Эстәлеккә күсергә

Әлимғафаров Рифхәт Зәйнәғетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әлимғафаров Рифхәт Зәйнәғетдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 20 ғинуар 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[1] (92 йәш)
Тыуған урыны Ҡырмыҫҡалы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ауыл хужалығы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты

Әлимғафаров Рифхәт Зәйнәғетдин улы - (рус. Алимгафаров Рифхат Зайнагетдинович - 20 ғинуар 1932 йыл) - хужалыҡ эшмәкәре. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1982).

Рифхәт Зәйнәғетдин улы Әлимғафаров 1932 йылдың 9 декабрендә Ҡырмыҫҡалы районының Ҡырмыҫҡалы ауылында тыуған.

Хеҙмәт юлын 1944 йылда колхозсы булып башлаған.

1954 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай һәм ул саҡтағы Йомағужа районындағы Подгорный МТС‑ының, ә 1956 йылдан алып Ҡарлыман МТС‑ының өлкән ветеринар врачы булып эшләй.

1960 йылдан башлап Ҡырмыҫҡалы районындағы Салауат исемендәге колхоз рәйесе.

1964—93 йылдарҙа Рифхәт Зәйнәғетдин улы М. Шайморатов исемендәге колхозға етәкселек итә.

Ул эшләгән ваҡытта колхоз юғары килемле хужалыҡҡа әйләнә, иген культураларының уңдырышлылығы — 36—40 ц/ га, шәкәр сөгөлдөрөнөкө 400 ц/га етә, һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым 4,0—4,5 мең кг тәшкил итә (1980—88) [2].

1991 йылда Ҡырмыҫҡалы районының Шайморатов 224-се һайлау округынан Башҡорт АССР-ы ХII саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайланған (1991—1995).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ленин ордены (1973)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971) [3]
  1. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
  2. Әлимғафаров Рифхәт Зәйнәғетдин улы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2019
  3. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 15
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 3