Эстәлеккә күсергә

Дрягина Ирина Викторовна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дрягина Ирина Викторовна
рус. Ирина Викторовна Дря́гина
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 31 март 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})
Тыуған урыны Һарытау, Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 9 июнь 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (96 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Һөнәр төрө ботаник
Эшмәкәрлек төрө селекционер[d]
Эш урыны М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә ауыл хужалығы фәндәре докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание Капитан
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены медаль «В память 850-летия Москвы» «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы

Дрягина Ирина Викторовна (31 март 1921 йыл — 9 июнь 2017 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, агроном-селекционер, ауыл хужалығы фәндәре докторы (1972 йыл), профессор.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, эскадрилья комиссары, 2-се Белорус фронты 4-се һауа армияһы 325-й төнгө бомбардировка авиация дивизияһының 46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкы осоусыһы, гвардия капитаны.

Ирина Викторовна Дрягина 1921 йылдың 31 мартында Һарытауҙа тыуа. Атаһын матрос, водолив, һуңынан парһыҙ судно капитаны була. Бала сағында ғаиләләре менән Һарытауҙан Әстерханға тиклем йөҙәләр.

Һарытау аэроклубында уҡый. Ҡыҙыл Армия сафына 1941 йылда алына. Ғәмәлдәге армияла 1942 йылдан. Полк составында Кавказ өсөн һуғыштарҙа ҡатнаша, Кубанде, Ҡырымды азат итә. 1940 йылдан ВКП(б) ағзаһы.


«1942 йылдың 6 ноябренә ҡараған төндә Ирина Дрягина — Полина Гельман экипажы Кадгорон ауыл биләмәһе эргәһендәге яғыулыҡ-майлау складын бомбаға тотто, — тип һөйләй Советтар Союзы Геройы Ирина Себрова. — Янғын төн буйына туҡтаманы. Улар башҡа ныҡ нығытылған пункттарҙы — Ищерская, Кизляр, Малгобек, Терек һ.б. уңышлы утҡа тотто. Ошо алыштарҙа ҡатнашҡаны өсөн Ирина Дрягина Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланды».[1]

1943 йылда, комиссар вазифаһын бөтөрөлгәс, өс тапҡыр Советтар Союзы Геройы А. И. Покрышкин командалыҡ иткән 9-сы гвардия истрибителдәр авиадивизияһының сәйәси бүлегенә комсомол буйынса начальник урынбаҫары итеп күсерелә.

1960 йылдарҙа — М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты, һуңынан Йәшелсә культуралары селекцияһы һәм орлоҡсолоғо Бөтә Союз ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре. 1963 йылда МДУ-ның биология-тупраҡ генетикаһы кафедраһы доценты вазифаһына һайлана[2]. 1978 — 1994 йылдарҙа сәскә культуралары селекцияһы һәм орлоҡсолоғо лабораторияһын етәкләй[3].

46 сорт баҡса ирисы, мәҙәниәт 25 сорт башҡа сәскәле һәм декоратив культуралар авторы. Яңы сорт сәскәләрҙе үҙенең яуҙаш хәрби осоусы әхирәттәре, совет авиацияһы һәм космонавтикаһының билдәле шәхестәре исеме менән атай. Шулай беҙҙең илдә «Евгения Руднева», «Маршал Покрышкин», «Академик Королев», «Марина Раскова», «Рябов Штурман», «Вадим Фадеев», «Гвардия», «Полет к Солнцу» (Советтар Союзы Геройы М. П. Девятаев хөрмәтенә), «Чистое небо» иристары барлыҡҡа килә. Ҡайһы бер сорттарҙың авторҙашы — Г. Е. Казаринов.

Мәскәүҙә йәшәй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Дрягина И. В. Записки летчицы У-2. — Центрполиграф. — Москва: 6000, 2007. — (На линии фронта. Правда о войне). — ISBN 978–5–9524–3041–9.
  • И. В. Дрягинаның һуғыштан һуңғы тормошо һәм фәнни эшмәкәрлеге ваҡиғалары мотивы буйынса Мария Глушко «Живите дважды» романын яҙа (1966).