Башҡорт теленең орфоэпияһы
Башҡорт теленең орфоэпияһы — уның әһәмиәтле берәмектәренең (морфемалар, һүҙҙәр, һөйләмдәрҙең) өн төҙөлөшөнөң берҙәмлеген тәьмин иткән, шул иҫәптән әйтелеш, баҫым һәм интонация нормаларын үҙ эсенә алған башҡорт теле нормалары йыйылмаһы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт теленең орфоэпияһының формалашыуы милли башҡорт теленең һәм уның диалектарының әйтелеш үҙенсәлектәренә барып тоташа һәм сәсәндәр, хикәйәселәр һәм башҡалар телмәрендә үҫешә.
XX быуаттың 30-сы йылдарҙа башҡорт әҙәби теле орфоэпияһының төп нормалары барлыҡҡа килә, улар туған башҡорт һүҙҙәрендә һәм үҙләштереүҙәрендә өндәрҙе әйтеү үҙенсәлектәрен, өндәрҙең комбинаторлы үҙгәрешендә фонетик модификацияларҙы һ.б. сағылдыра.
Башҡорт теленең орфоэпия нормалары тәүге тапҡыр Ж. Ғ. Кейекбаев тарафынан «Башҡорт әҙәби теленең орфоэпияһы» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһында эшләнә (1948).
Башҡорт теленең орфоэпияһын үҫтереүҙә әҙәби әйтелешкә булышлыҡ итеүсе театр, радио һәм телевидение ҙур роль уйнай, улар әҙәби әйтелеүҙе пропагандалай.
Әле башҡорт теленең орфоэпияһы проблемалары менән Өфөләге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты шөғөлләнә.
Нормалар һәм ҡағиҙәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт телендә орфоэпия түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үҙ эсенә ала:
- ғәрәп теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә һәм фарсы теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә һүҙ аҙағындағы һәм һуҙынҡылар алдындағы [и] өнө [ий] тип әйтелә, мәҫ., “синфи” синф[ий] һ.б.;
- әгәр ике һүҙ араһында һуҙынҡылар тура килһә, уларҙың береһе төшөп ҡала, мәҫ., “ни эшләй” [нишләй] һ.б.
- урыҫ теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр аҙағында [б], [в], [г], [д], [ж], [з] яңғырау тартынҡылары һаңғыраулана, мәҫ., “гипноз” гипно[с], “клуб” клу[п] һ.б.;
- һуҙынҡылар араһында йәки [ҙ], [з], [ж], [й], [р], [л], [ү] тартынҡыларынан һуң [б] өнө [в] тип әйтелә: “китабым” кит[авы]м, “яр буйлап” я[рву]йлап һ.б.; ошоға оҡшаш позицияларҙа [ҡ], [к] өндәре яңғыраулана, мәҫ., “ишек алды” иш[ега]лды, “бал ҡорто” ба[лғо]рто һ.б.;
- әгәр һүҙ -зд, -ст м‑н бөтһә, әйтелештә [д], [т] өндәре төшөп ҡала, мәҫ., “поезд” пое[з], “текст” тек[с] һ.б.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Д. Г. Киекбаев «Орфоэпия башкирского языка» («Башҡорт әҙәби теленең дөрөҫ әйтелеше»), Уфа, 1964.
- Юлдашев А. А. «Грамматика современного башкирского литературного языка» — М.: Наука, 1981. — 495 c.
- Ишбулатов Н.Х., Әхтәмов М.Х. Хәҙерге башҡорт теле. Фонетика, графика, орфография, орфоэпия, грамматиканың төп төшөнсәләре, морфеми‑ ка, морфонология, һүҙьяһалыш. Өфө, 2002.