Ихтисамов Хәмзәфәр Сабир улы
Ихтисамов Хәмзәфәр Сабир улы | |
Тыуған |
27. 01. 1937 |
---|---|
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы Ауырғазы районы Шишмә ауылы |
Үлгән | |
Үлгән урыны |
Өфө ҡалаһы |
Ил | |
Һөнәрҙәре |
музыка белгесе |
Наградалар |
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1997) |
Ихтисамов Хәмзәфәр Сабир улы (27 ғинуар 1937 йыл — 13 декабрь 2008 йыл) — музыка белгесе‑фольклорсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1976 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1997).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәмзәфәр Сабир улы Ихтисамов 1937 йылдың 27 ғинуарында БАССР-ҙың Ауырғазы районы Шишмә ауылында тыуған.
1961 йылда Өфө сәнғәт училищеһын, 1969 йылда — Ҡаҙан консерваторияһын тамамлай.
1964 йылдан алып Салауат, 1967 йылдан — Әлмәт (ТАССР) музыка училищеһында уҡытыусы булып эшләй. 1969 йылдан Өфө сәнғәт училищеһында эшләй. 1970-1887 йылдарҙа — Өфө дәүләт сәнғәт институтының фольклор кабинеты мөдире һәм уҡытыусыһы булып эшләй.
Ғилми хеҙмәте башҡорт халыҡ музыкаһын өйрәнеүгә, башҡорт халыҡ башҡарыусылары ижадына, төрки телле халыҡтарҙың музыкаль фольклорын сағыштырма-типологик өйрәнеүгә арналған.
Ихтисамов Хәмзәфәр Сабир улы Башҡортостан буйынса һәм унан ситтә 25-тән ашыу музыкаль-этнографик экспедиция ойоштора, унда Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының 5 меңдән ашыу йыры һәм көйө йыйыла, 600 тирәһе башҡорт халыҡ йырҙары һәм көйҙәре нотаға һалына.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ихтисамов Хәмзәфәр Сабир улы — 50-ләп фәнни эштәрҙең авторы.
- Ихтисамов Х. С. Төрки һәм монгол халыҡтарында ике тауышҡа йырлауҙы һәм инструменталь музыканы сағыштырма өйрәнеү проблемаһы// Халыҡ музыка ҡоралдары һәм инструменталь музыка / дөйөм ред. В. Е. Гиппиус. М.: Сов. композитор, 1988. Ii өлөшө. 197-216 биттәр.
- Ихтисамов Х. С.., Башҡорт музыка фольклорын йыйыу тураһында Р. Ф. Зелинский. Хәҙерге заман һәм фольклор. М., 1978;
- Ихтисамов Х. С. Давыдова Эльмира / Х. С. Ихтисамов // Композиторы и музыковеды Башкортостана: очерки жизни и творчества / науч. ред. − сост. Е. Р. Скурко. — Уфа: Китап, 2002. — С.84 — 86.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1997)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ихтисамов Хәмзәфәр Сабир улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 18 ғинуар 2019)