«Еңеү көнө» йыры башҡорт телендә яңғыраны
6 май 2020
В этой статье упоминается Фонд Викимедиа, какой-либо из его проектов или люди, имеющие к ним отношение. Викиновости — один из проектов Фонда Викимедиа. |
Шишәмбе, 2020 йылдың 28 апрелендә, Башҡортостан Республикаһының артистары һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре Өфөнөң Еңеү паркында башҡорт телендә «Еңеү көнө» йырын башҡортса йырлаған видеоклиптың исем туйы үтте.
45 йыл элек — 1975 йылдың 9 майы алдынан «Зәңгәр ут» тапшырыуын төшөргәндә Леонид Сметанников композитор Давид Тухмановтың һәм шағир Владимир Харитоновтың «Еңеү көнө» йырын башҡара. Ул ваҡытта уҡ ул бик күп һоҡланыу хаттары ала. 1975 йылдың ноябрендә Милиция көнөнә арналған концертта Лев Лещенко "Еңеү көнө"н тура эфирҙа башҡара. Телевизор ҡараусылар был версияны һоҡланып ҡабул итә һәм ошо ваҡыттан алып йырҙы тотош Советтар Союзы йырлай. Тиҙҙән ул Еңеү көнөн байрам итеүҙең симсолдарының береһенә әйләнә.
2020 йылдың 25 апрелендә Волга буйы федераль округында акция — Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Беҙҙең Еңеү көнө» йыр марафоны башлана. Уның инициаторы булып Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың аппараты тора.
Йыр марафонын ойоштороусылар төбәктәргә «Еңеү көнө» йырын туған телдәрендә йырлап, символик рәүештә бер-береһенә байрам эстафетаһын тапшырыуҙы тәҡдим итә.
«Беҙҙең Еңеү көнө» акцияһының презентацияһы февраль башында Мордовия Республикаһында үтә. Республикаларҙың һәм өлкәләрҙең ижади коллективтары башҡарыуындағы йыр урындағы телеканалдарҙа 2020 йылдың 25 апреленән 8 майға тиклем күрһәтеләсәк.
Башҡортостан эстафетаны Удмурт Республикаһынан ҡабул итә.
Акция өсөн «Еңеү көнө» йырын махсус рәүештә башҡорт теленә Башҡорт Википедияһының вики-өләсәйе, яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова тәржемә итә.
Гүзәл Ситдиҡова һөйләй:
Башҡорт теленә тәржемә итергә тәҡдим иткәс, хатта бер аҙ ҡаушап ҡалдым. Был тәьҫирле һәм нәфис һүҙҙәрҙә ғазап та, шатлыҡ та бар. Туған телдә ошо торошто теүәл тапшырырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта йырҙың тактына ла тура килһен. Миңә музыкаль белемен ярҙам итте. Тәржемә эшләгәндә йырлап ултырҙым. Минең трәжемәмде оҡшатҡандарына шатмын. Хәҙер уны төрлө быуындар русса ғына түгел, башҡортса ла йырлаясағына өмөтләнәм. |
Легендар йырҙы башҡарыу өсөн Өфөнөң Еңеү паркына халыҡ хорында ҡатнашыусылар йыйыла, уларға республикала билдәле кешеләр: Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры директоры Артур Назиуллин, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Рушанна Бабич, БЮТ телеканалы алып барыусыһы Фаягөл Дәүләтйәрова һәм популяр музыкан Заһир Зәйнетдин ҡушыла.
Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы Заһир Зәйнетдиндан өҙөк килтерә (Архивная копия от 8 мая 2020 на Wayback Machine):
Был марафонда ҡатнашырға тәҡдим иткәс, ҙур ҡәнәғәтлек менән ризалаштым. Беренсенән, был бөйөк йырҙы йырлау минең өсөн дан. Икенсенән, тап юашҡорт телендә ул яҡташтарыбыҙға Еңеү өсөн рәхмәт булып яңғырай. минең ике олатайым һуғышта ҡатаншҡан. Үкенескә күрә, уларҙың береһе фронттан ҡайтмаған. Был йырҙы мин еңеү яулаған ватандаштарым, туғандарым хөрмәтенә башҡарҙым. |
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы клипты 2020 йылдың мартында, COVID-19 пандемияһына бәйле сикләү саралары индерелгәнгә тиклем төшөрә.
Роликты эшләүселәр республиканың еңеүгә индергән өлөшө тураһында ла хәтергә төшөрә:
Башҡортостандан фронтҡа 700 меңдән ашыу кеше киткән. 322 меңдән ашыуы һәләк булған йәки хәбәрһеҙ юғалған. Башҡортостандың 200 меңдән ашыу хәрби хеҙмәткәре ордендар һәм миҙалдар менән наградланған. Улар араһында 295 Советтар Союзы Геройы һәм 46 Дан орденының тулы кавалеры бар. 2020 йылда — һуғышта һәләк булғандан һуң 77 йыл үткәс - Рәсәй Геройы исеменә легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов лайыҡ була. Һуғыш ваҡытында республикаға 280 мең кеше һәм 170-тән ашыу сәнәғәт предприятиеһы һәм производствоһы эвакуациялана, һөҙөмтәлә машиналар эшләү кү��әме 17 тапҡырға арта. Өфө моторҙар эшләү берекмәһе самолеттар өсөн 51 меңдән ашыу авиамоторҙар эшләй. Һуғыш йылдарында Башҡортостан илгә 5 миллион тонна нефть һәм 160 миллион тонна иген бирә — [1] республиканың Мәҙәниәт министрлығы пресс-релизында. |
Волга буйы төбәктәрендә төшөрөлгән видеороликтар округтың барлыҡ телевизион каналдарында күрһәтелә. Уларҙы YouTube-та һәм социаль селтәрҙәрҙә #песнипобедыПФО
, #нашденьпобеды
хештегы буйынса ҡарарға мөмкин.
«Еңеү көнө» йырының рус телендәге төп нөсхәһе һәм Гүзәл Ситдиҡованың башҡорт теленә тәржемәһе:
|
|
Юбилей йыр марафонын ойоштороусылар йыр башҡорт телендә тарихта беренсе тапҡыр яңғыраны, тип раҫлай. Әммә «Еңеү көнө» — Бөйөк Ватан һуғышы тураһында иң популяр йырҙарҙың береһе һәм 9 Май уңайынан ойошторолған тантаналарҙың алыштырғыһыҙ атрибуты. Уның төрлө авторҙар тарафынан башҡорт теленә тәржемә ителеүенә аптырайһы ла түгел. Шуға ҡарамаҫтан, уларҙың версиялары киң таралыу тапмай.
«Бәйләнештә» сәхифәһендә икенсе вики-өләсәй Миңһылыу Абдуллина яҙыуынса, «Еңеү көнө» йырының һүҙҙәрен ул 15 йыл элек — 2005 йылда атаһы — Файзрахман Фәссәхетдин улы Фәссәхетдинов үтенесе буйынса (1925—2009) Еңеү көнөнөң 60 йыллығына тәржемә итә. Шунда уҡ был йыр халыҡ алдында башҡарыла.
Беҙ, балалар баҡсаһы (коллектив) менән конкурста ҡатнашҡанда, ошо йырҙы йырланыҡ. баҡтиһәң, Еңеүҙең 60 йыллығы булған икән. Конкурс Мөрсәлимдә үтте. Башҡортса йырлау оҡшап ҡалғайны. |
Уның тәрждемәһендә «Еңеү көнө» шулай яңғырай:
Еңеү көнө
Еңеү көнө! Нисек ул алыҫ ине!
Артта ҡалды ҡуҙлы усаҡтар көлө.
Ҡайғы-хәсрәт, күҙ йәштәре, тимәнек —
(Юл туҙанлы, ямғыр-буран тимәнек —) — вариант
Ошо көндө күрергә бик теләнек.Ҡушымта: Еңеү көнө! Дары еҫе аңҡыта,
Байрам һайын сикәләрҙә сал арта.
Был — йәшләнгән күҙҙәр һәм шатлыҡ өнө
Еңеү көнө! Еңеү көнө! Еңеү көнө!Мартен мейестәр янында көн һәм төн
Ватандаштар йомманылар һис күҙен.
Бәхет өсөн ҡаты һуғышты үттек —
Ошо көндө күрергә бик теләнек.
(Иңдәребеҙ ауыр йөктө күп тартты,
Тыуған ергә ҙур Еңеү менән ҡайттыҡ.) — вариантҠушымта.
Һаумы, әсәй! Яҙмыштыр был — мин тере!
Хәтфә үләндә ғәмһеҙ бала саҡ эҙе.
Ер шарын беҙ яртыланыҡ, иңләнек,
Ошо көндө күрергә бик теләнек.
(Яртыланыҡ Ер шарының юлдарын,
Һағ(ы)нып ҡайттыҡ тыуған яҡ ҡайындарын.) — вариантҠушымта.
Смотреть и слушать
[править]- Еңеү көнө! (песня «День Победы» на башкирском языке)
- Песня «День Победы» зазвучала на башкирском (репортаж ТВ МЭТР).
- Песню «День победы» впервые исполнили на башкирском языке (репортаж ННТВ).
Сығанаҡтар
[править]- ИА "Башинформ" «25 апреля стартует акция ПФО «Песня «День Победы»». ИА "Башинформ", 24 апрель 2020 года. (архив)
- ИА "Башинформ" «Башкирия присоединяется к песенному марафону «Наш День Победы»». ИА "Башинформ", 28 апреля 2020 года года. (архив)
- Гузаль Ситдыкова «Еңеү көнө». , 29 апреля 2020 года года. (архив)
- Миңһылыу Абдуллина «Еңеү көнө». , 29 апреля 2020 года года. (архив)
Комментарии[править]
Если вы хотите сообщить о проблеме в статье (например, фактическая ошибка и т. д.), пожалуйста, используйте обычную страницу обсуждения.
Комментарии на этой странице могут не соответствовать политике нейтральной точки зрения, однако, пожалуйста, придерживайтесь темы и попытайтесь избежать брани, оскорбительных или подстрекательных комментариев. Попробуйте написать такие комментарии, которые заставят задуматься, будут проницательными или спорными. Цивилизованная дискуссия и вежливый спор делают страницу комментариев дружелюбным местом. Пожалуйста, подумайте об этом.
Несколько советов по оформлению реплик:
- Новые темы начинайте, пожалуйста, снизу.
- Используйте символ звёздочки «*» в начале строки для начала новой темы. Далее пишите свой текст.
- Для ответа в начале строки укажите на одну звёздочку больше, чем в предыдущей реплике.
- Пожалуйста, подписывайте все свои сообщения, используя четыре тильды (~~~~). При предварительном просмотре и сохранении они будут автоматически заменены на ваше имя и дату.
Обращаем ваше внимание, что комментарии не предназначены для размещения ссылок на внешние ресурсы не по теме статьи, которые могут быть удалены или скрыты любым участником. Тем не менее, на странице комментариев вы можете сообщить о статьях в СМИ, которые ссылаются на эту заметку, а также о её обсуждении на сторонних ресурсах.
- Новости на башкирском языке
- 6 май 2020
- Новости с ошибочной датой
- Викимедиа
- Материалы ИА "Башинформ"
- Источники без издателя
- 112-я Башкирская кавалерийская дивизия (СССР)
- COVID-19
- YouTube
- Артур Назиуллин
- Башкирская Википедия
- Башкирский язык
- Башкирское спутниковое телевидение
- Башкиры
- Великая Отечественная война
- Видеоклипы
- Вики-бабушки
- Википедисты
- Википедия
- Вконтакте
- Владимир Харитонов (1920)
- Войны
- Герои Российской Федерации
- Герои Советского Союза
- Голубой огонёк
- Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан
- Гузаль Ситдыкова
- День Победы
- День Победы 1975
- День Победы 2005
- День Победы 2020
- День Победы (песня)
- День сотрудника органов внутренних дел Российской Федерации
- Европа
- Загир Зайнетдин
- Игорь Комаров (1964)
- Интернет
- Интернет в Башкортостане
- Интернет в России
- История
- История Башкортостана
- История России
- История СССР
- Композиторы
- Культура
- Культура Башкортостана
- Культура России
- Культура СССР
- Культура Уфы
- Лев Лещенко
- Леонид Сметанников
- Минигали Шаймуратов
- Министерство культуры Республики Башкортостан
- Минсулу Абдуллина
- Музыка
- Музыка в Башкортостане
- Музыка в России
- Музыка в СССР
- Музыка в Уфе
- Музыканты
- Мурсалимкино
- Национальный молодёжный театр Республики Башкортостан имени Мустая Карима
- Национальный симфонический оркестр Республики Башкортостан
- Общественные деятели
- Общество
- Общество в Башкортостане
- Общество в России
- Общество в СССР
- Орден Славы
- Пандемии в Блашкортостане
- Пандемии в России
- Пандемия COVID-19
- Пандемия COVID-19 в Башкортостане
- Пандемия COVID-19 в России
- Парк Победы (Уфа)
- Певцы
- Перевод
- Песни
- Писатели
- Полномочные представители Президента России в Приволжском федеральном округе
- Поэты
- Праздники
- Праздники 2020 года
- Праздники России
- Приволжский федеральный округ
- Регионы России
- Республика Башкортостан
- Республика Мордовия
- Родной язык
- Россия
- Русский язык
- Рушанна Бабич
- Социальные сети
- СССР
- Телевидение
- Телевидение в Башкортостане
- Телевидение в России
- Телевидение в СССР
- Телевизионные каналы (СМИ)
- Удмуртская республика
- Уфа
- Уфимское моторостроительное производственное объединение
- Фаягуль Давлетьярова
- Файзрахмана Фассахетдинова
- Хештеги
- Эпидемии
- Эпидемии в Башкортостане
- Эпидемии в России
- Эстафеты
- Баҫтырылған