Ғәзизов Йәҙгәр Хәйҙәр улы
Ғәзизов Йәҙгәр Хәйҙәр улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 2 март 1947 (77 йәш) |
Тыуған урыны | Александровка районы, Ырымбур өлкәһе, РСФСР, СССР |
Ҡатнашыусы | Һамар дәүләт ауыл хужалығы академияһы[d] |
Ғәзизов Йәҙгәр Хәйҙәр улы (рус. Газизов Ядкар Хайдарович; 2 март 1947 йыл ) — ауыл хужалығы, совет органдары һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 1981 йылдан Миәкә район Советы башҡарма комитеты рәйесе, район Советы рәйесе урынбаҫары, 1992 йылдан район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәҙгәр Хәйҙәр улы Ғәзизов 1947 йылдың 2 мартында Ырымбур өлкәһе Александровка районы Яңы Солтанғол ауылында тыуған.
Юғары белемле — 1970 йылда Куйбышев ауыл хужалығы институтын тамамлаған. [1]
Хеҙмәт юлын Башҡорт АССР-ы Миәкә районы «Сельхозтехника» берекмәһендә яңы техника буйынса инженер вазифаһында башлай. Артабан автогараж мөдире, управляющий урынбаҫары, баш инженер, управляющий булып эшләй.
1981—1991 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Миәкә район Советы башҡарма комитеты рәйесе.
1992 йылдан Миәкә районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары.[2] Миәкә районы 243-сө Елдәр һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана.
Өйләнгән, ғаиләһендә ҡыҙ һәм ул үҫтергәндәр.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре
- «Почёт Билдәһе» ордены
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104