Иҡтисади глобалләшеү
Иҡтисади глобалләшеү — бөтә донъяла милли дәүләттәр иҡтисадтарының бер-береһенә бойондороҡло бәйләнешенең көсәйеүе, ул тауарҙар, хеҙмәттәр, технологиялар һәм капиталдарҙың дәүләт сиктәре аша хәрәкәт итеү тиҙлеге һәм уларҙың күләмдәре артыуына бәйләнгән[1]. Илдәр араһында иҡтисади интеграцияның көсәйеүе айырым баҙарҙарҙың бер бөтөн донъя баҙары булып ойошоуына килтерә[2]. Иҡтисади глобалләшеүҙең ыңғай яҡтары ла, кире яҡтары ла бар.
Иҡтисади глобалләшеүгә етештереү ҡеүәттәренең, баҙарҙарҙың, конкуренцияларҙың, технологияларҙың, корпорацияларҙың һәм тармаҡтарҙың глобалләшеүе инә[1].
Иҡтисади глобалләшеү билдәләре халыҡ-ара сауҙа барлыҡҡа килгәндән алып бер нисә мең йыл һуҙымында күҙәтелә. Ләкин һуңғы 20-30 йылда был күренештең тиҙлеге йылдам арта[3]. Был алдынғы илдәр иҡтисадының үҫештәге илдәр иҡтисадтары менән ҡушыла барыуының һөҙөмтәһе булып тора. Сит илдәрҙән туранан-тура инвестициялар индерелеү, сауҙа юлындағы кәртәләрҙең кәмеүе һәм үҫештәге илдәр иҡтисадтарының модернизацияланыуы ла ошоға этәрә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ирекле сауҙа
- Глобалләшеү
- Интернационалләшеү (иҡтисад)
- Мондиализм
- Донъя иҡтисады
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Joshi, Rakesh Mohan, (2009) International Business, Oxford University Press, New Delhi and New York ISBN 0-19-568909-7 (инг.)
- ↑ Riley, T: «Year 12 Economics», page 9.
- ↑ Riley, T: «Year 12 Economics», page 12.