Перейти к содержанию

Анна Бирюкова Татарстан заказы буйынса Википедияға мәҡәләләр яҙасаҡ

Материал из Викиновостей, свободного источника новостей
Башҡа телдәрҙә: башҡортса • русский

5 ноябрь 2020

В этой статье упоминается Фонд Викимедиа, какой-либо из его проектов или люди, имеющие к ним отношение. Викиновости — один из проектов Фонда Викимедиа.

Шаршамбыла, 2020 йылдың 28 октябрендә федераль дәүләт һатып алыуы порталында Татарстан Республикаһының инвестицион инфраструктураһы тураһында Википедияның рус, инглиз, татар телле бүлектәрендә мәҡәләләр яҙыу буйынса электрон аукционға № 0111200001120000009 йомғаҡ яһалды (Архивная копия от 31 октября 2020 на Wayback Machine).

Тендерҙа ике дәғүәсе ҡатнашты — Бирюкова А. Г. 990 000 һум хаҡы менән еңеү яулаһа, «Татарстан Республикаһының машиналар эшләү кластеры» ассоциацияһы 995 000 һум тәҡдиме менән үтә алманы

Викиновости Википедияға мәҡәләләр яҙыу буйынса беренсе Рәсәй асыҡ тендерында еңеүсе, вики-проекттарҙа Birulik псевдонимы менән билдәле Анна Бирюкова менән һөйләште.



Александр Красоткин: Был тендер хаҡында ҡайҙан белдең һәм ни өсөн унда ҡатнашырға ҡарар иттең?

Анна Бирюкова: Был икеһе ике төрлө һорау. Минең менән, Фәрхәдтең (Фәрхәд Фәтҡуллин — Йыл викимедиасыһы, Татар Виикпедияһы хакимы, Татарстанда Викимедианың Рус телендәге Викияңылыҡтар хәрәкәте лидеры) кәңәше буйынса Татарстан Республикаһын Инвестицион үҫтереү агентлығы хеҙмәткәрҙәре бәйләнешкә сыҡты. Был күптән — июндә булды, иртәрәк булмаһа әле. Улар инициатива менән таныштырып, быны бюджет аҡсаһына эшләп буламы икәнлеег менән танышты. Мин күҙгә ташланған етешһеҙ урындарҙы билдәләп, Википедия ҡағиҙәләренә, үҙемдең иҫкәрмәләргә һылтанма бирҙем, миҫал өсөн кейстар тураһында һөйләнем. Шунан һуң һөйләшеү булманы, Фәрхәдтең чатҡа һалған ошо хаҡтағы яңылыҡтарын уҡып барҙым. Дөрөҫөн әйткәндә, проект менән Дмитрий Ерохин шөғөлләнер тип инанғайным.

Әгәр дәүләт һатып алыуҙары менән эшләй белгән яҡшы дуҫым булмаһа, баштан уҡ мине хупламаһа, барыһын да ентекләп аңлатмаһа, нимә эшләргә, нисек теркәлергә өйрәтмәһә, моғайын, тотонорға йөрьәт итмәҫ инем. Ошо тамуҡ утын үтергә теләүселәр өсөн һуңыраҡ Викияңылыҡтарҙа үҙемдең ентекле инструкциямды яҙырмын.


Александр Красоткин: Һин ҡуйылған миллиондан хаҡты ни бары 10 мең һумға ғына төшөргәнһең һәм шул да еткән. Дәғүәселәрең билдәле инеме. Тағы ла кемдәр ҡатнашты?

Анна Бирюкова: Мин икенсе ҡатнашыусының кем икәнлеген белмәйем[1]. Аукционда бары тик исем генә була, ҡалған мәғлүмәт нумерланған. Һеҙ ҙә, минең кеүек, отчет һалынғас (17:00 мәғлүмәттәр юҡ) уның тураһында майҙансыҡта ҡарай алаһығыҙ. Кем үҙенә шул тиклем ышана икәнен белге килә.


Александр Красоткин: Икенсе ҡатнашыусыға килгәндә, ул — тап ошо коррупцион өлөш, әгәр ул булмаһа, тендерҙы ғәмәлдә түгел тип танырға булыр ине. Шуға ла улар үҙҙәренең контролендә булған беренсе контораны тотҡан да ҡуйған.

Анна Бирюкова: Мин ул тиклем киҫкен итеп әйтмәҫ инем. Шундай компаниялар аша ла теләгән кем үтә ала. Мин үҙем заявканы йәкшәмбе генә бирҙем, икенсе ҡатнашыусыны табыу өсөн бер тәүлек? Белмәйем… Нисектер тормошҡа ашмаҫтай проект сигендә кеүек. Фекер алышыуҙар күп булды, миңә кемдер ҡатнашыу өсөн энергияһын сарыф итер кеүек тойолдо. Уртаса алғанда, википедистар минән өлкәнеоәк һәм уларҙың дәүләт һатып алыуҙарында ҡатнашҡан компаниялар менән аралашыу тәжрибәһе лә ҙурыраҡ.


Александр Красоткин: «Викимедиа РУ» коммерцияға ҡарамаған партнерлығы был тендерҙа бер нисек тә ҡатнашманы һәм дәғүә лә итмәнеме? Йәки бында мөнәсәбәттәр ниндәй?

Анна Бирюкова: Ишетмәнем. Үҙең әйтмешләй, ҡыҫыла торған осраҡ түгел.


Александр Красоткин: Ниндәй ойошма башҡарыусы буласаҡ? Хужалары кем?

Анна Бирюкова: Һин минең тураламы? Формаль йәһәттән, бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекты булараҡ, башҡарыусы мин булам. Минең ғинуарҙан алып шәхси предприятием бар. Мәҡәләләрҙе теге йәки был сәбәп менән минең менән осраштырған вики-авторҙар яҙасаҡ. Мин аукционға заявка бирерҙән алда уҡ уларҙың ризалығын алдым, план төҙөнөм, түләү хаҡын, шул иҫәптән хүеф ихтималлығын да — барыһын да үлсәнек.


Александр Красоткин: Шхми эшҡыуар булараҡ Википедияла мәҡәләләр яҙыу тәжрибәң бармы? Биш-ун имҫал килтер әле, зинһар.

Анна Бирюкова: Ҡыҙыҡ һорау :) Мин яҙыуға ҡарағанда, күберәген күҙәтермен һәм мөхәррирләрмен.


Александр Красоткин: Контракт ннидәй формала тормошҡа ашырыласаҡ мәҡәлә яҙыпмы? Ойошма хеҙмәткәрҙәре, подрядсылар (кемдәр?), асыҡ конкурсом (ҡайҙа?) ойошторопмо?.

Анна Бирюкова: Мин кешеләр йәки үҙмәшғүлдәр менән килешеү төҙөйәсәкмен, әгәр һалым органдары улар тураһында мәғлүмәт һораһа — барыһын да бирәм. Әммә кем 50-60 мең һумды тикшереп торорға теләр икән. Татар теленә тәржемә итеүгә килгәндә, мин татар юзер-төркөмөнән ярҙам һорар инем. Был уларҙың төбәгенең ҡаҙаныштары тураһында шәп медиа проекты. Әгәр авторҙар теләһә, үҙҙәренең исемдәрен әйтер, ғөмүмән, викиҙа анонимлыҡ киң таралған. Мәҡәләләрҙе баҫтырғанда уларҙың Татарстан Республикаһын инвестицион үҫтереү агентлығы проекты сиктәрендә минең заказ буйынса яҙылыуы тураһында билдә ҡуйыласаҡ.


Александр Красоткин: Был мәҡәләләрҙе кем яҙҙырасаҡ? Һинме, әллә автор үҙеме? Автор хоҡуҡтары мәсьәләһе нисек хәл ителәсәк?

Анна Бирюкова: Автор хоҡуҡтары мәҡәләне баҫтырыу менән тамамлана. мин дә, авторҙар ҙа, заказсы ла быны аңлай. Кем мәҡәлә яҙа, улар үҙҙәре яҙҙырасаҡ, был йәһәттән талап ҡәтғи. Һин Википедиялағы «автоҙашлыҡ» тирәләй тыуған хайпҡа төрттөрәһеңме? (См. обсуждение на форуме администраторов Русской Википедии — ВН).


Александр Красоткин: Башҡарыусыларҙың, уларҙың псевдонимдары буйынса аныҡлыҡ булмауы йәл, әлбиттә. Был бит былай ҙа күренеп торасаҡ.

Анна Бирюкова: Эйе лә, юҡ та. Барыһының да уйларға ваҡыты бар. Шуға никтар менән уйламай-нитмәй эш итеү кәрәкмәй.


Александр Красоткин: Барлығы, телдәр буйынса ла ҡушып, мәҡәлә яҙырға/яҡшыртырға кәрәк? Уларҙың исемлеген ҡайҙа ҡарарға була?

Анна Бирюкова: Шул уҡ сайтта заявка номеры, документтар һалынған (Архивная копия от 1 ноября 2020 на Wayback Machine) . Техник бирелештә барлығы (Архивная копия от 1 ноября 2020 на Wayback Machine) 51 мәҡәлә (йәки мәҡәлә бүлектәре), уларҙы инглиз һәм татар теленә тәржемә итергә кәрәк.


Александр Красоткин: Был эште ниндәй ваҡытта башҡарырға инде?

Анна Бирюкова: Әлегә килешеү төҙөлмәгән. Документ буйынса 2020 йылдың 31 декабернә (ошо көндө лә индереп)тиклем. Комиссия алдараҡ буласаҡ.


Александр Красоткин: Ойошмала инглиз/татар телен мәҡәлә яҙыу кимәлендә яҡшы белеүселәр бармы? Кемдәр улар? Йәғни был телдәрҙә сифат кимәлен тикшереү нисек башҡарыласаҡ?

Анна Бирюкова: Татар теле тураһында әйттем инде. Инглиз теле менән дә проблемалар юҡ. мин тапҡан авторҙар өлөшләтә Европала уҡый йәиһә эшләй. Шулай уҡ инглиз һәм татар телле тикшерелгән нейтивтар (ошо телдә һөйләшеүселәр — ВН) бар, улар ҙа был эшкә йәлеп ителәсәк һәм уларға ла түләнәсәк. Был редакция процесы.


Александр Красоткин: Башҡарыусылар үҙҙәренең тендерҙә тормошҡа ашырыуын Виикпедия бүлектәрендәге сәхифәләрендә нисек билдәләйәсәк? Уларҙың тулы исемлеге ҡайҙа булһа ла билдәләнәсәкме?

Анна Бирюкова: Проектта ҡатнашыусы барлыҡ аккаунттар минең менән килешеү төҙөү менән аффиляциялы ҡатнашыу ҡағиҙәләре буйынса иғлан ителәсәк.


Александр Красоткин: Әгәр яҙылған мәҡәләләрҙең бер өлөшө йәки уларҙағы үҙгәртеүҙәр проектта ҡатнашыусылар атарфынан ҡабул ителмәһә нишләрһең?

Анна Бирюкова: Илармын) Белмәйем, әммә хәл-торошҡа ҡарармын. Ҡайһы бер википедистар, хатта шул иҫәптән мин кәңәш һорап барыу тураһында уйламағандар менән дә кәңәшләштем (исемдәрен әйтмәйем, ошо нигеҙҙә бик ҙур әүҙемлек тыуыуын беләбеҙ, әгәр теләһәләр, улар үҙҙәре әйтер). Дөйөм алғанда, проект ыңғай баһалана. мин мәҡәләләрҙе юйҙыртыу өсөн объектив сәбәптәр күрмәйем.


Александр Красоткин: Заказсы Википедияла заказ буйынса яҙылған мәҡәләләрҙең теләһә ҡайһы ваҡыт — хатта тапшырғандың икенсе көнөнә, йәки, мәҫәлән, бер йылдан һуң юйылыу ихтималлығын беләме. Индерелгән үҙгәртеүҙәр, тулыландырыуҙар менән дә шулай булыуы мөмкин. ул быға нисек ҡарай?

Анна Бирюкова: Бик күптән миңә Татарстан тураһында күрергә теләгән мәҡәләләрҙең яҡынса темалары исемлеге килеп еткәйне. Сығанаҡтарҙы өйрәнеп, рус, татар, инглиз телендәге талаптар менән сағыштырып, өмөт булмағандарын билдәләп сыҡтым. Йомғаҡлау ТЗ-ында әһәмиәте йәки яҡшы сығанаҡтары булмаған мәҡәләләр юҡ. Өҫтәүенә, уларҙың күбеһе викиҙа бар, әммә бик насар торошта. Теләк булһа, бәйләнергә сәбәп табыла. Википедия, ҡулланыусылар һәм республика яңыртыуҙан отасаҡ ҡына. Комиссияға ла сәсәтәрем ағармайынса ғына барып етермен тип өмөтләнәм. Хәүефте лә, ҡағиҙәләрҙе лә беләм. минең тиҫтәләрсә башҡарыусым бар, уларҙың һәр береһе теләһә ҡайһы ваҡытта сирләп китергә йәки төшөп ҡалырға мөмкин. Википедистарға ҡарағанда мине ошо нығыраҡ борсой.

Күптәр был проектты байыу тураһында түгел, тине. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: хәҙер электрон ҡултамғаға, сауҙа майҙаны комиссияһына, кәрәкле дкументтарға, криптояҡлауға һәм башҡа нәмәләргә 20 мең һумдан ашыу аҡса китте — уларҙы килешеүҙән алып ташларға ла мөмкин. 6 процент һалым тураһында ла оноотмағыҙ. Авторҙар һәм тәржемәселәр хеҙмәте генә 650 мең һумдан ашыу буласаҡ. Быға тағы ла нейтивтарға түләү, көтөлмәгән сығымдарҙы өҫтәгеҙ. Нимә ҡала, был эш шуға ғына торошломо? Сығымдар тураһында ентекләп инструкциянан һуң яҙырмын.

Нимә өсөнмө? Үҙеңде һынап ҡарау ҙа кәрәк бит.


Викияңылыҡтар заказсы — Татарстан Республикаһының инвестицион үҫеш агентлығы (РҮА) менән бәйләнешкә инеп, шул уҡ һорауҙы бирҙе.

ТР РҮА: Беҙ Википедияның үҙ ҡағиҙәләре булыуы тураһында һөйләштек. Техзаданиеға нимә кәрәк — барыһын да яҙырға мөмкин, әммә уның буйынса килешеү оҙайлы ваҡытты аласаҡ. Мәҡәләләрҙе юйҙыртыу тураһында һөйләшмәнек.


Александр Красоткин: Тендер буйынса мәҡәлә/тәржемә өсөн ниндәй хаҡ һөйләштегеҙ? Ул бер төрлөмө, әллә төрл��-төрлөмө? Нимәгә бәйле?

Анна Бирюкова: Баһалауҙың ике форматы бар: күләм буйынса һәм мәҡәлә буйынса. Тәржемәләр үҙгәрешһеҙ. Авторҙарға уңайлы һәм ғәҙел баһа булһын өсөн эш барышында үҙенсәлеле мәҡәләләргә ҡарашты көйләрбеҙ тип ышанам.


Александр Красоткин: Хәҙер Рус Википедияһында мәҡәлә яҙыу хаҡы күләме нисек? Үҙең шәхсән тотонор өсөн был эшкә лайыҡлы хаҡты күпме тип иәҫпләйһең?

Анна Бирюкова: Ох, бына һиңә һорау… Күләм хаҡында һүҙ йөрөтөү өсөн, мәҡәләләрҙең хаҡын үҙең белгән барлыҡ коммерция авторҙарынан белешергә кәрәк. Хәл-торошҡа ҡарап ул буштан алып сикһеҙ дауам итергә мөмкин һәм темаға бәйле: күҙ алдыңа килтер, һиңә рокетсайнс яҙырға кәрәк (англ. rocket science — туранан-тура — ракета эшләү, күсмә мәғәнәлә — бик ҡатмарлы — ВН). Әгәр мин авторҙы йәлеп итәм икән, ғәҙәттә, эше өсөн күпме алырға теләгәнен һорашам.

Ҙур проекттарға йәлеп ителгән википедистар был уларға файҙалымы, юҡмы икәнен аңлау өсөн үҙҙәренең ресурсын (ваҡыты, көсө) баһаларға тейеш. Төбәктәрҙең иҡтисады төрлөсә, шәхси сәбәптәр ҙә төрлө. Был проектта бер мәҡәләнең хаҡына ҡарарға ярамай, ә һин күпме төп нөхсә һәм тәржемә эшләй алаһың һәм бының өсөн күпме ваҡыт кәрәк икәнлеген баһалау зарур. Вики-мәҡәләләрҙе дәүләт аҡсаһына һатып алып булмай, бындай һирәк һәләттә экономиялау мөмкин түгел, ә хаҡты кәметеү бәләгә килтерә — эксплуатациялау сиге бик яҡын.



Иҫкәрмәләр

[править]
  1. Викиновости получили инсайдерскую информацию о победителе. Интервью записывалось до того, как результаты были официально объявлены. Позже стало известно, что вторым участником конкурса стала Ассоциация «Машиностроительный кластер Республики Татарстан» — ВН.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

[править]

Сығанаҡтар

[править]
Эксклюзивные интервью
Это эксклюзивное интервью взял Александр Красоткин (Krassotkin) специально для Русских Викиновостей. Вы можете свободно без согласования и выплаты вознаграждения копировать, распространять и изменять это интервью в любых целях, включая коммерческие, однако вы обязаны указать автора, источник и лицензию. Например, так: Александр Красоткин; Викиновости; CC BY 2.5. Вы также должны обозначить изменения, если таковые были сделаны. Лицензии изображений уточняйте на их страницах на Викискладе.