Рамазан (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Рамазан || Рамаҙан — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа халыҡтарҙа ла ҡулланыла.
Этимология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рамазан || Рамаҙан — ғәрәп телендә — һижрә — Ай календарындағы 9-сы айҙың исеменән (шул айҙа тыуған балаға ҡушылған исем)[1]
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәнбәков Рамазан Фәтхулла улы (15 март 1934 йыл — 30 октябрь 2019 йыл) — йырсы. Башҡорт АССР-ының халыҡ (1982) һәм атҡаҙанған (1971) артисы.
Абдулатипов Рамазан Гаджимурад улы (4 август 1946 йыл , Гебгуда, Тлярата районы, Дағстан АССР-ы, РСФСР) — Рәсәй сәйәсмәне.
Шәғәлиев Рамаҙан Нурғәли улы (1 февраль 1935 йыл — 20 февраль 2010 йыл) — башҡорт шағиры, музыкант. 1959—1995 йылдарҙа Силәбе ҡалаһының хәҙерге «Мечел» мәҙәниәт һәм техника һарайының «Айгөл» татар һәм башҡорт үҙешмәкәр халыҡ коллективы, 1962—2007 йылдарҙа Аҡмулла исемендәге Силәбе өлкә әҙәби берекмәһе етәксеһе. 1986 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989). Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты (Мәскәү, 1987). Аҡмулла исемендәге (2002), Ҡадир Даян исемендәге (2005) премиялар лауреаты. Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының почётлы гражданы.
Өмөтбаев Рамаҙан Ғимран улы (7 апрель 1924 йыл — 24 август 1997 йыл) — совет партия-дәүләт эшмәкәре, ғалим-иҡтисады, яҙыусы. 1967—1975 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары. БАССР-ҙың 4—9‑сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1989 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1967). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1958). Ленин (1957), II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм «Почёт Билдәһе» (1974) ордендары кавалеры. Әбйәлил районының Ким Әхмәтйәнов исемендәге премияһының беренсе лауреаты (1993). Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһының Почётлы гражданы.
Рамаҙан Ҡаҙыбәков (1776—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.
Байсубин Рамаҙан Юламан улы (Рамаҙан Юламанов; 1789—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.
Ниғмәтуллин Рамаҙан Муллағәле улы (16 июль 1924 йыл — 19 февраль 2002 йыл) — совет мәғдән табыу сәнәғәте алдынғыһы. 1951—1979 йылдарҙа Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының экскаватор машинисы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың етенсе һәм һигеҙенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966), СССР-ҙың Почётлы таусыһы (1979).
Байтимеров Рамаҙан Муллағәли улы (5 апрель 1923 йыл — 1989 йыл) — татар шағиры. Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды. Халыҡ араһында киң танылыу алған, Татарстан Республикаһының әлеге мәлдәге Дәүләт гимнының нигеҙен тәшкил иткән «Тыуған ягым» шиғыры һәм йыры тексының авторы (Рустәм Яхин музыкаһы).
Шәрипов Рамаҙан Шәрип улы (1892 — 27 ноябрь 1937) — хәрби эшмәкәр. Майор (28.01.1936).
Фамилия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рамазанов Ғилемдар Йыһандар улы (16 июнь 1923 йыл — 25 август 1993 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан шағир, әҙәбиәт белгесе һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1950 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре докторы (1966). СССР-ҙың VI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983), Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1982). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973), ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1944, 1945) һәм «Почёт Билдәһе» (1957) ордендары кавалеры.
Рамазанова Земфира Тәлғәт ҡыҙы, ижади псевдонимы Земфира (26 август 1976 йыл) — Рәсәйҙең рок-йырсыһы, музыкант, йыр текстарын һәм көйҙәрен яҙыусы, рок жанрындағы ҡатын-ҡыҙ башҡарыусыларҙың иң танылғандарының береһе. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1999).
Ауылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рамаҙан (рус. Рамазаново) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рамаҙан (ғәр. رمضان) йәки рамаза́н (төр. Ramazan) — һижри тәҡүим буйынса йылдың 9-сы айы. Шулай уҡ Рамаҙан — ураҙа айы. Рамаҙан айында ураҙа тотоу һижри йыл хисабы башланғандан һуң 17—18 ай үткәс, йәғни миләди 624 йылда индерелә.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |