Эстәлеккә күсергә

Байым (Әбйәлил районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Байым
рус. Баимово
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Әбйәлил

Ауыл советы

Байым

Координаталар

53°43′47″ с. ш. 58°50′26″ в. д.HGЯO

Халҡы

1015[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453611

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 201 813 001

ОКТМО коды

80 601 413 101

ГКГН номеры

0523611

Байым (Рәсәй)
Байым
Байым
Байым (Әбйәлил районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Байым

Байым — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл, Байым ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 1083 кеше[2]. Почта индексы — 453611, ОКАТО коды — 80201813001.


  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 67 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ташбулат): 10 км

Байым ауылы Кесе Ҡыҙыл йылғаһы буйында, район үҙәге Асҡар ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа 67 километр һәм тимер юл станцияһы Ташбулат ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 10 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Байым ауылына Нуғай даруғаһы Күбәләк улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Ауыл 1740 йылдан билдәле. Ауыл Күбәләк улусы старшинаһы, тархан Байым Ҡыҙраев исемен йөрөтә. Уның олатаһы Төрмәмбәт Ялтиков кенәз булған. Байымдың улдары — Абҙан (уның улы Сәлих), Әбдүкәй, 1761 йылғы (уның балалары Мөхәмәтйәр, Мөхәмәткәрим, Йәһүҙә) һәм 1762 йылғы Ҡаҙымбәт билдәле. Улар 5 ауыл ингән 21-се йортта «тәртип һәм тынлыҡ өсөн» яуаплы йорт йөҙ баштары (сотник) булып хеҙмәт иткән. 1773 йылдан, атаһы отставкаға киткәндән һуң, Абҙан улус старшинаһы булып китә. 1795 йылда 19 хужалыҡта 158 кеше йәшәгән. Х ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылдың 86 хужалығында 253 ир һәм 249 ҡатын йәшәгән. Йәйләүгә байымдар Туйыш ауылы халҡы менән бергәләп сыҡҡан. Оло Ҡыҙыл йылғаһы буйында тирмән эшләгән.

1755 йылдың 15 майында Бөрйән улусыһында ихтилал башлана, ул бөтә Башҡортостанға тарала. Неплюев уны баҫтырыу өсөн бер нисә полк ебәрә. Бер полк командиры Исаковҡа «баш күтәреүселәр торлаҡтарында тамыр табырға һәм юҡ итергә» бойороҡ бирелә. 1755 йылдың 15 майында Бөрйән улусыһында ихтилал башлана, ул бөтә Башҡортостанға тарала. Неплюев уны баҫтырыу өсөн бер нисә полк ебәрә. Бер полк командиры Исаковҡа «баш күтәреүселәр торлаҡтарында тамыр табырға һәм юҡ итергә» бойороҡ бирелә. Ҡыҙыл ҡәлғәһендә наряд менән хеҙмәт иткән Байым тархан Ҡыҙраевты Исаков тарафынан ҡулға алына. Исаков башҡорт старшинаһын «йәшерен бүре» тип һанай һәм уны ике тапҡыр язалай. Байым тархан «вәхшиҙәрсә һындырылған». «Тоғролоҡ» өсөн ҡылыс менән бүләкләнгән, батша хөкүмәтенә тоғро старшина менән шулай мөғәләмә иткәндәр.

«Абруйлы һәм затлы» Байым тарханға академик Иван Лепехин 1770 йылдың 18—19 июнендә килә. Ул саҡта старшина Белорет заводынан 15 саҡрым алыҫлыҡта йәйләүҙә була. Уның байлығы, йылҡы өйөрҙәре тураһында И. Лепёхин яҙмаларында ла мәғлүмәттәр табырға мөмкин.

Байым Ҡыҙраев оҫта «мәғдән белгесе» лә була. 1740 йылда Ул штейгер Марковҡа һәм тәржемәсе Роман Уразлинға Яйыҡ йылғаһының һул ярында урынлашҡан Әтәс тауында тимер мәғдәне урынлашҡанын күрһәтә. 100 бот «магнит ташын» — мәғдәнде һынау яҡшы һөҙөмтә бирә: 75 бот тимер алына. Артабан был тау Магнит тип атала, совет власы йылдарында айырыуса билдәлелек ала. Шул уҡ тархандан завод хужалары Иван Мясников менән Иван Твердышев Ейәнбай ауылы янындағы тимер мәғдәне ятыуы тураһында белә.

Байымдар 14-се полкты ойоштороуҙа һәм уны Наполеонға ҡаршы һуғышҡан армияла хеҙмәт иткән. Шуларҙың береһе Шәғәрәзе Тунынбаев Парижды алған өсөн көмөш миҙал менән бүләкләнә.

Пугачёв етәкселегендә Крәҫтиәндәр һуғышы йылдарында старшина Байым Ҡыҙраев, үҙенең данлыҡлы сығышына ҡарамаҫтан, үпкәләүҙәрен иҫенә төшөрөп, баш күтәреүселәр яғына баҫа. 1774 йылдың апрель баштарында Пугачёв уға атлы отрядтарҙы баш күтәреүселәр ғәскәренә оҙатыуҙы ойоштороу үтенесе менән хат ебәрә. Ҡыҙраев Пугачёвҡа, «уны ҡунаҡҡа саҡырырға» йөҙ кешелек команда менән бара. Пугачёвтың хәрби коллегияһы баш күтәреүсе полковник Байым тарханды Башҡортостан судьяһы итеп тәғәйенләй.

Язалау ғәскәрҙәре корпусының баш командующийы генерал-лейтенант Ф. Ф. Щербатов 1774 йылдың 11 майында императрица Екатерина II-гә докладында Байым тарханды башҡаларға айырыуса ҙур йоғонто яһағаны өсөн башҡорт старшиналарының «рухи начальнигы» тип атай.

1795 йылда ауылдағы 19 йортта 158 кеше, 1866 йылда 86 хужалыҡта — 473 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Байымдар Рәхмәттәргә ҡарағанда етешерәк йәшәгәндәр. 393 кеше йәшәгән 65 йортҡа 500 ат, 220 һыйыр, 246 һарыҡ, 35 кәзә тура килгән. Күсмә тормошта байымдар Туйыш ауылы халҡы менән бергә булған. Игенселек өсөн эшкәртелгән һөрөнтө ер 290 дисәтинәгә тиң булған. 1843 йылда улар 360 бот ужым һәм 2968 бот яҙғы иген сәскән. Сәсеүҙең байтаҡ өлөшө өс кешегә тура килгән — Тажетдин Мөхәмәткилдин 180 бот, Хөснөтдин Мөхәмәтшәрипов 187 бот һәм Абдулвахит Абдрахманов 206 бот сәскән.

1900 йылда шулай уҡ һыу тирмәне теркәлгән[4].

Халыҡ иҫәбе
2002[5]2009[5]2010[1]
98211831015
Милли составы

2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, халыҡтың күпселеге — башҡорттар (99 %)[6].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) 458
1920 йыл 26 август 567
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 531
1959 йыл 15 ғинуар 643
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 913
2002 йыл 9 октябрь 982
2010 йыл 14 октябрь 1015 495 520 48,8 51,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Байым ауылында урта мәктәп, Асҡар сәнғәт мәктәбенең филиалы, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, Мәҙәниәт йорто (башҡорт халыҡ театры), китапхана, мәсет бар[7].

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Дуҫлыҡ урамы (рус.  Дружбы (улица)
  • Зөлфәр Махиянов урамы (рус.  Зульфара Махиянова (улица)
  • Миңлеғәли Шайморатов урамы (рус.  Минигали Шаймуратова (улица)
  • Тыныслыҡ урамы (рус.  Мира (улица)
  • 1-се Йәштәр урамы (рус.  Молодежная 1-я (улица)
  • 2-се Йәштәр урамы (рус.  Молодежная 2-я (улица)
  • 3-сө Йәштәр урамы (рус.  Молодежная 3-я (улица)
  • 4-се Йәштәр урамы (рус.  Молодежная 4-я (улица)
  • 5-се Йәштәр урамы (рус.  Молодежная 5-я (улица)
  • Партизан урамы (рус.  Партизанская (улица)
  • Ялан урамы (рус.  Полевая (улица)
  • Салауат Юлаев урамы (рус.  Салавата Юлаева (улица)
  • Үҙәк урам (рус.  Центральная (улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица)[9]
  • Бер һәйкәл тарихы[10]
  • Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр. (Миңлеғәле Ишмөхәмәт улы Ғүмәров)[11]
  • Байым инәйҙәре — ауыл биҙәге[12]
  • Булдыҡлы ғаилә — ауылдың киләсәге[13]
  1. 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Байым (Әбйәлил районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. 5,0 5,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  6. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
  7. Байым (Әбйәлил районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  8. personalii-baim.-s-s_.docx Исторические личности Баимовского сельского совета
  9. Улицы
  10. БЕР ҺӘЙКӘЛ ТАРИХЫ
  11. Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр 2023 йыл 1 февраль архивланған.
  12. Байым инәйҙәре — ауыл биҙәге
  13. Булдыҡлы ғаилә — ауылдың киләсәге