Эстәлеккә күсергә

Яңы Дүртекәй

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Яңы Дүртекәй
Яңы Дүртекәй
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Балтас районы

Координаталар

55°56′54″ с. ш. 55°45′11″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 208 828 003

ОКТМО коды

80 608 428 106

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Яңы Дүртекәй (Рәсәй)
Яңы Дүртекәй
Яңы Дүртекәй
Яңы Дүртекәй (Башҡортостан Республикаһы)
Яңы Дүртекәй

Яңы Дүртекәй (рус. Новодюртюкеево) — Башҡортостандың Балтас районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 57 кеше[1]. Почта индексы — 452984, ОКАТО коды — 80208828003.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 57 23 34 40,4 59,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек мариҙар (86 %) йәшәй[2].

  • Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Балтас): 13 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Һәйтәк): 3 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйөҙе): 88 км

Дүртекәй ауылы ике улыс Таҙлар һәм Танып (Кыр-Һунлар түбәһе) ерендә ултырған. Килешеү 1768 йылдың 28 июнендә рәсмиләштерелгән. Тәүге яҙма Янбарис Тойгилдин менән килгән 25 ғаиләгә бирелде. Йыл һайын керҙәшлек өсөн барыһы ла аҫаба башҡорттарға йылына 1 һум 50 тин түләгән.

19 быуат уртаһында, мариҙарға йән башына 15-әр дисәтинә ер бүлеп бирелгәнгә тиклем, улар Таҙлар улусы ерҙәрен файҙаланған. "Башҡорт керҙәштәрен ер менән тәьмин итеү буйынса комиссия" ның 1786, 1812 йылдар өсөн керҙәшлек тураһында рәсми ҡағыҙҙарын тәҡдим итеүенә ҡарамаҫтан, ике ауыл - Иҫке Дүртекәй һәм Яңы Дүртекәй - 1748 йылда уҡ барлыҡҡа килгән, беренсеһендә - 138, икенсеһендә 79 кеше йәшәгән, тип раҫларға нигеҙ бар. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса ла уларҙың барлыҡҡа килеү ваҡытын да билдәләргә мөмкин - был 1746 йыл.[3]

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978–5–295–04683–4 (рус.)