Эстәлеккә күсергә

Арыҫланов Нурамбәк Ғиниәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Арыҫланов Нурамбәк Ғиниәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 июль 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Кинйәабыҙ ауылы
Вафат булған көнө 30 июнь 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (83 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим

Арыҫланов Нурамбәк Ғиниәт улы (15 июль 1928 йыл — 30 июнь 2012 йыл) — ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы (2002), иҡтисад фәндәре докторы (1985), профессор (1987), Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм Башҡорт АССР-ының (1981) атҡаҙанған фән эшмәкәре.

Нурамбәк Ғиниәт улы Арыҫланов 1928 йылдың 15 июлендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы) Кинйәабыҙ ауылында тыуған. Сығышы менән Арыҫлановтар нәҫеленән.

1954 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһын тамамлай.

Эш урыны: 1959 йылда СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы иҡтисади тикшеренеү бүлегендә ғилми хеҙмәткәр; БАССР-ҙың Ауыл хужалығы министрлығында идаралыҡ начальнигы (1962—1966); 1966 йылдан — Башҡортостан ауыл хужалығы институтында кафедра мөдире; бер үк ваҡытта Социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институтының (ИСЭЙ) (1991—1994), Башҡортостан малсылыҡ һәм йылҡысылыҡ ғилми-тикшеренеү һәм проектлау-технологик институтының (БНИПТИЖ) (1995—1998) етәксе ғилми хеҙмәткәре.

Арыҫланов Нурамбәк Ғиниәт улының фәнни тикшеренеү йүнәлештәре: баҙар иҡтисады шарттарында агросәнәғәт производствоһын ойоштороу, Башҡортостан Республикаһы аграр секторының иҡтисади һөҙөмтәлелеген арттырыу.

Уның докторлыҡ диссертацияһы темаһы «Проблемы экономической эффективности молочного скотоводства в условиях его индустриализации (Вопросы теории, методология анализа и пути повышения)».

Арыҫланов Нурамбәк Ғиниәт улы — 150-нән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 12 монография авторы.

  • Внедрение передовой технологии в колхозах и совхозах. Өфө, 1963 (авторҙаш).
  • Снижение себестоимости молочной продукции. Өфө, 1964.
  • Пути повышения эффективности сельскохозяйственного производства в БАССР. Өфө, 1972.
  • Эффективность молочного скотоводства на современном этапе НТП (Вопросы теории, методологии анализа и пути повышения). Өфө, 1981.
  • Проблемы перестройки агропромышленного производства и развитие земельных ��тношений. Өфө:, 2002.
  • Недорезков В. Д., Зиязетдинов Р. М. Башкирский государственный аграрный университет: История. Современность. Уфа: 2000.