Салауат (доға)
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Салауат (ғәр. صلوات — маҡтау, данлау) — намаҙҙа ахырғы рәҡәғәттә Әт-Тәхиәтте уҡығандан һуң Аллаһы тәғәләгә бағышланған доға.Салләллаһу ғәләйһи үәссәләм (ғәр. صلى الله عليه وسلم, «уға Аллаһтың рәхмәте һәм сәләме булһын!») — мосолмандар тарафынан Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең исеме телгә алыуҙан һуң әйтелгән фраза. Текстарҙа күбеһенсә с.ғ.в.-гә ҡәҙәр ҡыҫҡартыла. Ғәрәп текстарында «сад» (ص) хәрефенә тиклем ҡыҫҡартыла.
Юникодта был фраза өсөн махсус символы бар — U+FDFA ﷺ (Arabic Ligature Sallallahou Alayhe Wasallam)[1].
Тәржемәһе | Транскрипция | Текст |
---|---|---|
Йә Аллаһым, Мөхәммәт ғәләйһиссәләмгә һәм уның ҡәүеменә рәхмәт ҡыл | Аллаһүммә, салли ғәлә Мәхәм-мәдин үә ғәлә әли Мәхәммәд(ин) | اللَّهُمَّ صَلِّ عَلى مُحَمَّدٍ وَ عَلَى آلِ مُحَمَّدٍ |
Ибраһим ғәләйһисәлләмгә һәм уның ҡәүеменә рәхмәт ҡылған кеүек | кә-мә сәлләйтә ғалә Ибраһимә үә ғалә әли Ибраһим(ә) | كَما صَلَّيْتَ عَلَى إبْراهِيمَ وَ عَلَى آلِ إبْرَاهِيمَ |
Тәхҡиҡ — Һин маҡтаулы һәм олоһоң! | иннә-кә Хәмидун, Мәжид(үн) | إنَّكَ حَمِيدٌ مَجِيدٌ |
Йә Аллаһым, Мөхәммәт ғәләйһиссәләмгә һәм уның ҡәүеменә мөбәрәклек бир | Аллаһуммә бәрик ғалә Мөхәммәдин үә ғалә әли Мөхәммәд(ин) | وَ بَارِكْ عَلَى مُحَمَّدٍ وَعَلَى آلِ مُحَمَّدٍ |
Ибраһим ғәләйһисәлләмгә һәм уның ҡәүеменә мөбәрәклек биргән кеүек | кә-мә бәрәктә ғалә Ибраһимә үә ғалә әли Ибраһим(ә) | كَما بارَكْتَ عَلَى إبْراهِيمَ وَ عَلَى آلِ إبْراهِيمَ |
Тәхҡиҡ — Һин маҡтаулы һәм олоһоң! | иннә-кә Хәмидүн, Мәжид(үн) | إنَّكَ حَمِيدٌ مَجِيدٌ |
Салауат — башҡорт телендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Салауат һүҙе башҡорт теленә доға булараҡ та, исем булараҡ та, фразеологизм булараҡ та ингән. Дини мәғәнәһе маҡтау, данлау булһа, үткән эшкә салауат ғибәрәһе булған эш булған, хәйерлегә булһын тигән мәғәнәлә әйтелә. Башҡорт халҡының милли ҡаһарманының — Салауат Юлаевтың исеме лә ошо мөбәрәк һүҙҙән бирелгән[2].
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Достоинства молитвы за Пророка Мухаммада (мир ему и благословение) . Islamdag.ru. Дата обращения: 13 июль 2013. Архивировано 31 август 2013 года.
- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. — М., 1993. — 163-сө бит
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Unicode Character 'ARABIC LIGATURE SALLALLAHOU ALAYHE WASALLAM' (U+FDFA)
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. — М., 1993. — 163-сө бит