Рәсәйҙәр беренсе тапҡыр Викимедианың күп теллелек буйынса конференцияһында ҡатнашты
15 июля 2020 года
В этой статье упоминается Фонд Викимедиа, какой-либо из его проектов или люди, имеющие к ним отношение. Викиновости — один из проектов Фонда Викимедиа. |
Викимедианың беренсе «Кельт төйөнө» тулыһынса онлайн-конференцияһына Википедияның Рәсәй халыҡтары телдәрендәге бүлектәре вики-йәмғиәттәренең тәжрибәһе тураһында Зәйтүнә Ниғәмәтйәнова, Олег Абарников һәм Фәрхәд Фәтҡуллин доклад ебәрҙе.
Йыл һайын уҙғарылған күп теллелек буйынса IV конференцияның ойоштороусылаштары — Бөйөк Британия һәм Германия Викимедиа милли чаптерҙары, «Ирландия Викимедиаһы йәмғиәте» юзер төркөмө һәм «Викимедиала тел төрлөлөгө» йәмғиәте. Тура эфир программаһындағы сығыштарҙың күп өлөшө рус теленә ауҙарылған, алдан яҙылғандары эш өҫтөндә.
-
Слайдтарҙың һәм текст проекттарының рус телле версияһы иҫкә алынған дәлилдәргә һылтанма менән.
Ике көнлөк саралар программаһы сателлит онлайн-саралар менән тулыландарылды, улар конференция алдынан үтте. Ойоштороусылар белдереүенсә, төрлө сәғәт һыҙатында йәшәүсе (Океаниянан алып АҠШ-тың Көнбайыш яр буйына тиклем) 150 кеше теркәлгән. Ҡатнашыусыларҙың үҙ-ара аралашыуы программаның һәр элементы өсөн алдан булдырылған Телеграм-каналдар��а, YouTube тура эфиры чаттарында һәм Etherpad блокноттарында барҙы.
-
Рәсәй викимедиасыларының видео-докладтарының рус телендәге дубляжы
Быйыл конференцияла ирланд теленә баҫым яһалды, был ике көндәге пленар сығыштарҙа ла, шулай уҡ беренсе көндөң мәҙәни программаһында ла («ирланд шиғриәте һәм бейеүҙәре») сағылды. Викидата буйынса сығыштарҙың күплеге был ҡоралдың аҙ һанлы халыҡтар өсөн айырыуса мөһим булыуы менән аңлатыла. Алдан яҙылған докладтарҙан бигерәк тә Викимедиа проекттарын Басктар илендә һәм Уэльста белем биреү өлкәһендә ҡулланыу мөмкинлектәре тураһындағы видео-доклад барлыҡ ҡатнашыусыларҙы ла ҡыҙыҡһындырҙы.
-
Баск викимедиасыларының видео-докладының руссаға тәржемәһе.
Сара баштан уҡ Ирландияның Лимерик ҡалаһында Хант музейында офлайн үткәреүгә планлаштырылһа, COVID-19 ойоштороусыларҙың планына үҙенең үҙгәрештәрен индерә. Онлайн-сара тиҙ үтте — күп сессиялар 15-30 минут барҙы, иң оҙайлы сессия эш төркөмөнөң бер сәғәткә һуҙылған Викимедиа йәмғиәтенең COVID-19 тураһында күп телле мәғлүмәт биреү панель дискуссияһы булды.
Конференция битен шулай уҡ татар телендә ҡарарға була. «Башҡортнамә» проекты тураһында сығыш башҡортса яһалды һәм яңғыратылды — инглизсә һәм һуңынан руссаға тәржемәчсе тауышы булмаған оригиналь башҡорт яҙмаһы ошонда.
«Кельт төйөнө 2020» сараһында рәсәйҙәрҙең ҡатнашыуынан һуң Викимедиа Фонды вәкилдәре дөйөм Викимедиа хәрәкәтенең вики-сараларын ойоштороуҙы яҡшыртыу мәсьәләләре буйынса ватан телдәре вәкилдәренең фекере менән ҡыҙыҡһынды.
Сығанаҡтар
[править]
Ярҙамсы мәғлүмәт | Мәҡәлә статистикаһы • Мәҡәлә тураһында мәғлүмәт |
- Новости на русском языке
- 15 июля 2020
- Новости 2020 года
- 2020
- 15 июля
- Июль 2020
- Викимедиа
- Оригинальные репортажи Frhdkazan
- Оригинальные репортажи, опубликованные Krassotkin
- Оригинальные репортажи
- Умный регион
- COVID-19
- Etherpad
- Telegram
- YouTube
- Великобритания
- Викиданные
- Видеорепортажи
- Вики-проекты Викимедиа
- Викимедиа Великобритания
- Викимедиа Германия
- Викимедиа сообщество Ирландии
- Викимедийцы
- Викимедийцы России
- Германия
- Европа
- Зайтуна Нигаматьянова
- Интернет
- Ирландия
- Ирландская культура
- Ирландская литература
- Ирланская поэзия
- Ирланские танцы
- Ирландский язык
- Кельты
- Конференции
- Конференции 2020 года
- Культура
- Культура Ирландии
- Лимерик (город)
- Литература
- Литература в Ирландее
- Музей Хант
- Народы России
- Образование
- Общество
- Океания
- Олег Абарников
- Онлайн-трансляции
- Пандемии
- Пандемия COVID-19
- Разделы Википедии на языках России
- Русский язык
- События Викимедиа
- Страна Басков
- США
- Танец
- Танец в Ирландии
- Татарский язык
- Уэльс
- Фархад Фаткуллин
- Фонд Викимедиа
- Эпидемии
- Языки и диалекты
- Языковое разнообразие в Викимедиа
- Баҫтырылған
- Россия в июле 2020 года