Эстәлеккә күсергә

Нәсибуллин Рәсим Мөхлис улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нәсибуллин Рәсим Мөхлис улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 15 июнь 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (64 йәш)
Тыуған урыны Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Йәрмәкәй районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Рәтамаҡ, Йәрмәкәй районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө рәссам
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Нәсибуллин Рәсим Мөхлис улы рус. Насибуллин Расим Мухлисович; (15 июнь 1960 йыл) — рәссам, график. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2008). Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы, Рәсәйҙең ЮНЕСКО ҡарамағындағы ижади союзы ағзаһы[1]

Рәсим Мөхлис улы Нәсибуллин 1960 йылдың 15 июнендә Башҡорт АССР-ының Йәрмәкәй районы Рәтамаҡ ауылында тыуған.

Урта мәктәпте тамамлағандан һуң 1972—1976 йылдарҙа Өфөләге Рәсәй урта художество сәнғәт мәктәбендә уҡый[2].

Артабан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының рәсем сәнғәте бүлексәһенә (хәҙер — Сәнғәт институты филиалы) уҡырға инә һәм уны 1982 йылда тамамлай.

1982 йылдан республика, зона, төбәк һәм Бөтә Рәсәй күргәҙмәләрендә ҡатнаша. Әҫәрҙәре ҡуйылған музейҙар һәм картиналар галереялары: М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы (Өфө), «Марс» заманса сәнғәт үҙәге (Мәскәү), Өфө рәсем сәнғәте галереяһы, РФА Геология һәм файҙалы ҡаҙылмалар музейы (Өфө), «Ҡазан» милли-мәҙәни үҙәге (Ҡазан).

1995 йылдан «Артыш» ижади берекмәһе ағзаһы.

1998 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы[3]

33 йылдан артыҡ хәҙерге Өфө дәүләт нефть техник университетының архитектура кафедраһы доценты вазифаһында эшләй.

Хәҙерге ваҡытта Севастополь ҡалаһында йәшәй һәм эшләй[4]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2008)