Эстәлеккә күсергә

Красавин Александр Павлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Красавин Александр Павлович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 30 июль 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})
Тыуған урыны Үрге Әүжән ауылы, Белорет районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 2011
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Магнитогорск дәүләт техник университеты
Уҡыу йорто Магнитогорск дәүләт техник университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Почёт ордены Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Красавин Александр Павлович (30 июль 1931 йыл2011 йыл) — ғалим-тау инженеры. 1977—2011 йылдарҙа Күмер сәнәғәтендә тирә-яҡ мөхитте һаҡлау ғилми-тикшеренеү һәм проект-конструкторлыҡ институты директоры һәм генераль директоры. Техник фәндәр докторы (1992), профессор (1998). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1994). СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1985). Почёт ордены кавалеры (1998).

Александр Павлович Красавин 1931 йылдың 30 июлендә Башҡорт АССР-ы Белорет районының Үрге Әүжән ҡасабаһында тыуған. Магнитогорск тау-металлургия институтын (МГМИ) «файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтарын ер аҫты эшкәртеү» һөнәре буйынса тамамлай (1954).

1954—1958 йылдарҙа тау инженеры, өлкән инженер, шахта бүлеге начальнигы, шахта начальнигы, совет-герман «Висмут» (Германия) предприятиеһының 9-сы объекты руда идаралығы начальнигы

1958 йылдан Силәбе тау эше ғилми-тикшеренеү институтының лаборатория начальнигы, бүлек начальнигы булып эшләй.

1963 йылдан Магнитогорск тау-металлургия институтында «Исследование основных вопросов подземной разработки сближенных наклонных жил средней мощности в условиях Вишневогорского месторождения» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1963—1977 йылдарҙа Файҙалы ҡаҙылмаларҙы асыҡ ысул менән сығарыу буйынса ғилми-тикшеренеү һәм проект-конструкторлыҡ институтының комплекслы лаборатория начальнигы, директорҙың фәнни эштәр буйынса урынбаҫары.

1977—2011 йылдарҙа Күмер сәнәғәтендә тирә-яҡ мөхитте һаҡлау ғилми-тикшеренеү һәм Проект-конструкторлыҡ институты директоры (генераль директоры), (1996 йылдан яғыулыҡ-энергетик комплексының экология төбәк-ара ҒТИ, МНИИЭкоТЭК, 2007 йылдан — ОАО) (Пермь) тип үҙгәртелә).

1992 йылда Мәскәү тау институтында институтында «Экологизация горного производства в угольной промышленности» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1998 йылда ғилми профессор исеме бирелә.

1994 йылдан Магнитогорск дәүләт техник университетында уҡыта, асыҡ файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтарын эшкәртеү кафедраһы профессоры.

Технология һәм тау етештереү экологияһы өлкәһендә белгес. 200-гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы һәм авторҙашы. Донъя практикаһында аналогы булмаған ерҙе рекультивация микробиологик ысул авторы. 14 авторлыҡ таныҡлығы һәм 9 сит ил патентын ала.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1985).
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1994).
  • Почет ордены (1998).
  • өс дәрәжә «Шахтер даны» билдәһе (1980, 1981, 1984),
  • беренсе дәрәжә «Хеҙмәт даны» миҙалы (2001)
  • Экологическое оздоровление промышленного производства / А. П. Красавин. — Пермь : Звезда, 2005. — 239, [2] с., [4] л. цв. ил. : ил., табл., цв. портр.; 23 см; ISBN 5-88187-274-6 (В пер.)
  • Защита окружающей среды в угольной промышленности / А. П. Красавин. — М. : Недра, 1991. — 220,[1] с. : ил.; 22 см; ISBN 5-247-01311-5 : 90 к.
  • У истоков отраслевой экологии / А. П. Красавин. — Пермь : Золотой город, 2001. — 254, [1] с., [6] л. цв. ил., портр.; 23 см; ISBN 5-88187-126-X
  • На стремнине экологических проблем : избранные публикации / А. П. Красавин. — Пермь : Звезда, 2006. — 207, [1] с. : ил.; 23 см; ISBN 5-88187-289-4
  • Забойщик на рудниках [Текст] : [Учеб. пособие для подготовки рабочих на производстве] / А. П. Красавин, Н. Н. Попов, Э. И. Богуславский. — Москва : Госгортехиздат, 1963. — 151 с. : ил.; 21 см.
  • Рекультивация земель на разрезах [Текст] : (Обзор) / А. П. Красавин, Ю. М. Васильков, А. Н. Шауфлер. — Москва : ЦНИЭИуголь, 1975. — 38 с. : ил.; 20 см. — (Технология добычи угля открытым способом/ Центр. науч.-техн. ин-т экономики и науч.-техн. информации угольной пром-сти).
  • Экологический мониторинг при ликвидации шахт и разрезов [Текст] : [монография] / [авт. коллектив : Красавина А. П. и др. ; под общ. ред. А. П. Красавина и др.]. — Пермь : МНИИЭКО ТЭК, 2010. — 315 с. : ил., цв. ил., табл.; 21 см; ISBN 978-5-9901298-3-2
  • Малышенко В. С., Каплунов Ю. В., Красавин А. П., Харионовский А. А. Совершенствование природоохранных работ в угольной промышленности. М.: ЦНИЭИуголь, 1992. — 142 с.