Башҡан
Башҡан | |
гаг. ATB Gagauz Yeri başkanı рум. Guvernatorul UTA Găgăuzia | |
Герб | |
Нигеҙләү датаһы | 23 декабрь 1994 |
---|---|
Дәүләт | Молдова |
Юрисдикция таралышы | Гагауз Ери |
Рәсми сайт | gov.gov.md/en/start/ |
Башҡан (башҡ. «башлыҡ») — Гагаузия Республикаһы — Гагауз Ерендә юғары вазифа биләүсенең атамаһы.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вазифа 1994 йылдың 23 декабрендәге Гагаузия республикаһы статусы тураһындағы закондың 344-XIII-се статьяһына ярашлы раҫланған. Уға Ғағаузиялағы дәүләт власының бөтә органдары ла буй��она. Башҡан альтернатив нигеҙендәге дөйөм, тиң, тура, йәшерен һәм ирекле тауыш биреү һөҙөмтәһендә дүрт йыл мөҙҙәтенә һайлана. Бер үк кеше ике мөҙҙәттән ары башҡан була алмай. Ул 35 йәштән олораҡ Молдова гражданы булырға һәм гагауз телен белергә тейеш. Ғағаузия башҡаны Молдова хөкүмәте ағзаһы булараҡ Молдова президенты декретына ярашлы раҫлана. Башҡан Ғағаузия территорияһында ғәмәлгә инеүсе ҡарарҙар һәм указдар сығара ала.
Гагауз Ере Башҡандары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөҙҙәт | Исем-шәрифе |
---|---|
19 июнь 1995 — 24 сентябрь 1999 | Табунщик Георгий Дмитриевич |
24 сентябрь 1999 — 21 июнь 2002 | Кройтор Дмитрий Васильевич |
21 июнь 2002 — 10 июль 2002 | Яниогло Валерий Фёдорович (в.в.б.) |
10 июль 2002 — 29 июль 2002 | Кристиогло Иван Петрович (в.в.б) |
29 июль 2002 — 9 ноябрь 2002 | Молла Георгий Ильич (в.в.б.) |
9 ноябрь 2002 — 29 декабрь 2006 | Табунщик Георгий Дмитриевич |
29 декабрь 2006 — 15 апрель 2015 | Формузал Михаил Макарович |
15 апрель 2015 — хәҙерге ваҡыт | Влах Ирина Фёдоровна |
Гагаузия Башҡаны статусы һәм вәкәләттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гагаузия Башҡанының хоҡуҡи статусы Ғағаузия Уложениеһының II бүлегендәге 58-се, 59-сы, 60-сы статьяларҙа нығытылған.
- Гагаузия Башҡанын һайлау Ғағаузия Уложениеһының II бүлегендәге 61-се, 62-се, 63-сө статьяларында нығытылған.
- Гагаузия Башҡанының вазифаға инеү тәртибе Ғағаузия Уложениеһының II бүлегендәге 64-се, 65-се статьяларында нығытылған.
- Гагаузия Башҡанының Молдова Республикаһы Хөкүмәте ағзаһы итеп раҫланыуы Ғағаузия Уложениеһының II бүлегендәге 66-сы, 67-се статьяларында нығытылған.
- 66-сы статья
- Гагаузия башлығы Молдова республикаһы Президенты указы менән Молдова республикаһы Хөкүмәте ағзаһы итеп раҫлана.
Тейелгеһеҙлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 67-се статья
- Гагаузия Башҡаны тейелгеһеҙлеккә эйә һәм вәкәләттәрен башҡарған саҡта әйткән фекерҙәре өсөн юридик яуаплылыҡҡа тарттырыла алмай.
Вәкәләттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 68-се статья
Гагаузия Башҡаны:
- 1) Молдова Республикаһының эске һәм тышҡы сәйәсәтендә мәьәләләрҙе хәл иткәндә Гагаузия халҡы мәнфәғәттәрен яҡлай;
- 2) Законға ярашлы Гагаузия Башҡарма Комитетын етәкләй;
- 3) Гагаузия Халыҡ Йыйылышына раҫлау өсөн Башҡарма Комитеты структураһын тәҡдим итә;
- 4) Гагаузия Башҡаны хакимиәтен булдыра;
- 5) урындағы закондарға ҡул ҡуя;
- 6) Гагаузия территорияһында мотлаҡ үтәлергә тейеш ҡарар һәм бойороҡтар сығара;
- 7) Гагаузияла идара итеүсе органдары менән етәкселек итә һәм үҙ-ара эште тәьмин итә;
- 8) Гагаузия халыҡ йыйылышы менән килешеп, Гагаузия райондары хакимиәттәре башлыҡтарын тәғәйенләй һәм вазифаһынан бушата;
- 9)Гагаузия законы тәртибенә ярашлы урындағы референдум үткәреү буйынса мәсьәләне ҡуя ала;
- 10) Гагаузия Башҡарма Комитеты составы тураһында индерелгән тәҡдим 45 көн дауамында хәл ителмәһә йәки Гагаузия бюджеты тураһында проект ике ай дауамында блокланған осраҡта, фракциялар һәм Халыҡ Йыйылышы Президиумы менән консультациялар үткәргәндән һуң, Халыҡ Йыйылышын ваҡытынан алда таратырға хоҡуҡлы. Халыҡ Йыйылышы Башҡан тәҡдимен ике тапҡыр кире ҡаҡҡандан һуң ғына таратыла;
- 11) закон ярашлы енәйәтселек менән көрәш буйынса Гагаузия Координацион советын булдыра һәм уны етәкләй;
- 12) Гагаузия халҡы мөрәжәғәтнамәләр менән сығыш яһай;
- 13)Гагаузия Халыҡ Йыйылышына идара итеү органдарының эшмәкәрлеге тураһында йыл һайын мәғлүмәттәрҙе еткерә;
- 14) Гагаузия почетлы исемдәрен бирә һәм бүләкләй;
- 15) Гагаузия Халыҡ Йыйылышында закондар сығарыу инициативаһы хоҡуғына эйә;
- 16) Гагаузия Эске эштәр идаралығының муниципаль полицияһы начальнигын тәғәйенләй һәм вазифаһынан бушата.
- Гагаузия Башҡаны урындарҙа ҡабул ителгән закон менән риза булмаған осраҡта 10 көн эсендә ҡабаттан ҡарау өсөн уны Халыҡ Йыйылышына ебәрә ала. Әгәр Халыҡ йыйылышы өстән ике өлөшө менән тауыш бирһә, закон ҡабул ителде тип һанала һәм Гагаузия башҡаны уға ҡул ҡуя.
- 70 -се статья
- Гагаузия Башҡаны вәкәләттәре Молдова Республикаһы Конституцияһын, «Гагаузияның (Гагауз ере) айырым хоҡуҡи статусы тураһында»ғы Законды үтәмәү осрағында ваҡытынан алда туҡтатыла ала.
- Гагаузия Башҡанын вазифаһынан ситләтеү буйынса тәҡдим Халыҡ йыйылышы депутаттарының өстән бер өлөшөнән дә кәм булырға тейеш түгел һәм Гагаузия Башҡанына аңлатмалар алыу өсөн еткерелергә тейеш
- Әгәр Халыҡ Йыйылышы Башҡанды ситләтеү тураһында ҡарар ҡабул итһә, 30 көн эсендә ошо мәсьәлә буйынса референдум үткәрелә.
Вазифа бурыстарын башҡарыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 71-се статья
- Гагаузия Башҡаны һаулыҡ торошойәки башҡа объектив сәбәптәр буйынса үҙ бурыстарын башҡара алмаһа, уның бурыстарын ваҡытлыса үтәү Гагаузия Башҡарма Комитеты Рәйесенәнең беренсе урынбаҫарына йөкмәтелә. .
- Гагаузия Башҡаны һайлауҙары вакансия барлыҡҡа килгәндән һуң 3 айҙан да һуңға ҡалмай үткәрелә.
Гагаузия Башҡаны һайлауҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гагаузия Башҡаны һайлауҙары (1995)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гагаузия автономиялы территориаль округы башлағын һайлауҙар Молдова Республикаһы хөкүмәте 1995 йылдың 11 июнендә раҫлаған ваҡытлыса регламент базаһында ткәрелә. Һайлауҙарҙа 4 кандидат көс һынашты. Икенсе тур һөҙөмтәһендә Гагаузия башҡаны итеп Георгий табунщик һайлана, уның өсөн һайлаусыларҙың 64,1 % тауыш бирә[1].
Гагаузия Башҡаны һайлауҙары (1999)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Икенсе һайлауҙар 1999 йылдың 22 авгусында һәм 5 сентябрендә үткәрелә. Һайлау бюллетенендә 6 кандидат теркәлгән була. Икенсе тур һөҙөмтәһендә Дмитрий Кройтор Гагаузия башлығы итеп һайлана[2].
Гагаузия Башҡаны һайлауҙары (2002)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гагаузия башлығы һайлауҙары Дмитрий Кройкрҙың ваҡытынан алда отставкаға киткәндән һуң 2002 йылдың 6 һәм 20 октябрҙә үтә, әммә 6 октябрҙәге һайлауҙар ғәмәлдгә индерелмәй, сөнки уларҙа һайлаусыларҙың 41,4 ғына ҡатнаша (50 % урынына). Ҡабаттан үткәрелгән һайлауҙарҙа республика башҡаны итеп Георгий Табунщик һайлана[3].
Гагаузия Башҡаны һайлауҙары (2006)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дүртенсе һайлауҙар 20016 йылдың 3 һәм 17 декабрендә үтә. Гагаузия башлығы итеп Чадыр-Лунга Михаил Макарович Формузал һайлана, ә ғәмәлдәге башлыҡ Табунщик 3-сө урынды биләй[4].
Кандидат | I тур | II тур |
---|---|---|
Михаил Макарович Формузал
(бойондороҡһоҙ) |
33,89 %
19297 |
56,23 %
32890 |
Николай Дудогло
(бойондороҡһоҙ) |
31,40 %
17880 |
43,77 %
25603 |
Георгий Табунщик
(бойондороҡһоҙ) |
24,14 %
13745 |
|
Александр Стояногло
(бойондороҡһоҙ) |
10,58 %
6025 |
Гагаузия Башҡаны һайлауҙары (2010)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2010 йылдың 12 һәм 26 декабрендә бишенсе һайлауҙар үтә. Икенсе турҙан һуң Михаил Формузал икенсе срокка һайлана. Һайлауҙарҙа Ирин Влах ҡатнаша, ул 3-сө урын биләй[5].
Кандидат | I тур | II тур |
---|---|---|
Михаил Макарович Формузал
(бойондороҡһоҙ) |
37,19 %
22484 |
51,38 %
31576 |
Николай Дудогло
(бойондороҡһоҙ) |
31,84 %
19252 |
48,62 %
29874 |
Ирина Влах
(ПКРМ) |
30,96 %
18720 |
|
Һөҙәмтәләре | 56,95 % | 56,83 % |
Гагаузия Башҡаны һайлауҙары (2015)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2015 йылдың 22 мартында алтынсы һайлауҙар үтә. Һайлауҙарҙа 10 кандидат ҡатнаша, күбеһенсә улар үҙ-үҙҙәрен күрһәткән, бары тик ҡайһы берҙәренә сәйәси партиялар теләктәшлек күрһәтә. был һайлауҙар берҙән-бер бер турҙа үткән һайлауҙар була, уларҙа Ирина Влах еңеп сыға (51,11 %)[6].
Гагаузия Башҡаны һайлауҙары (2019)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сираттағы һайлауҙар 2019 йылдың 30 июнендә үткәрелә[7]. Һайлауҙарҙа 4 кеше ҡатнаша, Ирина Влах, 91,27 % (49742 тауыш) менән еңеп сыға[8].
[9].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башка
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Выборы Главы (Башкана) Гагаузии (Гагауз Ери) / alegeri.md . www.e-democracy.md. Дата обращения: 25 август 2019.
- ↑ Выборы Главы (Башкана) Гагаузии (Гагауз Ери) / alegeri.md . www.e-democracy.md. Дата обращения: 25 август 2019.
- ↑ Выборы Главы (Башкана) Гагаузии (Гагауз Ери) / alegeri.md . www.e-democracy.md. Дата обращения: 25 август 2019.
- ↑ Выборы Башкана Гагаузии 2006 года / alegeri.md . www.e-democracy.md. Дата обращения: 25 август 2019.
- ↑ Выборы Башкана Гагаузии 2010 года / alegeri.md . www.e-democracy.md. Дата обращения: 25 август 2019.
- ↑ Выборы Главы (Башкана) Гагаузии (Гагауз Ери) 22 марта 2015 года / alegeri.md . www.e-democracy.md. Дата обращения: 25 август 2019.
- ↑ Пресс-служба. ДАТА ВЫБОРОВ БАШКАНА ПЕРЕНЕСЕНА . halktoplushu.md. Дата обращения: 4 июль 2019. 2019 йыл 4 июль архивланған.
- ↑ Гагаузия-официальный сайт. // Правовые основы . www.gagauzia.md. Дата обращения: 4 июль 2019. 2013 йыл 4 ноябрь архивланған.
- ↑ Вице-премьер России поздравил Влах с победой на выборах главы Гагаузии . РИА Новости (20190701T0938+0300Z). Дата обращения: 4 июль 2019.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Выборы Башкана Гагаузии @ alegeri.md
- Выборы Башкана Гагаузии в 2015 году @ alegeri.md