Шәкүрова Шәүрә Рәшит ҡыҙы
Шәкүрова Шәүрә Рәшит ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 10 декабрь 1967 (56 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | яҙыусы, драматург, сценарий яҙыусы |
Уҡыу йорто |
Башҡорт дәүләт университеты А. М. Горький исемендәге Донья әҙәбиәте институты |
Ғилми дәрәжә | филология фәндәре кандидаты[d] |
Диссертация | Урал батыр эпосы |
Ғилми етәксе | Гацак, Виктор Михайлович[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Шәкүрова Шәүрә Рәшит ҡыҙы (10 декабрь 1967 йыл) — ғалим-филолог, сценарист, драматург, прозаик. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары, Башҡортостан Республикаһының Кинематографтар һәм Театр эшмәкәрҙәре союздары ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһы гуманитар тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәүрә Рәшит ҡыҙы Шәкүрова 1967 йылдың 10 декабрендә Өфө ҡалаһында тыуған. Атаһы — Башҡортостан халыҡ шағиры, публицист, фән эшмәкәре Рәшит Шәкүр.
1992—1997 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында уҡый.
1998 йылда Мәскәүҙә Рәсәй Фәндәр академияһының Дон��я әҙәбиәте институтында башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосы буйынса СССР һәм Рәсәй фольклорсыһы Виктор Гацак етәкселегендә кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
2008 йылда С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институтын тамамлай. «Аҡбуҙатты эҙләгәндә» фәнни—популяр һәм башҡа бик күп фильмдарҙың сценарий авторы[2].
Ижади эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Уфимский вокзал», «Пусть ветер унесет мои слова» китаптары һәм «Башкирский народный эпос „Урал-Батыр“. Архивный источник и его текстологический анализ» монографияһы авторы.
- Шәүрә Шәкүрованың «Зәңгәр томандар артында» пьесаһы «Баденвайлер 2018» халыҡ-ара драматургия конкурсы исемлегенә инде. Пьеса «Бөтә донъя» номинацияһында ҡатнашты. Конкурста 22 илдән 164 авторҙың 224 пьесаһы ҡатнашты[3].
- «Зәңгәр томандар артында» пьесаһы 2017 йылда 15-се Халыҡ-ара әҙәбиәт Волошин конкурсы (Ҡырым); 13-сө «Драма ваҡыты, 2017, йәй» халыҡ-ара заманса драматургия конкурсы; Бойондороҡһоҙ халыҡ-ара заманса драматургия конкурсы исемлектәренә инде[3].
- 2016 йылда «Заманса драматургия» журналында Валентина Федорованың «Зәңгәр томандар артында» пьесаһына рецензияһы донъя күрҙе.
Авторҙың «Волга йылғаһы аға…» пьесаһы 2016 йылдан алып бөгөнгә тиклем — «Әсәйем мине ярата» пьесаһы составында Мәскәүҙәге «А-Я» балалар театры репертуарында (авторҙаштар Иосиф Кобзон, Денис Мацуев, Валентин Гафт)[3].
- «Ауыҙымдан ел алһын» (« Пусть ветер уносит мои слова») нигеҙендә «Саҡ менән Суҡ» бәйете ята, әҫәрҙең жанры — фэнтези[3].
- «Ай бүреләре» әҫәре ғәйнә башҡорттары тарихына арнала.
2015 йылда «Гөлкәйҙең бәхете» пьесаһы Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы хәҙерге драматургияға булышлыҡ итеү буйынса конкурста еңеү яуланы, Салауат башҡорт дәүләт театрында сәхнәләштереү өсөн федераль грантҡа лайыҡ булды. Пьеса әлеге ваҡытта башҡорт телендә «Гөлкәйҙең бәхете» исеме аҫтында бара.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Академия наук Республики Башкортостан. Шакурова Шаура Рашитовна
- ↑ «Төнгө поезд» «Ағиҙел» журналы, Өфө, 2011 й., октябрь, 23-сө бит
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 «Йәшлек» гәзите «Тел дә, рухх та әсәйҙән, атайҙан» Миләүшә Ҡаһарманова
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шәкүрова Шәүрә Рәшит ҡыҙы // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8. (Тикшерелеү көнө: 11 ноябрь 2021)
- «Ағиҙел» журналы, 2011 й., октябрь, Шәүрә Шәкүрова «Төнгө поезд»
- «Йәшлек» гәзите Миләүшә Ҡаһарманова «Тел дә, рух та әсәйҙән, атайҙан»
- Башкирская рапсодия Шауры Шакуровой
- Академия наук Республики Башкортостан. Шакурова Шаура Рашитовна
- 10 декабрҙә тыуғандар
- 1967 йылда тыуғандар
- Өфөлә тыуғандар
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
- С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институтын тамамлаусылар
- Башҡортостандың театр эшмәкәрҙәре
- Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары
- Башҡорт драматургтары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Филология фәндәре кандидаттары