Уолтер Бёрли Гриффин
Уолтер Бёрли Гриффин | |
Walter Burley Griffin | |
Төп мәғлүмәт | |
---|---|
Ил | |
Тыуған көнө | |
Вафат көнө |
11 февраль 1937[3] (60 йәш) |
Хеҙмәттәре һәм ҡаҙаныштары | |
Белем алған |
Урбана-Шампэйндағы Иллинойс университеты[d] |
Ҡала төҙөү пректтары | |
- | |
Уолтер Бёрли Гриффин Викимилектә | |
Уолтер Бёрли Гриффин (ингл. Walter Burley Griffin, 24 ноябрь 1876 — 11 февраль 1937) — АҠШ архитекторы һәм дизайнеры. Австралияның баш ҡалаһы Канберра проектының авторы булараҡ билдәле. Ғүмеренең күп өлөшөн ҡатыны Мэрион Махони Гриффин менән хеҙмәттәшлектә эшләй.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәшлек йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гриффин 1876 йылдың 24 ноябрендә Чикаго ҡалаһының Мейвуд биҫтәһендә страховка агенты Джордж Уолтер Гриффин ғаиләһендә тыуған. Гриффинды бала саҡтан уҡ ландшафт дизайны йәлеп итә. Ғаиләһе Оук-Парк биҫтәһенә күскәс, шунда мәктәпте тамамлаған, һәм Урбана-Шампэйндағы Иллинойс университетының архитектура факультетына уҡырға инә. 1899 йылда Гриффин бакалавр дәрәжәһен ала һәм Чикагоға күсә. Унда ул ике йыл «Прерия мәктәбе»нә (Prairie School) яҡын булған Чикаго архитекторҙары төркөмөндә һыҙма яһаусы булып эшләй. Йәш Гриффин архитектор Луис Генри Салливен һәм уның органик архитектура концепцияһы алдында баш эйгән.
1901 йылдың июлендә Иллинойста архитектура эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеү хоҡуғына имтиханды уңышлы тапшыра . Ул Оук-Паркта Фрэнк Ллойд Райттың фирмаһына ҡабул ителә, Райт рөхсәте менән параллель рәүештә үҙ проекттарын эшләй. Гриффиндың беренсе заказы - Элмхёрста (Иллинойс штаты) Эмери йорто. Шул уҡ ваҡытта Гриффин Райттың һеңлеһе Мэжинелға кейәүгә сығырға тәҡдим яһай, әммә тиҫкәре яуап ала.
АҠШ-та карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1905 йылдың аҙағында Гриффин менән Райттың мөнәсәбәттәре боҙола һәм Гриффин студиянан китә һәм шәхси заказдар өҫтөндә эшләп, Чикагола төпләнә. 1909 йылда Райт Европаға күсә, үҙенең студияһы менән етәкселекте Герман фон Хольстҡа ҡалдыра. Фон Хольст архитектор Гриффинды Декейтер ҡалаһындағы (Иллинойс штаты) Милликин-Плейс урамындағы бер нисә йорт өсөн ландшафт дизайны эшләү өсөн яллай. Гриффин был заказ өҫтөндә эшләгәндә Райт студияһы хеҙмәткәре, унан биш йәшкә өлкәнерәк талантлы архитектор Мэрион Махони менән таныша. Ике йылдан һуң улар өйләнешә. Артабан улар бөтә проекттар өҫтөндә бергә эшләй. Айовала Мейсон-Сити ҡаласығында Рок Крест Рок Глен районында ландшафт һәм бер нисә шәхси йорттар төҙөү был осорҙағы иң ҙур эштәрҙең береһе булып тора. XX быуат башында Мейсон Ситиҙа «Прерия мәктәбе» архитекторҙары эшләй, шуға күрә хәҙер ҡаласыҡ тәбиғи ландшафтта был стилдең иң ҙур ҡоролмалар йыйылмаһы булып тора. 1914 йылға тиклем Гриффин бөтәһе 130-ға яҡын йорт һәм ландшафт проектлай.
Австралиялағы карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Туйҙан һуң күп тә үтмәй Гриффиндар Австралияның буласаҡ баш ҡалаһын — Канберраны планлаштырыу конкурсында ҡатнашыуға ғариза бирә. 1912 йылдың 23 майында Гриффиндар проекты 137 ғариза араһынан һайлана. Гриффин федераль баш ҡаланың дизайн Һәм төҙөлөш идарасыһы (Federal Capital Director of Design and Construction) итеп тәғәйенләнә. Был вазифала ул алты йыл эшләй, даими рәүештә урындағы чиновниктар ҡаршылыҡ күрһәтә, улар уның проекттарына үҙгәрештәр индерә, аҡса етмәү ҙә бәкәлгә һуға. 1920 йылдың аҙағында Гриффин отставкаға китә һәм ҡала төҙөлөшөндә ҡатнашмай.
Канберра проекты өсөн гонорарҙар Гриффинға Мельбурнда архитектура фирмаһын асырға мөмкинлек бирә. 1924 йылда Ул Мельбурндан уның ҡатнашлығында проектланған Сидней ҡалаһы ситендәге Кэслкрег (Castlecrag) биҫтәһенә күсә һәм киләһе ун йылын шунда үткәрә. Ғүмеренең һуңғы йылдарында Уолтер Һәм Мэрион мистицизм, теософия һәм антропософия менән мауыға[4].
Һиндостанда карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1935 йылда Гриффин Һиндостанға күсә. Гриффинға Лакхнауҙа университет китапханаһы бинаһына заказ бирелә. Проект тормошҡа ашырылмай, әммә Гриффин Һиндостанды ярата һәм шунда ҡала, бигерәк тә Һиндостанда ул ярайһы уҡ күп заказдар ала. 1936 йылдың апрелендә уның янына Мэрион да күсә.
Уолтер Берли Гриффин 1937 йылдың 11 февралендә Лакхнау дауаханаһында операциянан һуң биш көн үткәс, перитониттан үлгән. Ул урындағы христиан зыяратында ерләнгән. Мэрион Гриффин Pioneer Press нәшриәтенең штаб-фатирын төҙөп бөтә, ә һуңынан Австралияға ҡайта.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Walter Burley Griffin // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ 3,0 3,1 Walter Burley Griffin // Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ Биография 2011 йыл 25 май архивланған. в Австралийском биографическом словаре
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Биографияһы Walter burley griffin Society incorporated сайтында
- Биографияһы сайтта Public Broadcasting Service
- Биографияһы Австралия биографик һүҙлегендә