Ҡолой ауыл биләмәһе
Ҡолой ауыл биләмәһе | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәк | Ҡолой ауылы[1] |
Административ-территориаль берәмек | Арғаяш районы |
Халыҡ һаны |
5896 кеше (2002)[2], 5606 кеше (2010)[3], 5610 кеше (2011)[4], 5598 кеше (2012)[5], 5602 кеше (2013)[6], 5573 кеше (2014)[7], 5501 кеше (2015)[8], 5486 кеше (2016)[9], 5538 кеше (2017)[10], 5517 кеше (2018)[11], 5459 кеше (2019)[12], 5465 кеше (2020)[13], 4955 кеше (2021)[14], 4862 кеше (2023)[15] |
Ҡолой ауыл биләмәһе — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында муниципаль берәмек. Юридик адресы: 456894, Силәбе өлкәһе, Арғаяш районы, Ҡолой ауылы, Чапаев урамы, 19 Административ үҙәге — Ҡолой ауылы. Ҡолой ауылы муниципаль берәмегенә яҡын ауылдар — Ҡәҙер, Һәйбәт, Берёзовка һәм Ялтыр ауылдары. Ҡолой ауыл биләмәһе үҙәге «Силәбе — Яратҡол» юлында урынлашҡан. Был ауыл аша Мейәс, Ҡуянбай, Һырғайҙы йылғалары аға.
Тарихы һәм һүрәтләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡолой ауыл биләмәһенең статусы һәм сиктәре 2004 йылдың 12 ноябрендә Силәбе өлкәһе «Арғаяш муниципаль районының һәм уның составындағы ауыл биләмәләренең статусы һәм сиктәре тураһындағы» 292-ЗО Законы менән билдәләнгән [16].
Ҡолой ауыл биләмәһенә 13 ауыл ҡарай, халҡы 6631 кеше. Биләмәлә 5 ауыл хужалығы предприятиеһы һәм крәҫтиән-фермерлыҡ хужалығы эшләй, улар 1000 гектарҙан ашыу ерҙе эшкәртә.
4 дөйөм белем биреү мәктәбе, 8 төрҙәге бер мәктәп, 1 балалар йорто, 4 балалар баҡсаһы эшләй. Дөйөм практикалы табиптарҙың 2 үҙәге, тиҙ ярҙам, 1 аптека бар. Рәсәй Һаҡлыҡ банкы бүлексәһе эшләй. Ҡолой ауыл биләмәһендә дүрт «Арғаяш районының почетлы гражданы»: Хәйруллин Рамаҙан Фәтҡулла улы, Ғарипов Насир Һиҙиәт улы, Фәхретдинов Әсҡәт Фәхрислам улы, Хәйруллина Зәйтунә Ҡәйүм ҡыҙы йәшәй. Ҡолой ауыл биләмәһендә 1954 йылда төҙөлгән ауыл мәҙәниәт йорто, биш ауыл клубы, филиалдары менән Павленков китапханаһы, хореография һәм художество һәм һынлы сәнғәт бүлектәре менән сәнғәт мәктәбе филиалы эшләй.
Башҡорт халыҡ коллективы «Ҡолой моңдары» өлкәнән ситтә киң танылыу алған[17].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
2002[18] | 2010[19] | 2011[20] | 2012[21] | 2013[22] | 2014[23] | 2015[24] |
5896 | ↘5606 | ↗5610 | ↘5598 | ↗5602 | ↘5573 | ↘5501 |
Ауыл биләмәһе составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]№ | Тораҡ пункт | Тораҡ пункты төрө | Халҡы |
---|---|---|---|
1 | Һәйбәт | ауыл | ↘254[19] |
2 | Байғаҙы | ауыл | ↘539[19] |
3 | Березовка | ауыл | ↘662[19] |
4 | Оло Иҫәнгилде | ауыл | ↘202[19] |
5 | Оло Ҡуйһары | ауыл | ↘502[19] |
6 | Оло Миҙиәк | ауыл | ↘14[19] |
7 | Дәүләтбай | ауыл | ↘152[19] |
8 | Ҡәҙер | ауыл | ↗140[19] |
9 | Калиновка | ауыл | ↘102[19] |
10 | Ҡолой | ауыл, административ үҙәк |
|
11 | Ҡолоҡай | ауыл | ↘62[19] |
12 | Ҡорамша | ауыл | ↗138[19] |
13 | Марксист | ауыл | ↘75[19] |
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡолой ауылында архитектура ҡомартҡыһы — боронғо мәсет урынлашҡан
Билдәле һәм арҙаҡлы шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Көсөковтар — Ҡолой ауыл биләмәһенә ҡараған Оло Иҫәнгилде ауылынан кантон башлыҡтары, башҡорт дворяндары нәҫеле.
- Сиражетдинов Харис Мөхәмәтжән улы (15.09.1918 — 10.10.2006) — Ҡолой ауылы мәсәте имам-хатибы.
- Байғаҙы Ҡоҙамышев — 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёв полковнигы. Себер даруғаһы Әйле улусы старшинаһы.
- Йәләлетдинов Вәкил Әхәр улы — йырсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2002) һәм атҡаҙанған (1995) артисы.
- Көсөков Раил Фазыл улы — опера йырсыһы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика конкурсы лауреаты.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
- ↑ Численность постоянного населения Челябинской области в разрезе муниципальных образований на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2017.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2018.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2019 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2020 года (урыҫ)
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
- ↑ Оценка численности постоянного населения на 1 января 2023 года и в среднем за 2022 год и компоненты её изменения (с учётом итогов Всероссийской переписи населения 2020 г.) (урыҫ) — 2023.
- ↑ Закон Челябинской области от 12 ноября 2004 года № 292-ЗО «О статусе и границах Аргаяшского муниципального района и сельских поселений в его составе»
- ↑ http://kuluevo74.ru/ 2020 йыл 13 июнь архивланған.
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года . Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ 19,00 19,01 19,02 19,03 19,04 19,05 19,06 19,07 19,08 19,09 19,10 19,11 19,12 Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ Численность постоянного населения Челябинской области в разрезе муниципальных образований на 1 января 2012 года . Дата обращения: 12 апрель 2014. Архивировано 12 апрель 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ Ҡолой > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник