Эстәлеккә күсергә

Иҫәнсурин Әхмәт Рыҫмөхәмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫәнсурин Әхмәт Рыҫмөхәмәт улы
Әхмәт Рыҫмөхәмәт улы Иҫәнсурин
Башҡорт АССР-ының мәғариф халыҡ комиссары
1930 башы — 1930 йылдың марты
Алдан килеүсе: Иҙелғужин Кәрим Абдулла улы
Дауамсы: Әбүбәкеров Риза Вәхит улы
 
Тыуған: 30 октябрь 1897({{padleft:1897|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})
Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе, 1-се Иманғол ауылы
Үлгән: 10 июль 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (40 йәш)
РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Өфө ҡалаһы
Белеме: Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең И. В. Сталин исемендәге коммунистик университеты
 
Наградалары:

Ленин ордены — 1935

Иҫәнсурин Әхмәт Рыҫмөхәмәт улы (30 октябрь 1897 йыл — 10 июль 1938 йыл) — совет партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1930—1931 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы мәғариф халыҡ комиссары, 1931—1937 йылдарҙа — ВКП(б)‑ның Башҡортостан өлкә комитетының икенсе секретары. Башҡортостандың 8—9‑сы саҡырылыш Үҙәк Башҡарма Комитеты ағзаһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Ленин ордены кавалеры (1935). Сәйәси золом ҡорбаны.

Әхмәт Рыҫмөхәмәт улы Иҫәнсурин 1897 йылдың 30 октябрендә Ырымбур губернаһының Ырымбур өйәҙе (хәҙер — Ырымбур өлкәһе Октябрьский районы) 1-се Иманғол ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[1].. «Башҡортостан Республикаһының Хәтер китабы»нда күрһәтелеүенсә, милләте — башҡорт[2].

19151918 йылда рус армияһы составында Беренсе бөтә донъя һуғышында, ә 19191922 йылдарҙа РККА составында — Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнаша[3][4]. 1920 йылда РКП(б)[5] ағзаһы.

Ул 19221924 һәм 19261928 йылдарҙа Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең И. В. Сталин исемендәге коммунистик университетында уҡый һәм уны 1928 йылда тамамлай.

19241926 йылдарҙа Урал өлкәһенең, 1928 йылдан Башҡорт АССР-ының ВКП(б) структураларында эшләй. 19281929 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетында ВКП(б) Үҙәк Комитеты вәкиле була.

1929 йылдан ВКП(б)-ның Тамъян-Ҡатай кантон комитетының агитация-пропаганда бүлегенә етәкселек итә, ә 1930 йылдан Башҡорт АССР-ның мәғариф халыҡ комиссары була.

19301931 йылдарҙа ВКП(Б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының кадрҙар бүлеге менән етәкселек итә, ә 1931 йылда өлкә комитетының 2-се секретары итеп һайлана. Башҡорт АССР Үҙәк һайлау комиссияһының VIII һәм XI саҡырылыш ағзаһы була.

1937 йылда ул СССР НКВД-һының 30.07.1937 № 00447[6] бойороғо буйынса төҙөлгән махсус «тройка» составына индерелә һәм Сталин репрессияларында әүҙем ҡатнаша

1937 йылдың 17 сентябрендә «Правда» гәзитендә Л. Перевозкиндың «Кучка буржуазных националистов в Башкирии» тигән мәҡәләһе баҫыла, унда республиканың бөтә партия-хужалыҡ аппараты «буржуаз милләтселәрҙән» һәм «вәлидовсыларҙан»[7] тора, тип әйтелә. Шул уҡ көндө «Известия» гәзитендә «Башҡорт буржуаз милләтселәре һәм уларҙың һаҡсылары» тигән мәҡәлә баҫыла. 1937 йылдың октябрь айында Өфөгә ВКП(б) ҮК секретары А. А. Жданов килә һәм республика обкомы етәкселеген халыҡ дошмандары менән көрәш алып бармауҙа һәм хатта уларҙы яҡлап алып ҡалыуҙа ғәйепләй. 1937 йылдың 6 октябрендә Әхмәт Иҫәнсурин ҡулға алына, ә 1938 йылдың 10 июлендә атыла. 1956 йылдың майында аҡлана.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ленин ордены (1935)
  1. Узиков Ю. А. Башҡорт улы — сәйәси золом ҡорбаны. Башвестъ (30 октябрь 2006). Дата обращения: 22 ғинуар 2016. 2016 йыл 9 июнь архивланған. (баш.)
  2. Исанчурин Ахмет Рысмухаметович. Международное общество «Мемориал». Дата обращения: 22 ғинуар 2016.
  3. Каримова И. Г. Иҫәнсурин Әхмәт Рыҫмөхәмәт улы // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  4. Исанчурин Ахмет Ресмухаметович. Справочник по истории Коммунистической партии и Советского Союза 1898—1991. Дата обращения: 22 ғинуар 2016.
  5. Зиновьев А. Ахмет Исанчурин. Расстрелян за «выгораживание врагов народа». Башинформ (13 июнь 2007). Дата обращения: 22 ғинуар 2016.
  6. Составы троек в 1937−1938 годах // Сайт Nkvd.memo.ru
  7. Алмаев Р. З. Риза Абубакиров: страницы биографии (к 105-летию со дня рождения наркома просвещения БАССР // Педагогический журнал Башкортостана : журнал. — 2007. — № 5. — С. 131—139. — ISSN 1817-3292.
  • Возвращенные имена : [О репрессированных в годы культа личности Сталина в Башкирии / Сост. Иргалин Г. Д., Асабин Е. П.], 287,[1] с. портр. 21 см, Уфа Башк. кн. изд-во 1991.