Ғиләжетдинов Тажетдин Баһауетдин улы
Ғиләжетдинов Тажетдин Баһауетдин улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 2 май 1924[1] |
Тыуған урыны | Оло Баҙраҡ ауылы, Бөрө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1] |
Вафат булған көнө | 14 август 2012[1] (88 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй[1] |
Биләгән вазифаһы | мәктәп директоры[1] |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ғиләжетдинов Тажетдин Баһауетдин улы (2 май 1924 йыл — 14 август 2012 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкының взвод командиры. Майор (2000). Советтар Союзы Геройы (1945). Милләте — башҡорт[2].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тажетдин Баһауетдин улы Ғиләжетдинов 1924 йылдың 2 майында Башҡорт АССР-ының Бөрө кантоны Оло Баҙраҡ ауылында[3][4] тыуған.
1942 йылдан — Ҡыҙыл Армияла. 1942 йылдың декабрендә Гурьев хәрби пехота училищеһын тамамлай.
1943 йылдан Көньяҡ, 4-се Украин һәм 1-се Балтик буйы фронттарында хеҙмəт итə. 1944 йылдан — ВКП(б)/КПСС ағзаһы.
1945 йылдың ноябренән капитан Ғиләжетдинов Т. Б. — отставкала. 1960 йылда Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Борай районы Баҙраҡ мәктәбендә — уҡытыусы, райондың халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире, КПСС райкомының икенсе секретары, Баҙраҡ урта мәктәбе директоры булып эшләй.
Отставкалағы майор (2000 йыл). Борай районы Оло Баҙраҡ ауылында йәшәй, артабан республиканың баш ҡалаһы Өфөгә күсә.
2012 йылдың 14 авгусында Советтар Союзы Геройы Өфөлә вафат була[5]. Тыуған ауылында ерләнә.
Батырлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡырымды немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеү өсөн алыштарҙа ҡаһарманлыҡ күрһәтә.
665-се уҡсылар полкы артиллерия батареяһының лейтенант Ғиләжетдинов Тажетдин етәкселегендәге ут взводы (4-се Украин фронты, 51-се армия, 216-сы уҡсылар дивизияһы) 1944 йылдың 7 апреленән 9 апрелгә тиклем Тархан ауылы өсөн (хәҙер Украинаның Ҡырым өлкәһе Красноперекопск районы Вишневки ауылы) алыштарҙа тура наводкалағы ут менән дошмандың өс дзотын, ике ауыр минометтар батареяһын һәм танкыларға ҡаршы өс пушканы ҡыйрата.
1944 йылдың 9 майында Севастополь ҡалаһы өсөн алыштарҙа Ғиләжетдиновтың ут взводы ике танкты һәм ике штурмлау орудиеһын юҡҡа сығара. Яраланыуына ҡарамаҫтан лейтенант Ғиләжетдинов Т. Б. тағы ла бер дошман танкыһын юҡ итә.
«Советтар Союзы Геройы» исеме 1945 йылдың 24 мартында бирелә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройы (1945)
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (24.03.1945)[6][7]
- Ленин ордены (24.03.1945)
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[8]
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (11.05.1944)[9]
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ноғманов Илнур. Алыш өсөн миҙал… Инша. «Алые паруса. Проект для одаренных детей» сайты. 2016, 5 май[10].
- Үтәбәй Ә. Юлай Ғәйнетдинов: Баҡыр алтындың варианты була алмай. «Ағиҙел» журналы, 2014[11].
- Вахитов Ф. Дан туртаһының әҫәре лә юҡ. «Башҡортостан» гәзите, 2012, 26 ғинуар.
- Республика Башҡортостандың һуңғы Советтар Союзы Геройы менән хушлашты. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2012, 15 август[5].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ Наградной лист (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 март 2022)
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 4386, л. 4, 5)
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046/793756, д. 25/10, л. 4, 322, 323)
- ↑ 5,0 5,1 Республика Башҡортостандың һуңғы Советтар Союзы Геройы менән хушлашты. , 2012, 15 август (Тикшерелеү көнө: 28 февраль 2017)
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Указ «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Карточка «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ «Алые паруса. Проект для одаренных детей» сайты. 2016, 5 май (Тикшерелеү көнө: 28 февраль 2017)
- ↑ Баҡыр алтындың варианты була алмай. «Ағиҙел» журналы, 2014 (Тикшерелеү көнө: 28 февраль 2017)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғиләжетдинов Тажетдин Баһауетдин улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 21 март 2022)
- Ғиләжетдинов Тажетдин Баһауетдин улы . «Герои страны» сайты.
- Ғиләжетдинов Тажетдин Баһауетдин улы . Республика Хәрби Дан музейы.
- 2 майҙа тыуғандар
- 1924 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- 14 августа вафат булғандар
- 2012 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Советтар Союзы Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- Бөйөк Ватан һуғышы артиллеристары
- Советтар Союзы Геройҙары (Башҡортостан)
- Советтар Союзы Геройҙары:Борай районы
- Башҡортостан уҡытыусылары
- Мәктәп директорҙары
- КПСС ағзалары
- КПСС-тың район комитетының икенсе секретарҙары
- Майорҙар (СССР)
- Борай районында тыуғандар