер-механик. 1965—1973 йылдарҙа Өфөләге «Союз» машиналар эшләү конструкторлыҡ бюроһы хеҙмәткәре; 1973 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1994), профессор (1998). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1976). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Ғафаров Шәмсетдин Шәйхетдин улы (1896—8.12.1937), хәрби һәм милиция хеҙмәткәре. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында, 1920 йылғы совет-поляк һуғышында ҡатнашыусы. Ике Ҡыҙыл Байраҡ (1921) ордены кавалеры. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Горелова Зинаида Николаевна (1946—17.03.2006), табип-терапевт. 1977 йылдан (өҙөклөктәр менән) «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең 20-се медицина-санитария бүлеге табибы, шул иҫәптән 1988—2003 йылдарҙа поликлиниканың терапия бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1995), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1990). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Яңы Хвалын утарынан.
- Кәримов Заһир Шакир улы (1946), ғалим-педагог, юғары мәктәп ветераны. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре докторы, профессор. Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1996).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Солтанов Рамзил Нурый улы (1932—?), малсы. Яңауыл районы «Париж коммунаһы» кохозының элекке сусҡа ҡараусыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981). Сығышы менән ошо райондың Асауҙыбаш ауылынан.
- Гвоздикова Инга Михайловна (1937), фән-ғалим-тарихсы. 1971—2013 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр Академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Тарих фәндәре кандидаты (1982). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2000).
- Толстиков Александр Генрихович (1957), ғалим-химик, Рәсәй Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (2000), химия фәндәре докторы (1993), профессор (2001). Рәсәй Федерацияһының Дәүләт (1993) һәм СССР-ҙың Ленин комсомолы (1986) премиялары лауреаты. Сығышы менән Алматы ҡалаһынан.
- Сурағолов Рәмил Мотаһар улы (1962), шағир, йыр текстары авторы. 1996 йылдан Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2006), Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2010).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Круль Леонид Янович (1923—8.10.1997), рәссам, 1961 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы.
- Мәүлитова Мөнәүәрә Ғәбдрәҡип ҡыҙы (1923), ғалим-табип, балалар хирургы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1979), профессор (1980). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1963). С. Д. Терновский исемендәге премия лауреаты (2008).
- Байдәүләтов Рафаэль Ибраһим улы 1943), энергетик, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1999—2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер‑министры, 2008—2010 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советында Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы башҡарма органынан вәкил. Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Рәсәй Берҙәм энергетика системаһының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2003), Рәсәй яғыулыҡ—энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (1993). Почёт (2004), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2003), Салауат Юлаев (2008) ордендары кавалеры. Белорет ҡалаһы һәм Белорет районының почётлы гражданы.
- Әхийәров Илфат (1988—25.03.2022), Украиналағы махсус операция барышында һәләк булған хәрби хеҙмәткәр, водитель, сержант. Генерал Шайморатов ордены кавалеры (2022, үлгәндән һуң). Сығышы менән Дүртөйлө ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Бушуев Юрий Анатольевич (1959), спортсы. Дельталёт спорты буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1996). 2003—2006 йылдарҙа Күмертау ҡалаһындағы «Ротор» спортклубы етәксеһе. 1989—1991 йылдарҙа СССР-ҙың, 1992 йылдан — Рәсәйҙең йыйылма командалары ағзаһы. Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән районы Алмалы ауылынан.
- Рябов Александр Алексеевич (1959), ғалим, тренер. 1998—2011 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетының физик тәрбиә кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1991—1997 йылдарҙа дзюдо һәм самбо буйынса Башҡортостан йыйылма командаһының баш тренеры. Биология фәндәре кандидаты (2001), профессор (2005). Дзюдо буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2004). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2011) һәм физик культура отличнигы (2006). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
- 980: Әбүғәлисина, Иран философы.
- 1645: Жан де Лабрюйер, Франция яҙыусыһы.
- 1650: Винченцо Коронелли, Италия картографы, энциклопедист.
- 1845: Габриэль Липпман, Франция физигы, Нобель премияһы лауреаты (1908).
- 1860: Жюль Лафорг, Франция шағиры.
- 1920: Леонид Беда, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы, авиация генерал-лейтенанты, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы.
- 1920: Чарльз Буковски, АҠШ шағиры, яҙыусы.
- 1921: Рөстәм Яхин, Татарстан композиторы.
- 1925: Радий Погодин, СССР яҙыусыһы, сценарист.
- 1940: Брюс Бересфорд, Австралия кинорежиссёры, «Оскар» премияһы лауреаты.