Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәтләүек ағасы (рус. Лещи́на обыкнове́нная, лат. Córylus avellána) —ҡайын һымаҡтар (Betulaceae) ғаиләһенән эре ҡыуаҡ. Бейеклеге 7 м-ға етә. Март-апрель айҙарында сәскә ата, август-сентябрҙә емеше (сәтләүеге) өлгөрә.
Сәтләүек ағасының тәбиғи ареалы Европа, Кавказ һәм Урта Азия. Бөтә ергә культивацияланған. Башҡортостанда киң таралған.
Япраҡлы ағас урманында, урман ситендә, йырғанаҡтарҙа үҫә.
- Губанов И. А., Киселёва К. В., Новиков В. С., Тихомиров В. Н. 435. Corylus avellana L. — Лещина обыкновенная, или Орешник, Лесной орех // Иллюстрированный определитель растений Средней России. В 3-х томах — М.: Т-во науч. изд. КМК, Ин-т технолог. иссл, 2003. — Т. 2. Покрытосеменные (двудольные: раздельнолепестные). — С. 33. — ISBN 9-87317-128-9.
- Ғүмәров В. З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. − 160 б. ISBN 5-295-01499-1