Эстәлеккә күсергә

Иле төрки теле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иле төрки теле
Дәүләт  Ҡытай[1][2]
Барлыҡҡа килгән Шеңжан-Уйғыр автономиялы районы
Тел төрҙәре агглютинатив телдәр
Телдә һөйләшеүселәр 120 кеше (1982)
Телдең ЮНЕСКО статусы етди хәүеф[d][3]
Ethnologue каталогында тел статусы 8a Moribund[d][4]
Тасуирлау биттәре turkic.elegantlexicon.com/…
Урынлаш��у картаһы

Иле төрки теле (рус. Или́-тю́ркский язык, ҡаҙ. Іле түркі тіліили́-тюрки́, шулай уҡ Ili Turk, Ili Turki, Tuerke, Tu’erke, T’urk) — Ҡытайҙың Шеңжан-Уйғыр автономиялы районындағы Иле Ҡаҙаҡ автономиялы округында йәшәгән бер төркөмдөң теле, ул һөйләш төрки телгә инә. Был телдә һөйләшеүселәр һаны 1982 йыл — 120 кеше ; бөтәһе лә тиерлек шулай уҡ ҡаҙаҡ һәм/йәки уйғыр телдәрен белә.

Бер генә илдә лә рәсми тел булараҡ ҡулланылмаған был төрки телде беренсе тапҡыр донъяға профессор Франц Һан Райнһард исемле лингвист 1980 йылда хәбәр итә. Ул һуңғы утыҙ йыл эсендә Ҡаҙаҡ автономиялы провинцияһының Ғулжа (рус. Кульджа , уйғ. غۇلجا, Ғулҗа, ҡаҙ. Құлжа йәки Ини́н (ҡыт. ябайл. 伊宁, пиньин: Yíníng) ҡалаһы тирәһендә һәм Иле йылғаһы ҡушылдыҡтары буйында ошо телдә һөйләшкән кешеләр йәшәүен хәбәр итә [5]. Башҡа бер сығанаҡта 1991 йылда уларҙың һаны ике йөҙ тирәһе тип хәбәр ителә.

Фараздар буйынса, улар Фирғәнә үҙәненән (бөгөнгө Үзбәкстан һәм Ҡырғыҙстан) 200 йылдар элек Ҡытайға күсеп барған [6].Бөгөн улар Иле йылғаһы бассейнында һәм Ғулжа ҡалаһында йәшәй. Иле төрки телендә һөйләшеүселәр һаны кәмей, сөнки общинала ҡаҙаҡтар һәм уйғырҙар менән ҡатнаш никахтар киң таралған, был иһә йәш быуында иле төрки телен юғалтыуға килтерә.

Иле төрки теле үҙенсәлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иле төрки теле беренсе тапҡыр 1956 йылда тасуирланған. Үзбәк һәм уйғыр теле менән бер рәттән иле төрки теле ҡарлуҡ сығатай төркөмөнә инә. Әммә ул ҡаҙаҡ теллеләр менән күршеләш йәшәүҙәре арҡаһында ҡыпсаҡ телдәре йоғонтоһона дусар. Иле төрки телендә Тартынҡы 7 һуҙынҡы һәм 22 тартынҡы фонема бар.

  • Zhào Xiāngrú ve Reinhard F. Hahn (1989). "The Ili Turk People and Their Language". Central Asiatic Journal 33 (3/4): 261-285.
  • Reinhard F. Hahn (1991). "An Annotated Sample of Ili Turki". Acta Orientalia Academiae Scientiorum Hungaricae 45 (1): 31-53.
  • Reinhard F. Hahn, "Spoken Uyghur", Univ Of Washington Presse, ISBN 978-0-295-98651-7.