Эстәлеккә күсергә

Сумо

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сумо
япон. 相撲
Нигеҙләү датаһы 642
Рәсем
Дәүләт  Япония
Ил  Япония
Регулируется Японская ассоциация сумо[d], Japan Sumo Federation[d] һәм International Sumo Federation[d]
Пиктограмма
Схематичная иллюстрация
 Сумо Викимилектә
Алыш (тори-куми): ёкодзуна Асасёрю менән комусуби Котосёгику (Япония, 2008).
Алыш башланыр алдынан сумо көрәшселәре судья тирәләй. 2005 йылдың сентябрь айы.

Сумо (япон. 相撲) — көрәш төрө, унда түңәрәк майҙанда ике көрәшсе көс һынаша. Был спорт төрө — Японияла барлыҡҡа килгән. Япондар сумоны яугирлыҡ сәнғәтенә индерә. Сумо традицияһы борондан килә, шуға күрә лә уйын төрлө ритуалдар менән башҡарыла.

Япония сумо үҙәге булып тора һәм ул профессиональ рикиси ярыштары үткәрелгән берҙән-бер ил. Башҡа илдәрҙә һәүәҫкәр сумо ғына бар.

Заманса профессиональ сумо спорт, ҡапма-ҡаршы алыш, шоу, йола һәм бизнес элементтарын индерә.

Батша һарайында сумо алышы

Сумо VIII быуатта теркәлгән боронғо япон яҙмаларында сумо тип телгә алынған. Бынан тыш сумо Синто дине ритуалы менән күҙаллана. Хәҙерге көндәрҙә лә ҡайһы бер монастырҙарҙа кеше һәм Алла алышы ритуалын күрергә мөмкин.

Сумо император һарайында мөһим ритуал һанала. Был ярышта бөтә провинцияларҙан да вәкилдәр ҡатнашырға тейеш була. Шулай уҡ сумо хәрби әҙерлек ролен үтәүе лә билдәле.

Сумо көрәше дохё тип аталған 34-60 см квадрат ҡалҡыу майҙанда бара. Дохё өсөн төйөлгән махсус балсыҡ өҫтөнә йоҡа ғына итеп ҡом түшәлә.

Алыш диаметры 4,55 м (15 сяк) булған түңәрәк эсендә бара. Уның ситтәренә дөгө һаламынан үрмә һалына. Түңәрәк уртаһына ике аҡ һыҙат һалына, бында көрәшселәр уйын башланыр алдынан баҫа.

Түңәрәк тирәләй һибелгән ҡом һәр алыш алдынан тигеҙләп ҡуйыла, дәғүәселәр сиктән сыҡҡаны уларҙың эҙенәнә күренә.

Майҙан бик күп символдарға бай: ҡом таҙалыҡты һүрәтләй, тоҙ һирпеү яуыз көстәрҙән арындыра.

Дохё өҫтөндәге япма (яката) ситтәрендәге дүрт суҡ дүрт миҙгелде аңлата — аҡ төҫтәгеһе көҙ, ҡара — ҡыш, йәшел — яҙ, ҡыҙыл — йәй.

Ҡуйы ҡыҙыл күк байраҡтар болоттар йөҙөүен, миҙгел алышыныуын күрһәтә. Судья (гедзи) рухани синтоист ролен уйнай.

Сәс йола буйынса бер төйөнгә йыйыла, юғары дивизиондағылар ҡатмарлылаҡ прическа яһай. Сәсте былай йыйыу матурлыҡ өсөн генә түгел, алыш мәлендә артҡа ҡолағанда соңҡаны һаҡлау өсөн дә эшләнә.

Гёдзи (судья) Муромати дәүерендәге батша һарайы вәкиле кейемен кейә. Уның өҫ һәм аяҡ кейеме төҫөнә ҡарап ниндәй кимәлдәге ярыш икәнлеген айырып була.

Мәҫәлән, кесе лигаларҙа судья ябай кейенә һәм яланаяҡ була. Ойоҡ һәм аяҡ кейемдәрен юғары кимәлдәге гёдзи кейә ала.

Судьяның мотлаҡ атрибуты гумбай тип аталған елпеүес.

Сумо алышында башҡа һуғыу, аяҡ араһына тибеү, сәстән, ҡолаҡтан, бармаҡтарҙан, аяҡ араһындағы билбау өлөшөнән тартыу тыйыла. Шулай уҡ һығыу алымдарын ҡулланырға ярамай. Рөхсәт ителгәндәрҙән: сикәгә сәпәү («харитэ»), этеү, тыйылмаған урындарҙан эләктереү, билбауҙан алыу, ус ҡабырғаһын үңәскә терәү («нодова»), шулай уҡ алып ташлау, аяҡ салыу.

Һәр алыштың еңеүсеһе билдәләү өсөн ҡулланған ике төп ҡағиҙә:

  • табандан тыш тәндең башҡа өлөштәре менән иң беренсе ергә ҡағылыусы еңелә.
  • түңәрәктән ситтә беренсе булып ергә ҡағылыу еңелә.

Тән өлөшө тип сәс һәм билбау ҙа һанала. Әгәр көрәшсе тыйылған алымды ҡулланһа, еңелгән тип билдәләнә.

Көрәшсенең тән ауырлығы махсус күнекмәләр ярҙамында үҫә.

2013 йылдың декабрендәге тикшереүҙәргә ҡарата 70 көрәшсенең тәненең май өлөшө 23 % — 39 %. Иң «һимеҙе» Аоияма, ә иң «ҡаҡса» — екодзуна Харумафудзи була[1].

Көрәшселәргә уңайлыҡтар уңыштарына ҡарап бирелә. Ниндәй кейем кейергә, ниндәй телефон менән ҡулланырға, ниндәй бүлмәлә йәшәргә, хужалыҡ эштәрен башҡарырға — барыһы ла дәрәжәгә ҡарап билдәләнә.

Митоидзуми аварияға эләккәндән һуң көрәшселәргә үҙаллы автомобиль йөрөтөү тыйыла. Был ҡағиҙәне боҙғандар дисквалификация ала. Ғәҙәттә улар махсус микроавтобустарҙа йәки таксиҙа йөрөй.

Көрәшселәрҙең ауырлығы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сумо алышында ауырлыҡ категорияһы юҡ. Юғары ранг көрәшселәрҙең ауырлығы башлыса 120 килограмдан аша. Был спортҡа ғәҙәттә 100 килограмлыҡ егеттәр килә.

Атлетик көрәшсе ауыр кәүҙәлене етеҙлеге менән еңеүсән. Шулай, 1996 йылда бик популяр ҡаҡса Майноуми өс тапҡырға ауырыраҡ Конисикины еңә (98кг[2] һәм 273 кг[3])[4].

  1. Уровень жира в телах сэкитори — 23-39 % (с уточнениями) | Сумо. Традиции и современность японской борьбы
  2. Mainoumi Shuhei Rikishi Information. Дата обращения: 5 февраль 2013. Архивировано 11 февраль 2013 года.
  3. Konishiki Yasokichi Rikishi Information. Дата обращения: 5 февраль 2013. Архивировано 11 февраль 2013 года.
  4. Mainoumi vs. Konishiki : Hatsu 1996 (舞の海 対 小錦) - YouTube. Дата обращения: 20 ғинуар 2013.