Эстәлеккә күсергә

Гуковский Алексей Исаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гуковский Алексей Исаевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 9 декабрь 1895({{padleft:1895|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) или 1895[1]
Тыуған урыны Одесса, Херсон губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 5 март 1969({{padleft:1969|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) или 1969[1]
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө ғалим, тарихсы, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө тарих[1]
Эш урыны Н. И. Лобачевский исемендәге Түбәнге Новгород дәүләт университеты
Уҡыу йорто юридический факультет МГУ[d]
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d]

Гуковский Алексей Исаевич (9 декабрь 1895 йыл5 март 1969 йыл) — ғалим-тарихсы. Тарих фәндәре докторы (1939), профессор (1940)[2][3].

Алексей Исаевич Гуковский 1895 йылдың 9 декабрендә Одесса ҡалаһында табиптар ғаиләһендә тыуған. Одесса гимназияһын тамамлай[2]. 1913 йылда Мәскәү университетының юридик факультетыа уҡырға инә һәм уны 1918 йылда тамамлай[2][3]. 1922—1925 йылдарҙа Ҡыҙыл профессура институтында тарих бүлексәһендә уҡый, уның педагог-тәрбиәселәре: Волгин Вячеслав Петрович, Савин Александр Николаевич, Покровский Михаил Николаевич[2][3]. Ҡыҙыл профессура институтын тамамлағандан һуң социологик секцияның ғилми секретары була, һуңынан Тарихсы-марксистар йәмғиәтендә ҡораллы ихтилалдарҙы,, революция һәм граждандар һуғышын өйрәнеүсе секцияның секретары була. 1920—1930 йылдарҙа-йылда — СССР ФА Тарих институтында, Коммунистик академияның Тарих институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр була, 1931—1937 йылдарҙа — «Граждандар һуғышы тарихы» төп мөхәрририәте секретариатының ғилми кабинеты менән етәкселек итә. Алексей Исаевич 1939 йылда «Борьба с вооруженной интервенцией Антанты на Украине и в Крыму (1918—1919 годы)» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[2].

1921—1957 йылдарҙа[3] Алексей Исаевич Гуковский СССР-ҙың Я. М. Свердлов исемендәге Коммунистик университетында, ВЦСПС-тың профуниверситетында, Н. К. Крупская исемендәге Коммунисти тәрбиә академияһында, Мәскәү өлкә педагогия институты, Мәскәү тарих-архив институтында, Горький университетында, Вологда педагогия институтында һәм башҡа юғары уҡыу йорттарында тарих уҡыта[2]. Н. К. Крупская исемендәге Коммунистик тәрбиә академияһында А. И. Гуковскийға прфессор исеме бирелә.. Ватан тарихы өлкәһендә фәнни кадрҙар әҙерләү менән шөғөлләнә, аспиранттар менән етәкселек итә.

Үҙенең мәҡәләләрен «Красный архив», «Тарихсы-марксист», «Пролетарская революция» журналдарында баҫтырып сығара. Күп ғилми эштәр, китап һәм уҡыу әсбаптар авторы, улар араһында: «Фазы общественного развития» (1926, 1928), «Французская интервенция на юге России 1918—1919 гг.» (1928), «Краткий учебник по истории развития общественных форм» (1928, 1930), «Антанта и Октябрьская революция» (1931), «Ленин об интервенции» (1931), «Рабовладельческое общество» (1933, 1932), «История. Эпоха феодализма» (1933, 1934), «История средних веков» (1935, 1936, 1937), «Первая русская буржуазно- демократическая революция 1905—1907 годов» (1957)[2][3].

1969 йылдың 5 мартында Мәскәүҙә вафат була.