Эстәлеккә күсергә

Билл Гейтс

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Билл Гейтс
ингл. Bill Gates
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2][3]
Гражданлыҡ  Америка Ҡушма Штаттары[4]
Тыуған ваҡыттағы исеме ингл. William Henry Gates III
Ҡыҫҡаса атамаһы Bill Gates
Кана әлифбаһында исеме ビル・ゲイツ
Тыуған көнө 28 октябрь 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[3][5][6][…] (69 йәш)
Тыуған урыны Сиэтл, Вашингтон[3]
Атаһы Гейтс, Уильям Генри II[d]
Әсәһе Мэри Максвелл Гейтс[d]
Бер туғандары Kristianne Gates[d] һәм Libby Gates MacPhee[d]
Хәләл ефете Мелинда Гейтс[d][7][8]
Балалары Дженнифер Кэтрин Гейтс[d], Фиби Адель Гейтс[d] һәм Рори Джон Гейтс[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле инглизсә
Һөнәр төрө эшҡыуар, программист, филантроп
Эш урыны Билл менән Мелинда Гейтстар фонды[9]
Биләгән вазифаһы CEO[d]
Уҡыу йорто Lakeside School[d]
Гарвардский колледж[d][10]
Принадлежит к Билл менән Мелинда Гейтстар фонды[2][11][12][…]
Строка принадлежности Bill & Melinda Gates Foundation[2][11][12][…]
Обычно используемое транспортное средство Porsche 959[d]
Сәләмәтлек торошо дальтонизм[d]
Спорт төрө бридж
Рабочая рука леворукость[d][13]
Ҡатнашыусы commencement at the Harvard University[d][14], commencement at the Stanford University[d][15], Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2014 г.[d][2], Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2013 г.[d][11], Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2015 г.[d][12], Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2016 г.[d][16], Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2017 г.[d][17], Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2019[d][18], Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2022[d][19] һәм Ice Bucket Challenge[d][20]
Ойошма ағзаһы Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһы[d], Национальная инженерная академия США[d][21] һәм Китайская инженерная академия[d][22]
Милке Майкрософт, Berkshire Hathaway[d], Bill Gates's house[d], Corbis[d] һәм лестерский кодекс[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
рыцарь-командор ордена Британской империи

Национальная медаль США в области технологий и инноваций[d] (1992)

Падма Бхушан крест Признания

премия Ласкера — Блумберга за государственную службу[d] (2013)

Президентская медаль Свободы

премия Фулбрайта[d] (2010)

награда «Серебряный бизон»[d] (2010)

Почётный член Британского компьютерного общества[d] (1994)

United Nations Population Award[d] (2010)

орден Ацтекского орла Большой крест ордена Инфанта дона Энрике

Public Welfare Medal[d] (2013)

командор ордена Звезды Румынии командор ордена Почётного легиона

Bower Award for Business Leadership[d] (2010)

почётный доктор Университета Цинхуа[d] (2007)

почётный доктор Королевского технологического института[d] (7 февраль 2002)

почётный доктор Каролинского института[d] (23 ғинуар 2008)

почётный доктор Гарвардского университета[d] (2007)

Большая лента ордена Восходящего солнца

Человек года (Financial Times)[d] (1994)

почётный доктор Стокгольмского университета[d] (2002)

Бэмби[d] (14 ноябрь 2013)

премия Боуэра[d] (2010)

American Library Association Honorary Membership[d] (1998)

Телгә алынған хеҙмәттәр iСтив[d]
Суффикс поколения Ошибка Lua в Модуль:Wikidata на строке 301: Неизвестный тип сущности..
Бейеклеге/буйы 1,77 метр[23]
Тасуирлау биттәре namebase.net:82/names/nn…[24]
Тулы мәғлүмәт өсөн URL forbes.com/profile/bill-…
Официальный подкаст Unconfuse Me[d][25]
Имеет сертификацию Microsoft Certified Professional[d]
Оценка финансового состояния 89 800 000 000 $[26]
Число Эрдёша 4
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 61 934 320 һәм 3 160 000 ± 9999[27]
Предпочитаемое местоимение Ошибка Lua в Модуль:Wikidata на строке 301: Неизвестный тип сущности..
ACM коды (2012) 10011367
 Билл Гейтс Викимилектә

Уильям Генри Гейтс III (ингл. William Henry Gates III; 28 октябрь 1955 йыл, Сиэтл[28], Вашингтон), Билл Гейтс (ингл. Bill Gates)[29][30] тигән исем менән билдәле — Америка эшҡыуары һәм йәмәғәт эшмәкәре, филантроп, Microsoft компанияһын нигеҙләүселәрҙең береһе (Пол Аллен менән берлектә) һәм был компанияның элекке иң эре акционерҙарының береһе. 2008 йылдың июненә тиклем  компанияның етәксеһе була, был эшенән киткәс, директорҙар советының башҡарыуһыҙ  директоры вазифаһында ҡала. Шулай уҡ Билл менән Мелинда Гейтстарҙың хәйриәлек фонды рәйестәше, Berkshire Hathaway компанияһы директорҙар советы ағзаһы, Berkshire Hathaway'ҙың генераль  директоры. 

1996—2007 һәм  2009—2016 йылдарҙа Forbes журналы версияһы буйынса планетаның иң бай кешеһе була. Forbes журналы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, 2015 йылға байлығы  79,2 миллиард доллар күләмендә баһалана,   2012 йылдың сентябренә ҡарата 13,2 миллиард долларға арта[31][32]. 2016 йылдың  майына  Билл Гейтстың байлығы 76,4 миллиард долларлыҡ була[33].

Билл Гейтс — хәйриәгә тапшырылған аҡса күләме буйынса рекордсыларҙың береһе: 1994—2010 йылдарҙа ул Билл менән Мелинда Гейтстар фондына $28 миллиардтан ашыу аҡса күсерә[34]. 2010 йылдың февралендә Гейтс бөтә миллиардерҙарғы байлыҡтарының яртыһын хәйриә эшмәкәрлегенә тапшырырға саҡырып мөрәжәғәт итә[35].

Билл Гейтс  1977 йылда

Биллдың ҡарт олатаһы  — мэр һәм сенатор, олатаһы Милли банктың вице-президенты була. Гейтс Сиэтлда (Вашингтон штаты), корпоратив адвокат Уильям Генри Гейтс II менән  First Interstate Bank, Pacific Northwest Bell'дың директорҙар советы ағзаһы һәм  USWest, United Way'ҙың милли советы ағзаһы Мэри Максвелл Гейтстың ғаиләһендә тыуа. Ғаиләлә Биллдың Трей тигән ҡушаматы була («trey» кәрт уйынында өслөнө аңлата һәм исеменә өҫтәлгән «номерға» бәйле). Гейтстың  Кристи апаһы менән Либби исемле һеңлеһе бар.

Гейтс Сиэтлда «Лейксайд» тигән бик өҫтөнлөклө мәктәптә белем ала, мәктәптең мини-компьютерында программалар яҙыу һәләтен үҫтерә. Ун өс йәшендә Билл тәүге  программаһын — BASIC программалау телендә «Крестики-нолики» уйынын яҙа. Һигеҙенсе класта  программалар яҙыу дәресендә ул унынсы класта уҡыған Пол Аллен менән таныша. Дуҫтары менән бергәләп Гейтс Cоmputer Center Corporation йәмғиәтенә ингән Digital Equipment корпорацияһының PDP-10 компьютерын һынай. Билл менән Полдың компьютерҙа эшләү мөҙҙәте тулғас, улар программаны вата. Бының өсөн мәктәптең дүрт уҡыусыһына — Рик Вэйлендҡа, Кент Эвансҡа, Пол Алленға һәм  Билл Гейтсҡа — йәй буйына компьютерҙа эшләүгә тыйыу һалалар. Яза мөҙҙәте үткәс, ватылған компьютер хужаһы  булған Cоmputer Center Corporation  компанияһына студенттар тәҡдим индерә.  Улар компанияның компьютерҙарында эшләүгә алмашҡа уның программа тәьминәтендәге хаталарҙы табып бирергә вәғәҙә итә. Компания тәҡдимгә ризалаша. Гейтс иптәштәре менән FORTRAN, LISP кеүек телдәрҙә һәм машина кодында яҙылған  программа тәьминәтенең бик күп сығанаҡ кодтарын өйрәнә. Хеҙмәттәшлек 1970 йылға тиклем, компания  банкротлыҡҡа төшкәнсе дауам итә. Киләһе йылына  Information Sciences, Inc. компанияһы  дүрт студентты (шул иҫәптән Билл менән Полды) түләү ведомостарын алып барыу  программаһын яҙыу өсөн яллай. Программа Кобол телендә яҙылырға тейеш була, алмашҡа егеттәр  PDP-10-да түләүһеҙ эшләү мөмкинлеген ала. Үҙҙәренең компанияһын улар Lakeside Programming Group тип атай, ләкин эште тамамлай алмай.  

17 йәштә Гейтс, Пол Аллен һәм Пол Гилберт Traf-O-Data компанияһын нигеҙләй. Компания юл трафигын иҫәпләү һәм юл инженерҙарына отчет төҙөү өсөн һанағыс эшләп сығарыу маҡсатын ҡуя. Traf-O-Data ҡулайламаһы 1972 йылдан 1982 йылға тиклем һатыла һәм һөҙөмтәлә компания иҫәбендә $794,31 аҡса ҡала.

1972 йылдың 25 декабрендә Бад Пемброк уларҙы TRW компанияһына эшкә саҡыра. Бонневиль энергетика идаралығы өсөн ҙур программа проекты эшләү бурысы ҡуйыла.   

1973 йылда  Билл Гейтс  Гарвард университетына инә, унда буласаҡ  компаньоны Стив Балмерҙы осрата. Ике йылдан  Гейтс уҡыуҙан ҡыуыла һәм   программа тәьминәте  эшләү менән шөғөлләнә башлай[36].

1975 йылда Билл Гейтс менән  Пол Аллен Micro Instrumentation and Telemetry Systems (MITS) компанияһына Эд Робертс эшләгән Altair 8800 персональ компьютерына  программа тәьминәте яһаусылар булып эшкә инә. Үҙҙәренең  компанияһын «Аллен һәм Гейтс» тип атарға уйлайҙар, әммә бындай атама юридик контораға нығыраҡ килешә тип, башҡа исем эҙләргә тотоналар. Пол Micro-Soft (microprocessors һәм software һүҙҙәренән) тип атарға тәҡдим итә. BASIC теленең MITS заказы буйынса ижад ителгән интерпретаторы титрҙарында дуҫтар нәҡ ошо атаманы телгә а��а. 

1975 йылда Билл Нью-Мехико штаты Альбукерке ҡалаһында тиҙлекте арттырған һәм водитель таныҡлығыһыҙ йөрөгән өсөн ҡулға алына. Етмәһә, полицейский менән телләшә. Уны иҫеректәр менән бергә насар камераға ултыртып ҡуялар. Рөхсәт ителгән бер шылтыратыуҙы Билл  Пол Алленға юллай, Пол барлыҡ аҡсаларын йыйып, Биллды  сығарып ала. «Micro-Soft» компанияһын MITS-ҡа эшләгәндә ошо  Альбукерке ҡалаһында асалар ҙа инде. Бер йыл эсендә Гейтс менән Аллен компанияһы атамаһындағы дефис төшөрөп ҡалдырыла һәм 1976 йылдың 26 ноябрендә Нью-Мехико штатының округ секретариатында  «Microsoft» тигән яңы сауҙа маркаһы теркәлә. Полға компания акцияларының 36 проценты, Биллға 64 проценты тейә, сөнки Биллдың продуктҡа индергән өлөшө шулай була.

1975 йылдан  MITS компанияһы Альтаир 8800 компьютеры өсөн  Micro-Soft эшләгән Altair BASIC программа яҙыу телен тарата. Altair BASIC-тың ҡағыҙ таҫмаһы урланғас, ул компьютер клубтарының береһендә аҫтан таратыла башлай, шунлыҡтан Гейтс һатылған һәр дана күсермә өсөн тейешле хаҡты ала алмай.m1976 йылда АҠШ  журналдарында Билл Гейстың Һәүәҫкәрҙәргә асыҡ хаты баҫылып сыға, ул компьютерсыларҙы уғрылыҡта ғәйепләй һәм ошо арҡала софтты эшләүселәрҙә яңы продукттар ижад итеү теләге һүнеүен белдерә. 

Уртаҡ бизнеста Пол Аллен техник идеялар һәм перспективалы эшләнмәләр менән мәшғүл була, Гейтсҡа һөйләшеүҙәр алып барыу, контракттар төҙөү һәм башҡа төрлө эш аралашыуы нығыраҡ оҡшай.  

1977 йылда Microsoft яңы программа продуктын — CP/M операцион системалы компьютерҙар өсөн Microsoft FORTRAN-ды сығара. 

1980 йылдан Microsoft менән IBM компанияларының хеҙмәттәшлеге башлана.

1977 йылда Гейтс ҡыҙыл утҡа үткәне һәм йәнә үҙе менән водитель таныҡлығы булмағаны өсөн тағы ҡулға алына. 

Microsoft өр-яңы операцион  система өҫтөндә эш башлай, ә идеяһы  Xerox менән  Apple'дан алына. IBM менән хеҙмәттәшлек дауам итә, 1985 йылдың ноябрендә  Microsoft Windows тигән яңы  операцион система эшләп бөтөлә. Ошо мәлдән Windows операцион системаһы дәүере башлана, ул Гейтсты данлы итә һәм  донъяның иң бай кешеһенә әйләндерә. 

1994 йылдың 1 ғинуарында  Гейтс  Мелинда Френчҡа өйләнә. Билл  Мелинданы беренсе тапҡыр  1987 йылда, «Майкрософт»тың  Нью-Йорктағы матбуғат брифингында осрата. Мелинда күптән уның компанияһында эшләгән була. Уларҙың өс балаһы бар — Дженнифер Катарин (1996), Рори Джон (1999) һәм Фиби Адель (2002).

 Артабанғы тормошо һәм эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1989 йылда Гейтс Corbis мультимедия компанияһына нигеҙ һала. Автомобилде эскән килеш йөрөткән өсөн өсөнсө тапҡыр ҡулға алына.  

1994 йылда Гейтс Леонардо да Винчи хеҙмәттәренең Лестер кодексы тигән йыйынтығын һатып ала. 2003 йылда был кодекс Сиэтл Сәнғәт музейына ҡуйыла. 

2004 йылдың 14 декабрендә Билл Гейтс Berkshire Hathaway компанияһы советына инә, шулай итеп, Уоррен Баффетт менән мөнәсәбәттәре формаль йәһәттән дә нығына. Berkshire Hathaway — конгломерат, уға  Geico (автомобиль страховкалау), Benjamin Moore (буяуҙар) һәм Fruit of the Loom (текстиль) инә. Гейтс шулай уҡ Icos корпорацияһы советына,  Bothell биотехнологиялар компанияһы советына ла инә.

2005 йылдың 2 мартында Бөйөк Британия сит ил эштәре кабинеты Бөйөк Британия предприятиеларына индергән өлөшө һәм донъяла фәҡирлекте кәметеү буйынса тырышлыҡтары өсөн Гейтсҡа Британ Империяһы Орденының Рыцарь-Командоры титулы бирелеүе тураһында белдерә.

2005 йыл йомғаҡтары буйынса, Билл Гейтс һәм уның ҡатыны Мелинда Гейтс Американың Тайм журналы тарафынан йыл кешеләре тип иғлан ителә.

2008 йылдың 7 ғинуарында Билл Гейтс Microsoft корпорацияһы етәксеһе вазифаһынан китергә йыйыныуы тураһында белдерә[37].

2008 йылдың 27 июнендә Билл Гейтс Microsoft етәксеһе вазифаһында һуңғы көн эшләй. Ләкин компания менән араһы бөтөнләйгә өҙөлмәй  — Гейтс Директорҙар советының рәйесе (башҡарыу вәкәләттәренән тыш) булып ҡала. Ул шулай уҡ корпорацияның эре акционеры ла булып ҡала (Microsoft акцияларының 8,7 проценты).[38] 2008 йылда Гейтс Microsoft корпорацияһы президенты вазифаһынан баш тартһа, 2010 йылда баш башҡарма  директор вазифаһынан да китә. Ике вазифа ла  Стив Балмерға тапшырыла. 

2008 йылдың октябрендә  Кирклэнд ҡалаһында (Вашингтон штаты, АҠШ) Билл Гейтс «bgC3» тигән атамалы өсөнсө компанияһын теркәтә. Был тикшеренеү үҙәге алдына ғилми һәм технологик хеҙмәттәр күрһәтеү, аналитика һәм тикшеренеүҙәр өлкәһендә эшмәкәрлек һәм программа һәм аппарат тәьминәте менән шөғөлләнеү бурысы ҡуйыла[39].

2014 йылдың февралендә Гейтс Microsoft корпорацияһының директорҙар советы посынан да китә [40][41].

2015 йылдың 2 декабрендә Цукерберг менән берлектә Breakthrough Energy Coalition фондын аса. Фонд саф һәм альтернатив энергия сығанаҡтарын эҙләү һәм эшләүгә инвестициялар йәлеп итеү өсөн ойошторола. Mission Innovation инициативаһын төҙөй, ул 20 илде, шул иҫәптән Бөйөк Британияны, АҠШ-ты, Бразилияны, Һиндостанды, Ҡытайҙы һәм башҡаларҙы берләштерә. Инициатива киләһе биш йыл эсендә саф энергия сығанаҡтарын эшләүгә дәүләт инвестицияларын ике тапҡырға арттырып, йылына 10 миллиардтан 20 миллиард долларға еткертеү бурысын ҡуя[42].

Билл Гейтсты көндәлек тормошта, ҡиәфәтендә баҫалҡы кеше тиҙәр. Шулай ҙа миллиардер йәшәгән йорт иң заманса электроника менән лыҡа тулы һәм хаҡы, ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, $125 миллионға төшкән. Йорт китапханаһының түшәменә Фрэнсис Скотт Фицджеральдтың «Бөйөк Гэтсби» романынан өҙөмтәләр яҙып ҡуйылған. Йорт  Вашингтон  күле буйында ултыра, майҙаны — 40 мең квадрат фут (3720 м²). 30 автомобиллек гаражы бар. Гараж мөйөшөндә уның беренсе машинаһы «Мустанг» тора. Йорттоң ҡабул итеүҙәр бүлмәһенән Вашингтон күленең аръяғындағы Олимпия тауы күренеше асыла. Был йортҡа килгән ҡунаҡҡа электрон ҡаптырма беркетелә, ул  ҡунаҡ   яратҡан  кинофильмдарҙы, картиналарҙы, музыка, телевизион шоуҙарҙы теркәп бара. Тәүләп килгәнендә үк ҡунаҡтың зауыҡтары өйрәнелә  һәм хәтергә һалына. Китапхана эргәһендә — батут. Гейтс шунда һикерергә ярата, сөнки, был шөғөл фекер тупларға ярҙам итә, тип иҫәпләй. Ошонда уҡ йөҙөү  бассейны, япон мунсаһы, бағрылы күл бар. Гейтстың төп хоббийы — бридж уйыны[34].

Билл Гейтстың китаптары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Билл Гейтс  2007 йылда Бөтә донъя иҡтисад форумында

1995 йылда Билл Гейтс «Киләсәккә юл» (ингл. The Road AheadThe Road Ahead) тигән китап яҙа, унда мәғлүмәт технологияларына бәйле йәмғиәттең ниндәй йүнәлештә хәрәкәт итеүенә ҡараштарын белдерә. 1996 йылда, Microsoft корпорацияһы  Интернет-технологияларға йүнәлеш алғас, Гейтс китабына ҙур ғына үҙгәрештәр индерә.

1999 йылда Билл Гейтс «Фекер тиҙлегендәге бизнес» (ингл. Business @ the Speed of Thought) тигән китап яҙа, унда мәғлүмәт технологияларының бизнес мәсьәләләрен бөтөнләй яңыса сисә алыуын күрһәтә.  

Был китап 25 телдә баҫып сығарыла һәм донъяның 60-тан ашыу илендә һатыла. «Фекер тиҙлегендәге бизнес» тәнҡитселәрҙең юғары баһаһын ала һәм «Нью-Йорк таймс», «Америка сегодня», «Уолл-стрит Джорнал» гәзиттәренең һәм Amazon.com веб-серверының бестселлерҙар исемлегенә инә.

Билл Гейтс тураһындағы китаптар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Билл Гейтс һөйләй», Дженет Лоу.
  • «Бизнес юлы. Билл Гейтс», Дез Дирлоф.

Билл Гейтс тураһындағы фильмдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Силикон үҙәне пираттары (фильм) (Pirates of Silicon Valley)
  • Билл Гейтс: гик нисек итеп донъяны үҙгәртте (Bill Gates: How a Geek Changed the World) — BBC-ҙың The Money Programme телетапшырыуы сығарылышы.
  • Нигеҙҙәрҙе емереүселәр. Билл Гейтс. Уңыш тарихы (Ground Breakers. Bill Gates. A Tycoon Story) [2012]

Билл Гейтстың йыл да яҙылған мөрәжәғәтнамәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2009 йылдан башлап, Билл Гейтс Билл менән Мелинда Гейтстар фондының рәсми сайтында «Билл Гейтстың Йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе»н баҫтыра, унда үҙенең хәйриә ойошмаһының эшләгән эштәре тураһында һөйләй, киләсәккә пландар ҡора.  

  • Билл Гейтстың эш хаҡы минутына 6659 доллар (2006 йылға) тәшкил итә.[43]
  • Eristalis gatesi — был себенгә Билл Гейтс хөрмәтенә атама бирелгән.
  • 2007 йылда Билл Гейтс Гарвард университетын тамамлаусы тип иғлан ителә. Гейтсҡа диплом тапшырыу тураһындағы ҡарарҙы  университет хакимиәте сығара[44][45].
  • 2017 йылда Forbes журналы Билл Гейтсты донъяла иң бай америкалы тип таба.  Эшҡыуарҙың байлығы 88,9 млрд АҠШ доллары тәшкил итә[46].
  • 2016 йыл аҙағына ҡарата Гейтс хәйриәлек маҡсаттарына 31 млрд доллар күсерә[47].
  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 https://data.qz.com/2014/davosattendees/data/davos14list.json
  3. 3,0 3,1 3,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #119081199 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  4. #2 Bill Gates (ингл.) // Forbes / S. ForbesNYC: Forbes, 1917. — ISSN 0015-6914
  5. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  6. Bill Gates // SNAC (ингл.) — 2010.
  7. https://twitter.com/BillGates/status/1389316412259270657/photo/1
  8. https://www.wired.com/2008/05/st-billgates/
  9. What is the Bill and Melinda Gates Foundation? (ингл.) // The Guardian.com — 2015. — ISSN 1756-3224; 1354-4322
  10. Hoffman R. LinkedIn (ингл.) — 2003.
  11. 11,0 11,1 11,2 https://data.qz.com/2013/davosattendees/data/davosdata.json
  12. 12,0 12,1 12,2 https://data.qz.com/2015/davos/data/davos2015.json
  13. https://time.com/4451303/international-left-handers-day-why-are-people-left-handed/
  14. https://news.harvard.edu/gazette/story/2007/06/remarks-of-bill-gates-harvard-commencement-2007/
  15. https://news.stanford.edu/news/2014/june/gates-commencement-remarks-061514.html
  16. https://data.qz.com/2016/davos-2016/data/davos-2016-clean.csv
  17. https://data.qz.com/2017/davos-2017/data/davos-2017-clean.csv
  18. https://data.qz.com/2019/davos-attendees/data/davos-2019-clean.json
  19. https://www.politico.com/f/?id=0000017d-4764-df97-a9ff-ff7fb8a80000
  20. https://time.com/3111965/here-are-the-27-best-celebrity-ice-bucket-challenge-videos/
  21. https://www.nae.edu/30206/Mr-William-H-Gates-III
  22. http://www.xinhuanet.com//english/2017-11/27/c_136783270.htm
  23. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  24. GATES WILLIAM H III
  25. https://www.gatesnotes.com/Podcast
  26. https://www.forbes.com/profile/bill-gates/?list=rtb
  27. Интерфейс программирования приложения YouTube
  28. Manes, 1994, p. 11
  29. Уильям (Билл) Гейтс. Биографическая справка. РИА Новости. Архивировано 12 июнь 2013 года.
  30. Гейтс, Билл — основатель корпорации Microsoft. Лента.ру. Архивировано 12 июнь 2013 года.
  31. Forbes снова назвал Билла Гейтса самым богатым человеком на планете. 2015 йыл 6 март архивланған.
  32. Билл Гейтс возглавил рейтинг богатейших людей мира.
  33. #1 Bill Gates. Forbes. Дата обращения: 27 май 2016.
  34. 34,0 34,1 Гидеон Рахман. «Я читаю все, что нужно, и учусь, чему хочу», — Билл Гейтс, основатель Microsoft // vedomosti.ru  (Тикшерелеү көнө: 17 ноябрь 2010)(Проверено 17 ноября 2010)
  35. «Билл Гейтс и Уоррен Баффет отдадут половину состояния на благотворительность»
  36. Билл Гейтс получил на руки диплом Гарварда. Lenta.ru (7 июнь 2007). Дата обращения: 13 август 2010. Архивировано 23 август 2011 года.
  37. Lenta.ru
  38. PC|NEWS: Последний день Билла Гейтса в Microsoft 2008 йыл 2 июль архивланған.
  39. Билл Гейтс основал новую компанию 23 октября 2008
  40. Акционеры Microsoft призвали к отставке Билла Гейтса
  41. Билл Гейтс покинул пост главы совета директоров Microsoft
  42. Гейтс и Цукерберг основали инвестиционный фонд поддержки чистой и доступной энергии | Нанотехнологии Nanonewsnet. www.nanonewsnet.ru. Дата обращения: 2 декабрь 2015.
  43. Журналисты подсчитали, сколько зарабатывает Билл Гейтс в минуту
  44. Билл Гейтс получил на руки диплом Гарварда — Lenta.ru
  45. Не прошло и 30 лет — Билл Гейтс получит диплом Гарварда // "РИА «Новый Регион», 23.03.2007
  46. Билл Гейтс признан самым богатым американцем по версии Forbes. RuNews24.ru (22 июнь 2017).
  47. Основатель Amazon стал самым богатым человеком в мире (en-GB), BBC Русская служба (27 июль 2017). 7 август 2017 тикшерелгән.
  • Stephen Manes. Gates: How Microsoft's Mogul Reinvented an Industry and Made Himself The Richest Man in America. — Touchstone Pictures, 1994. — ISBN 0671880748.
  • Пол Аллен, Миллиардер из Кремниевой долины. История соучредителя Microsoft, Москва: Альпина Бизнес Букс, 2012. ISBN 978-5-91657-361-9