Эстәлеккә күсергә

Ғимранов Эрнст Ғайса улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғимранов Эрнст Ғайса улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 22 ноябрь 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (85 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө инженер-механик, ғалим
Эш урыны Өфө дәүләт авиация техник университеты
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d] һәм профессор[d]

Ғимранов Эрнст Ғайса улы (22 ноябрь 1939 йыл) — инженер-механик. Техник фәндәре докторы (1990), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1992). Өфө дәүләт авиация техник университетының атҡаҙанған профессоры (2012)[1]. К.Э. Циолковский исемендәге (1980), М.В. Келдыш исемендәге (1990) һәм В.П. Макеев исемендәге (1993) миҙалдар менән бүләкләнгән[2].

Эрнст Ғайса улы Ғимранов 1939 йылдың 22 ноябрендә Өфө ҡалаһында тыуған.

1965 йылда инженер-электромеханик һөнәре алып Өфө авиация институтын тамамлай. Артабан шунда уҡ эшләй башлай.

1966 йылдан - Өфө авиация институтында (ӨДАТУ): ассистент (1966-1968); аспирант (1968-1971); өлкән уҡытыусы (1975-1980); доцент (1980-1992); 1992 йылдан алып профессор, авиация двигателдәре факультеты деканы (1988-1995)[1].

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эрнст Ғайса улы Ғимрановтың фәнни эшмәкәрлеге газ динамикаһы һәм гидрогаз автоматикаһы, осоу аппараттары двигателдәрен автоматик көйләү системалары менән идара итеү проблемаларын тикшереү менән бәйле. Осоу аппараттары двигателдәре каналдарында тауыштан шәберәк үҙле ағымдарҙың газодинамикаһын өйрәнеү буйынса белгес. Эрнст Ғайса улы етәкселегендә осоусы аппараттар һәм энергетика ҡулайламалары двигателдәре каналдарында үҫешкән сик буйы ҡатламлы тауыштан шәберәк үҙле ағымдарҙы тотҡарлау процестары теорияһы уйлап табыла. Асыштары Башҡортостан Республиканың һәм Рәсәй Федерацияның авиация сәнәғәте предприятиеларында индерелгән. 130‐ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы[1][3][2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[2]

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1992).
  • Өфө дәүләт авиация техник университетының атҡаҙанған профессоры (2012).
  • К.Э. Циолковский исемендәге миҙал (1980)
  • М.В. Келдыш исемендәге миҙал (1990)
  • В.П. Макеев исемендәге миҙал (1993)
  • Расчёт динамических параметров и анализ частотных характеристик быстродействующего гидропривода. Өфө, 2004 (авторҙаш);
  • Нестационарные гидрогазодинамические эффекты в системах гидравлических и пневматических приводов. Өфө, 2008 (авторҙаш).