Эстәлеккә күсергә

Караваджо

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Караваджо
итал. Michelangelo Merisi da Caravaggio
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2][3][…]
Гражданлыҡ  Миланское герцогство[d]
Тыуған ваҡыттағы исеме итал. Michelangelo Merisi[4]
Исем Michel-Ange de Caravage[5]
Тыуған көнө 29 сентябрь 1571({{padleft:1571|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[6][4][7]
Тыуған урыны Милан, Миланское герцогство[d], Испан империяһы[d][7][4][8]
Вафат булған көнө 18 июль 1610({{padleft:1610|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[1][9][10][…] (38 йәш)
Вафат булған урыны Порто-Эрколе[d], Область Президий[d], Неаполитанское королевство[d][11][4][7]
Ерләнгән урыны Порто-Эрколе[d]
Атаһы Fermo Merixio[d]
Әсәһе Lucia Aratori[d]
Һөнәр төрө рәссам
Эшмәкәрлек төрө живопись
Кемдә уҡыған Simone Peterzano[d]
Әүҙемлек урыны Рим[4][7], Цагароло[d][4][7], Неаполь[d][4][7], Валлетта[4][7], Сиракузы[d][4][7], Генуя[7], Мессина[d][7], Милан[7], Палермо[7] һәм Пальяно[d][7]
Спонсор Франческо дель Монте[d]
Сәнғәт йүнәлеше Барокко[12] һәм Контрреформация[d]
Жанр жанровая живопись[d][13], религиозная живопись[d][13] һәм натюрморт[13]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Тасуирлау биттәре caravaggio.org
digital.ub.uni-duesseldorf.de/…
library.aur.edu/cgi-bin/…
Хеҙмәттәре тупланмаһы Миннеаполис сәнғәт институты[d], Прадо[d], Музей искусств Нельсона-Аткинса[d], Музей Тиссена-Борнемисы[d], Милли сәнғәт галереяһы[d], Милли һынлы сәнғәт музейы[d], Уффици[d], Галерея Боргезе[d], Национальная галерея старинного искусства[d], Штеделевский художественный институт[d], Метрополитен-музей[d], Regional museum of Messina[d], Palazzo Bianco[d], Музей Ала Понцоне[d], Палаццо Корсини аль Парионе[d], Вустер сәнғәт музейы[d], Государственный кунстхалле Карлсруэ[d], Лондон милли галереяһы[d], Берлинская картинная галерея[d], Музей Боде[d], Национальная галерея Ирландии[d], Музей Монтсеррат[d], Музей истории искусств[d], Kimbell Art Museum[d], Галерея Дориа-Памфили[d], Музей изящных искусств (Руан)[d], Ватикан музейҙары исемлеге[d], Музей изобразительного искусства Нанси[d], Палаццо Зеваллос-Стильяно[d], Пинакотека Брера[d], Национальные музей и галерея Каподимонте[d], Пинакотека Амброзиана[d], Картинная галерея Сан-Суси[d], Палатинская галерея[d], Уодсворт Атенеум[d], Детройтский институт искусств[d], Капитолийские музеи[d], Кливленд художество музейы[d], Музей Ашмола[d], Одесский музей западного и восточного искусства[d], Бавар дәүләт картиналар йыйынтығы[d], Палаццо Питти[d], Musée des beaux-arts de Liège[d], Эрмитаж Дәүләт Музейы[d], Pio Monte della Misericordia[d], Венгрия һынлы сәнғәт музейы, Ватиканская пинакотека[d], Государственные музеи Берлина[d], Музей изящных искусств Ренна[d], Королевский дворец в Мадриде[d] һәм Гетти музейы
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Файлы артиста по адресу Frick Art Research Library[d]
Каталог-резоне Caravaggio Studies[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Caravaggio
 Караваджо Викимилектә

Микела́нджело да Караваджо (итал. Michelangelo Merisi de Caravaggio; тулы исеме Микеланджело Меризи Караваджо; 29 сентябрь 1571 йыл, Милан — 18 июль 1610 йыл, Гроссето, Тоскана) — Италия рәссамы, Европа рәсем сәнғәте реформаторы, барокко стиленә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. «Кьяроскуро» алымын — яҡтылыҡты һәм күләгәне ҡырҡа ҡапма-ҡаршы ҡуйыуҙы тәүгеләрҙән булып ҡуллана башлай. Рәссам үҙенең ҡатмарлы композицияларын туранан-тура киндергә төшөрә, шуға ла уның бер генә һүрәте йәки эскизы ла табылмаған.

Архитектор Фермо Меризиның һәм уның икенсе ҡатыны Миланға яҡын ғына урынлашҡан Караваджо ҡаласығында йәшәгән ер биләүсе ҡыҙы Лючия Араториҙың улы. Атаһы маркиз Франческо Сфорца да Караваджола идарасы булып хеҙмәт итә. Атаһы менән олатаһы 1576 йылда чума сиренән вафат була, әсә кеше балалары менән Караваджоға күсенә.

Буласаҡ рәссамдың тәүге ҡурсалаусылары — герцог һәм герцог ҡатыны Колонна була.

1584 йылда Миланда Микеланджело Меризи Тициандың уҡыусыһы тип иҫәпләнгән Симоне Петерцано оҫтаханаһына килә. Ул заманда Италияла рәссамдар донъяһында маньеризм хакимлыҡ итә, ләкин Миланда ломбард реализмы ҡараштары көслөрәк була.

Рәссамдың Миланда яҙылған тәүге эштәре — төрлө жанр күренештәре һәм портреттары беҙҙең көндәргә тиклем килеп етмәгән.

1580-се йылдар аҙағына ҡыҙыу характерлы Меризиның тормошо янъял, һуғыш һәм төрмәгә бикленеүҙәргә тулы була, ғүмере буйына рәссам ошондай йәшәү рәүешен алып бара.

1589 йылда рәссам ерен һатыу өсөн тыуған ҡалаһына ҡайта, күрәһең, аҡсаға мохтаж булыуы ошондай аҙымға этәргәндер. Һуңғы тапҡыр ул тыуған йортона 1590 йылда, әсәһе вафатынан һуң ҡайта.

1591 йылдың көҙөндә кәрт уйыны барышында ҡупҡан талаш мәлендә уйынсыларҙың береһе үлтерелә, шуға ла рәссам Миландан ҡасырға мәжбүр була. Тәүҙә Венецияға инә, шунан Римгә йүнәлә.

«Шулеры» (1594)

Римдә Меризи Караваджоны Пандольфо Пуччи күреп ҡала, үҙ йортона саҡырып, торлаҡ, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә һәм сиркәү картиналарының копияларын эшләргә ҡуша.

Борромео Римдә йәшәгәнендә Караваджо менән таныша, уны ул «тәрбиәһеҙ, тупаҫ, алам-һалам кейемдәге һәм ҡайҙа урын була шунда йоҡлап йөрөгән кеше. Урам малайҙары, трактирҙа ултырырға яратыусылар һәм меҫкен асарбаҡтар һүрәттәрен төшөрөүҙән ҡәнәғәтлек алған кеше» булараҡ һүрәтләй.

Италия рәссамдары йолаһы буйынса баш ҡалала ул тыуған урынына бәйле ҡушамат ала. Шулай итеп, Микеланджело Меризи Караваджо булып китә. 1593 йылда Караваджо Чезари д’Арпино оҫтаханаһында эшләй башлай, Караваджоға фрескаларҙа сәскәләр һәм япраҡтар төшөрөргә ҡушыла. Д’Арпино оҫтаханаһында ул меценаттар һәм рәссәмдар, атап әйткәндә, Ян Брейгел Өлкән менән таныша.

Караваджоның тәүге осорҙағы картиналары Леонардо да Винчи («Мадонна в скалах» һәм «Тайная вечеря (Леонардо да Винчи)» менән ул Миланда сағында уҡ таныша), Джорджоне, Тициан, Джованни Беллини, Мантенья йоғонтолары аҫтында яҙылған.

Беҙҙең көндәргә килеп еткән тәүге картинаһы — «Емеш таҙартыусы малай» (1593).

Д’Арпино оҫтаханаһында Караваджо Марио Миннити менән таныша, артабан уның уҡыусыһына һәм бер нисә картинаһының моделенә әйләнә. Шуларҙың береһе — «Емеш-еләкле кәрзин тотҡан малай» (1593—1594).

Кем менәндер һуғышҡандан һуң Караваджо Тор ди Нона төрмәһенә барып эләгә, унда уға Джордано Бруно менән осрашыу насип була.

«Гадалка» (1594)

Тиҙҙән ул Чезари д’Арпино менән араһын өҙә, йортһоҙ Караваджоны Антиведуто Грамматика үҙенә йәшәргә саҡыра.

1593 йылда рим биҙгәге (малярияның бер атамаһы) менән сирләй, алты ай буйы госпиталдә тормош менән үлем араһында ята. Ошо сир тәьҫораттарынан, ахырыһы, «Ауырыу Вакх» картинаһын яҙа (1593) — был уның тәүге автопортреты була.

Тәүге күп фигуралы картиналары — «Шулерҙар» һәм «Күрәҙәсе» (Капитолий музейҙары) 1594 йылда яҙыла. Аҙаҡ Жорж де Латур ошоға оҡшаш композиция менән үҙенең «Күрәҙәсе»һен яҙа.

Был эш��әрендә Караваджо шул дәүерҙең төп художество йүнәлештәре — маньеризмға һәм академизмға ҡаршы сыҡҡан ҡыйыу новатор булараҡ сығыш яһай, уларға ҡаршы үҙ сәнғәтендәге ҡырыҫ реализм менән демократизмды ҡуя. Караваджоның геройы — урам буйындағы кеше, — бер ни тиклем тупаҫыраҡ матурлыҡты үҙенә туплаған һәм ошо йәшәүенән шатлыҡ хисе кисергән рим малайы йәки үҫмере; Караваджо геройы — урам һатыусыһы, музыкант, сиған ҡатынының алдауына ышанып торған ихлас күңелле ҡупшы егет, йә антик алла ҡиәфәтендәге герой.

1594 йылда Караваджо кардинал Франческо дель Монтеға эшләй башлай һәм уның Мадам виллаһына урынлаша, унда ул Галилео Галилей, Томмазо Кампанелла, Джакомо Делла Порта, шағирҙар Джамбаттиста Марино һәм Милези менән осраша.

«Емеш-еләкле кәрзин» (1596), пинакотека Амброзиана, Милан.

Мадам виллаһында үткәргән осор Караваджо өсөн бик уңышлы була, шул дәүерҙә яҙылған картиналарының бөтәһе лә тип әйтерлек беҙҙең көндәргә килеп етә. «Музыканттар (Караваджо)» (1595) үҙәктә Марио Миннити тора, уның янына рәссам мөгөҙ тотҡан килеш үҙен урынлаштырған. «Кеҫәртке тешләгән малай» (1596, Лондон) картинаһында ла Миннити һүрәтләнгән.

Орацио Джентилески, Грамматика, Просперо Орсиҙар тәҡдим итеүгә ҡарамаҫтан, 1596 йылда Караваджоны Изге Лука Академияһына ҡабул итмәйҙәр.

1596 йылда Караваджо итальян һынлы сәнғәтендә беренсе натюрмортты — «Емеш-еләкле кәрзин»де яҙа.

1597 йылда кардинал дель Монте рәссамды үҙенең резиденцияһы түшәменә карьтина яҙырға саҡыра. Шулай итеп, Караваджоның «Юпитер, Нептун һәм Плутон» исемле берҙән-бер фрескаһы барлыҡҡа килә.

Караваджоның картиналары популярлаша, ул элекке картиналарын да ҡабатлап яҙа: «Лютнист» (Метрополитен), «Күрәҙәсе» (Лувр).

«Мысырға табан юлдағы ял» (1597)

Библия сюжеттарына яҙған картиналары Караваджоға ысын мәғәнәһендә танылыу килтерә — «Мысырға табан юлдағы ял» (1597) картинаһы яҙылышы буйынса новаторлыҡ менән һуғарылған. «Картинаның төп өҫтөнлөгө — нәфислек һәм тынлыҡ атмосфераһын булдырыусы яҡтылыҡ-һауа мөхитен, оҫталарса тотоп алып, киндергә төшөрөү, уның мәғәнәһен ябай ғына пейзаж тағы тәрәнәйтә төшә»[14]. Караваджо шулай уҡ «Экстаз св. Франциска» (1595), «Исхаҡтың ҡорбан килтереүе» (1598) картиналарын да яҙа.

Караваджо ижадында тәүге ҡатын-ҡыҙ образы «Мария Магдалинаның тәүбәгә килеүе» (1597) картинаһында пәйҙә була. Артабан «Изге Екатерина Александрийская» (1598), «Марфа һәм Мария» (1598). «Олоферндың башын сабыусы Юдифь» (1598) картинаһы Караваджо үҙенең реализмында натуралистик биҙәктәрҙән дә баш тартмауын күрһәтә.

«Суҡындырыусы Иоанн»ында (1598) Микеланджелоның йоғонтоһо тойола.

Караваджо дан ҡаҙана. Ул Мадам виллаһын ҡалдырып, «Күрәҙәсене» һатып алған банкир һәм коллекционер Чириако Маттеяның йортона күсә. Марио Миннити Караваджо менән талашҡандан һуң өйләнә һәм Сицилияға китә.

«Апостол Матфейҙың булмышы» (1600)

1599 йылдың 25 июнендә Сан-Луиджи-деи-Франчези сиркәүен Изге Матфей тормошонан алынған күренештәр менән биҙәүгә Караваджо менән 400 скудолыҡ контракт төҙөлә.

«Апостол Матфейҙың булмышы» (1600) циклдың тәүге әҫәре була. Караваджо, кьяроскуро алымындағы оҫталығын күрһәтеп, ғазап күреүсе Матфей Левий, ҡарт һәм өс һаҡсы ҡатнашлығындағы жанр күренешен һүрәтләй. Рәссам бөйөк ваҡиғаның көслө драматургияһын — Хәҡиҡәт нурының тормоштоң иң төбөнә тиклем үтеп инә алыуын сағылдыра. Рентгенограмма картинаны рәссамдың ҡабат ҡайта-ҡайта эшләүен раҫлай, тәүҙә Христосты ул ул уртаға ҡуйып ҡарай.

Артабан «Изге Матфейҙың ғазапланыуы» (1600) картинаһы яҙыла. Кьяроскуро ярҙамында рәссам тамашасының ҡарашын үлтереүсе фигураһына һәм иҙәнгә салҡан ятҡырылған апостолға йүнәлтә. Артҡы планда шаһиттар араһында Караваджо үҙен дә төшөрөп ҡуя.

Караваджоның шәхси ҡулдарҙа йыйылған башҡа картиналарынан айырылмалы рәүештә был әҫәрҙәрҙе бөтә Рим күреү мөмкинлеген ала. Рәссамға дан килә. Заказсылары уның эшенән бик ҡәнәғәт ҡала һәм Караваджоға алтарь өсөн үҙәк образды тыуҙырыуҙы йөкмәтә. Рәссам «Изге Матфей һәм фәрештә» (1602) картинаһын яҙа. Әммә Изге Матфей ябай крәҫтиән образында яҙылғанға күрә, заказсыларға ул оҡшамай. «Изге Матфей һәм фәрештә» (1602) картинаһының икенсе варианты хәҙерге ваҡытта, циклдың башҡа ике картинаһы кеүек, Сан-Луиджи-деи-Франчезила һаҡлана.

Сиркәүҙәр биргән башҡа заказдар менән дә шундайыраҡ хәлдәр була. 1600 йылдың 24 сентябрендә Санта-Мария дель Пополо сиркәүе «Изге Петрҙы тәрегә ҡаҙаҡлау (Караваджо картинаһы)» (1601) һәм «Савлды дингә килтереү» (1601) картиналарына заказ бирә. Руханиҙар картиналарҙың беренсе вариаттарынан баш тарта һәм тик икенсе варианттарын ғына ҡабул итә.

«Савлды дингә килтере». Икенсе вариант (1601)

«„Савлды дингә килтереү“ картинаһы — хәҙерге заман сәнғәтенең иң бөйөк нөктәһе. Караваджо, ысынлап та, ниндәйҙер сәнғәт ҡалыптарынан һәм интеллектуаль традицияларҙан азат булып, тормошҡа асыҡ күҙ менән ҡарай алған тәүге кеше, ә бит хатта Тициан быны эшләй алмаған».[15]

1602 йылдың 14 июнендә Санта-Мария-ин-Трастевере монастыры өсөн «Успение Богоматери» катинаһына заказ килә. Әммә картина яҙылғас, монахтар картинаны ҡабул итмәй. Рәссам-реалист картинаны сиркәү ҡанундарынан алыҫ торған стилдә яҙа. Өҫтәүенә модель сифатында куртизанка Элен саҡырылған була. Картина оҙаҡ ҡына һатылмай тора, аҙаҡ уны Питер Пауль Рубенс мантуан герц��гы Винченцо Гонзагазаға һатып алырға кәңәш итә.

1601 йылда Караваджо үҙ оҫтаханаһын аса, уҡыусылары барлыҡҡа килә: Бартоломео Манфреди, Марио де Фьори, Спада.

Был ваҡытта Караваджо дини темаға бик күп картиналар яҙа: «Суҡындырыусы Иоанн» (1600), «Эммаусела киске аш (Караваджо, Лондон)» (1602), «Апостол Фоманың ышанмауы (Караваджо)» (1602), «Суҡындырыусы Иоанн» (1602, Капитолийский музейҙары), «Суҡындырыусы Иоанн» (1602, Дориа-Памфили галерреяһы), «[Иуданы үбеүе (картина Караваджо)|Христы һаҡ аҫтына алыу» (1602), «Исаактың ҡорбан килтереүе» (1602), «Суҡындырыусы Иоанн менән Изгер ғаилә» (1603), «Күрән ҡыуағы тажын кейҙереү» (1603), «Суҡындырыусы Иоанн» (1604, Канзас), «Суҡындырыусы Иоанн» (1604, Рим), «Изге Петр менән Андрейҙың бурысы» (1604), «Христос на Масличной Горе» (1605), «Се Человек» (1605), «Св. Иероним в размышлении» (1605), «Пишущий св. Иероним» (1605).

«Положение во гроб» (1603)

Кьеза Нуово сиркәүе өсөн Караваджо «Положение во гроб» (1603) шедеврын тыуҙыра, аҙаҡ уны күп кенә рәссамдар күсереп яҙа. Фарисей Никодим образында, ҡайһы бер тикшеренеүселәр билдәләүенсә, Микеланджело һүрәтләнгән. Сиркәү даирәләре картинанан баш тарта.

1604 йылда Караваджо Сант-Агостино рим сиркәүенең Кавалеттиҙарҙың ғаилә часовняһы өсөн алтарь образын «Мадонна ди Лорето» картинаһын яҙа. Картина ғауға ҡуптара, сиркәү кешеләренә мадоннаның түше асыҡ булыуы һәм рәссамға куртизанканың модель булыуы оҡшамай.[сығанаҡ 2390  көн күрһәтелмәгән].

1605 йылда папа Павел V рәссамға Изге Петр соборы өсөн Мәрйәм Ана образына заказ бирә. Дуҫтарының иҫкәртеүенә ҡарамаҫтан, Караваджо тағы ла модель итеп Эленды саҡыра. «Йылан тотҡан мадонна» собор диуарында ике көн генә эленеп тора. Заказсылар баш тартҡан күп кенә картиналары Джустиньяни тарафынан һатып алына, 1630 йылда унда Караваджоның 15 картинаһы булыуы билдәле.

Шедеврҙар тыуҙырыу менән бергә Караваджо уйын-көлкөгә ҡоролған тормош алып бара, ғауға һәм һуғышыу, штрафтар һәм төрмәгә ябылыуҙар йыш булып тора. Һәр саҡ төрмәнән уны кардиналдар һәм Джустиньяни ҡотҡара.

1606 йылдың 19 майында туп менән уйнау майҙансығында талаш-тартыш башлана, уның барышында Рануччо Томассони үлтерелә. Караваджоны шул кешене үлтереүҙә ғәйепләйҙәр. Павел V рәссамды «закондан тыш» тип иғлан итә, уны хәҙер теләһә кем үлтерә ала, һәм уға бының өсөн бер ни ҙә булмаясаҡ, хатта бүләкләнеүе ихтимал.

«Мадонна с чётками» (1607)

Караваджо бер нисә ай Колонна ғаиләһендә йәшеренеп йәшәй. Унда ул бер нисә картина яҙа, уның стилендә ҡараңғы төҫтәр өҫтөнлөк итә: «Изге Франциск уйлана» (1606), «Эммаустағы киске аш (Караваджо, Милан)» (1606).

Караваджо Неаполгә күсенә, ундан ашыу картина яҙа, әммә уларҙың байтағы һаҡланмаған: «Экстаз Магдалины» (1606), «Распятие апостола Андрея» (1607), «Давид с головой Голиафа» (1607), «Мадонна Розария (Мадонна с чётками)» (1607), «Коронование терновым венцом» (1607), «Бичевание Христа» (1607), «Христос у колонны» (1607), «Саломея с головой Иоанна Крестителя» (1607).

Пио Монте делла Мизерикордия сиркәүе заказы буйынса ул «Мәрхәмәтлелеккә ете аҙым» (1607) картинаһын яҙа, был полотно шул сиркәүҙә эленеп тора.

1607 йылдың июлендә Караваджо Мальтаның (утрау) баш ҡалаһы Ла Валеттға юллана.

«Изге Иероним» (1608) картинаһын Неаполдә Мальта ордены приоры Ипполито Маласпин заказы буйынса яҙа, был полотноһы ордендың бөйөк магистры Алофу де Виньякурға оҡшай. Караваджо Алофа де Виньякур, аҙағыраҡ уның фекерҙәше магистр магистр Антонио Мартелли портреттарын яҙа.

1608 йылдың 14 июлендә Караваджо Мальта ордены кавалеры була, әммә, дворянин булмау сәбәпле, был тәрене ул тағып йөрөй алмай.

Магистр Виньякур заказы буйынса Караваджо «Усекновение главы Иоанна Крестителя» картинаһын яҙа — был полотно — рәссам үҙ ҡултамғаһын ҡуйған берҙән-бер картина. Мальтала «Спящий Амур» (1608), «Иоанн Креститель» (1608) һәм «Благовещение» (1608) картиналары яҙыла.

Әммә сираттағы янъялы Караваджоны Мальта төрмәһенә, таш ҡапсыҡҡа алып килә. Нисектер унан ҡасыу мөмкилеге тыуа, һәм рәссам 1608 йылдың октябрендә Сицилияның Сиракузы ҡалаһына карапта йөҙөп килә. Бында уға Марио Миннити ярҙам ҡулы һуҙа.

«Давид с головой Голиафа» (1609—1610)

Изге Лючия сиркәүе өсөн Караваджо «Погребение св. Лючии» (1608) картинаһын яҙа.

Караваджоның реализмға тоғро булыуы төрлө аңлашылмаусанлыҡтарға ла алып килә.

Воскресение Лазаря и поклонение пастухам, региональный музей Мессины, Сицилия

Ул «Вакх (картина Караваджо)» (1596), «Голова Медузы» (1597), «Куртизанка Филлида» (1597), «Портрет Маффео Барберини» (1598), «Нарцисс» (1599) кеүек картиналар яҙа.

1609 йыл аҙағында ул Палермоға йүнәлә, унда «Рождество Христа с Лаврентием и Франциском» картинаһын яҙа, был полотно 1969 йылда урлана.

Палермонан Караваджо Неаполгә ҡайта һәм «Саломея с головой Иоанна Крестителя» (1609), «Отречение св. Петра» (1610), «Иоанн Креститель» (1610) картиналарын яҙа.

«Давид с головой Голиафа» (1607—1610) картинаһында Голиаф образында рәссам үҙен һүрәтләй.

Маркантонио Дориа өсөн Караваджо «Мученичество святой Урсулы» картинаһын яҙа. Дориа рәссамдың һуңғы эшен 18 июндә ала.

Июлдә кардинал Гонзага папа Павл V менән Караваджоны ярлыҡау тураһында һөйләшеүҙәр алып бара башлай. Шул турала белгәс, рәссам Римгә яҡынайырға һәм рәсми ярлыҡауҙы көтөргә була. Ул Неаполдән бәләкәй карапта йөҙөп китә. Әммә Римгә барып етә алмай, юлда 18 июл көнө үлә. Нисек вафат булдыуы билдәһеҙ.

31 июлдә Римдә Караваджоны ярлыҡау тураһында папаның указы иғлан ителә, һәм уның үлеме тураһындағы хәбәр ҙ�� баҫылып сыға.nter-stub}}

Караваджо сәнғәте Италияның ғына түгел, ә Көнбайыш Европаның XVII быуаттағы алдынғы оҫталарының ижадына йоғонто яһай — ундайҙар иҫәбенә Питер Пауль Рубенса, Якоб Йорданс, Жоржа де Латур, Харменс ван Рейн Рембрандт һәм башҡалар инә. Караваджо стилен дауам итеүселәр Испания рәссамдары араһында ла була. Фландрия һәм Нидерландтарҙа һәм Европаның башҡа илдәрендә лә Каравджоның мәктәбен дауам итеүсе рәссамдар була.

Кино сәнғәтендә сағылышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Йыл Ил Исеме Режиссёр Караваджо Иҫкәрмәләр
1986 Бөйөк Британия Бөйөк Британия «Караваджо» Дерек Джармен Найджел Терри Рәссамдың тормош сәхифәләре буйынса нәфис фильм
2007 Италия Италия
Франция Франция
Германия Германия
Испания Испания
«Караваджо» Анджело Лонгони Алессио Бони Мини-сериал
2008 Бөйөк Британия Бөйөк Британия
Чехия Чехия
Венгрия Венгрия
Словакия Словакия
«Кровавая графиня — Батори» Юрай Якубиско Ханс Мэтисон Тарихи драма
2013 Италия Италия Караваджо тураһында дөрөҫлөк/ La vera storia di Caravaggio Алессандра Джиганте / Alessandra Gigante Дэвис Тальяферро / Davis Tagliaferro Караваджо тормошо тураһында документаль-уйын фильмы


  • Всеволожская С. Микеланджело да Караваджо. М., 1960
  • Караваджо / Вера Дмитриевна Дажина // Канцелярия конфискации — Киргизы. — М. : Большая российская энциклопедия, 2009. — С. 53. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 13). — ISBN 978-5-85270-344-6.
  • Татьяна Петровна Знамеровская. Микеланджело да Караваджо. М., 1955
  • Ламбер Ж. Караваджо. — М.: Taschen, 2010.
  • Ланди Э. Тайная жизнь великих художников. — М., 2011. — ISBN 978-5-98697-228-2.
  • Лонги Р. Караваджо // Лонги Р. От Чимабуэ до Моранди. М., 1984
  • Александр Евгеньевич Махов. Караваджо. — М.: Молодая гвардия, 2009. — 331 с. — (Жизнь замечательных людей). — 3000 экз. — ISBN 978-5-235-03196-8.
  • Микеланждело Да Караваджо: Воспоминания современников; Документы. — М.: Искусство, 1975. — 118 с.
  • Марина Ильинична Свидерская. Караваджо: Первый современный художник. Проблемный очерк. — СПб.: Дмитрий Буланин, 2001. — 240 с. — ISBN 5-86007-208-2.
  • Юрий Горациевич Шапиро, Ольга Михайловна Персианова, Кира Васильевна Мытарева, Нина Моисеевна Аране. Пятьдесят кратких биографий мастеров западноевропейского искусства XIV–XIX веков. — Л.: Аврора, 1971.