Ҙур ала тумыртҡа[1][2] (лат. Dendrocopos major) — тумыртҡалар ғаиләһендәге ҡош. Ҙур сыбар тумыртҡа, туҡран, туҡыртма. Сыйырсыҡтан ҙурыраҡ. Ҡара ҡанаттарында аҡ һыҙыҡтар бар, һырты ҡара. Кәүҙәһенең аҫ яғы аҡ. Түбәһе һәм ҡойроҡ аҫты сағыу ҡыҙыл. Суҡышынан аҫҡараҡ төшкән ҡара һыҙыҡ, ике; яҡтан килеп, елкәһендә тоташа. Ваҡ ала тумыртҡанан байтаҡ ҙур.

Ҙур ала тумыртҡа
Самец
Самец
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Dendrocopos major (Linnaeus, 1758)

Ареал
изображение
Һаҡлау статусы
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 141705

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр

Тауышы яңғырауыҡлы әсе: «кик-кик-кик».

Урманда йәшәй. Ағастағы бөжәктәр, уларҙың ҡурсаҡтары менән туҡлана[3] Ултыраҡ ҡош. Киң таралған. Ағас ҡыуыштарында оялай. 5—6 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, ҙур файҙа килтерә.

Урманда оя ҡороусы ваҡ ҡоштарға буш ағас ҡыуышы ҡалдырып, урман экологияһында мөһим роль уйнай[4]. Көҙ һәм ҡыш ҡош үҫемлектәр менән туҡлана. Ылыҫлы тоҡомдары булған урмандарҙа уларҙың төп аҙығы — ҡарағай, шыршы һәм ҡарағас орлоҡтары. Тубырсыҡты суҡыу өсөн махсус бүленгән урын — ағас айырсаһы, ҡабыҡтағы ярыҡ файҙаланыла. Көньяҡ киң япраҡлы урмандарҙа тумыртҡа сәтләүек һәм һөйәкле емештәрҙе аҙыҡ итеп ҡулланалар.

Үрсеү миҙгеле март аҙағынан июнгә тиклем. Оя ҡороу алдынан ҡоштар шау-шыу күтәрә. Ике ҡош бер-бер артлы ике аҙна тирәһе баҫа. Ҡош балаларының башта тауышы ишетелмәй, әммә оянан осоп китеү алдынаш ҡысҡырыша башлайҙар. Июнь айында 3 аҙна самаһы булғас, оянан осоп сығалар.

Ҙур таплы тумыртҡаның «барабан һуғыуы» ҡыҫҡа, ҡапыл баҫыла

Ярайһы уҡ шарылдаҡ ҡош. Уның тауышы йылдың теләһә ҡайһы ваҡытында һәм төрлө осраҡтарҙа ишетелә: парлашыу алдынан, территориаль бәхәс, ҡурҡыу, оя күрһәтеү. Ҡыш тумыртҡаның әүҙемлеге йыш ҡына тубырсыҡтарҙы ваҡлағанда арта. Ата һәм инә заттарҙың тауышыы бер-береһенән айырылмай, шулай ҙа ата заттар, ғөмүмән, йышыраҡ һәм көсөргәнешле ҡысҡыра[5]. Ҡайһы ваҡыт тулҡынланған ҡош был тауышты бер нисә тапҡыр тиҙ-тиҙ генә яңғырата Йыш ҡына ҡайһы бер модификациялы киҫкен һәм айырым «ҡыйҡ» й!ки "кр-кр-кр… тигән тауыштарҙы ишетергә мөмкин[6]. Һауа Яҡшы торошо яҡшы булғанда уларҙың тауышын 1,5 км алыҫлыҡта ишетергә була[7].

Таралыуы

үҙгәртергә
 
Тумыртҡаһының иң яратып йәшәгән урындарының береһе — ҡарағай урманы

Палеарктиканың күпселек өлөшөндә киң таралған. Африкала Алжирҙың, Тунистың көньяғында Оло Атласҡа тиклем, Мароккола, Канар утрауҙарында Тенерифе һәм Гран-Канария утрауҙарында йәшәй. Ирландияның бейек райондарынан, Скандинавияның төньяғынан һәм Рәсәй Арктикаһынан, шулай уҡ Украинаның дала зонаһынан һәм Рәсәйҙең көньяғынан башҡа, Европала бөтә ерҙә лә тиерлек таралған. Балҡан ярымутрауының көньяҡ өлөшөндә һәм Бәләкәй Азияла спорадик рәүештә таулы урындарҙа осрай. Урта диңгеҙ утрауҙары Сицилияла, Корсикта һәм Сардинияла бар. Кавказда, Кавказ аръяғында һәм Төньяҡ Иранда Каспий диңгеҙенә яҡын урынлашҡан биләмәләрҙә айырым участка бар[8].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Бёме Р. Л., Флинт В. Е. Пятиязычный словарь названий животных. Птицы. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. / под общей редакцией акад. В. Е. Соколова. — М.: Рус. яз., «РУССО», 1994. — С. 196. — 2030 экз. — ISBN 5-200-00643-0.
  2. Коблик Е. А.; Редькин Я. А.; Архипов В. Ю. Список птиц Российской Федерации. — М.: Т-во научных изданий КМК, 2006. — С. 137.
  3. Гладков Н. А., Дементьев Г. П., Михеев А. В., Иноземцев А. А. Жизнь животных. — М.: Просвещение, 1970. — Т. 5. Птицы. — С. 445—447.
  4. Бутьев В. Т., Зубков Н. И., Иванчев В. П., Коблик Е. А., Ковшарь А. Ф., Котюков Ю. В., Люлеева Д. С., Назаров Ю. Н., Нечаев В. А., Приклонский С. Г., Пукинский Ю. Б., Рустамов А. К., Сорокин А. Г., Фридман В. С. Совообразные, Козодоеобразные, Стрижеобразные, Ракшеобразные, Удодообразные, Дятлообразные // Птицы России и сопредельных регионов. — М.: Товарищество научных изданий КМК, 2005. — С. 328.
  5. Cramp S., K. E. L. Simmons. Vol. IV — Terns to Woodpeckers // The Birds of the Western Palearctic. — Oxford University Press, 1986. — P. 866.
  6. Рябицев В. К. Птицы Урала, Приуралья и Западной Сибири: Справочник-определитель. — Екатеринбург: Изд-во Уральского университета, 2001. — С. 342—343. — ISBN 5-7525-0825-8.
  7. Мальчевский А. С., Пукинский Ю. Б. Птицы Ленинградской области и сопредельных территорий. — Л.: Издательство Ленинградского университета, 1983.
  8. Winkler, Hans; Christie, David; Nurney, David. Woodpeckers: An Identification Guide to the Woodpeckers of the World. — Houghton Mifflin, 1995. — P. 273—276.
  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө, 1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90
  • Бутьев В. Т., Зубков Н. И., Иванчев В. П., Коблик Е. А., Ковшарь А. Ф., Котюков Ю. В., Люлеева Д. С., Назаров Ю. Н., Нечаев В. А., Приклонский С. Г., Пукинский Ю. Б., Рустамов А. К., Сорокин А. Г., Фридман В. С. Совообразные, Козодоеобразные, Стрижеобразные, Ракшеобразные, Удодообразные, Дятлообразные // Птицы России и сопредельных регионов. — М.: Товарищество научных изданий КМК, 2005. — С. 328—353. — ISBN 5-87317-198-X.
  • Гладков Н. А., Дементьев Г. П., Михеев А. В., Иноземцев А. А. Жизнь животных. — М.: Просвещение, 1970. — Т. 5. Птицы. — С. 445—447.
  • Дементьев Г. П., Гладков Н. А. Птицы Советского Союза. — Советская наука, 1951. — Т. 1. — С. 575—585.
  • Коблик Е. А. Разнообразие птиц (по материалам экспозиции Зоологического музея МГУ. — Изд. МГУ, 2001. — Т. Ч. 3 (Отряды Совообразные, Козодоеобразные, Стрижеобразные, Птицы-мыши, Трогонообразные, Ракшеобразные, Дятлообразные, Воробьинообразные (сем. Древолазовые-Пересмешниковые)). — 358 с. — ISBN 5-211-04072-4.
  • Мальчевский А. С., Пукинский Ю. Б. Птицы Ленинградской области и сопредельных территорий. — Л.: Издательство Ленинградского университета, 1983.
  • Рябицев В. К. Птицы Урала, Приуралья и Западной Сибири: Справочник-определитель. — Екатеринбург: Изд-во Уральского университета, 2001. — С. 342—343. — ISBN 5-7525-0825-8.
  • Степанян Л. С. Конспект орнитологической фауны России и сопредельных территорий. — Москва: Академкнига, 2003. — 808 с. — ISBN 5-94628-093-7.
  • Cramp S., K. E. L. Simmons. Vol. IV — Terns to Woodpeckers // The Birds of the Western Palearctic. — Oxford University Press, 1986. — P. 856—873. — ISBN 0198575076. (инг.)
  • Mullarney, Killian; Lars Svensson; Dan Zetterström & Peter J. Grant. Birds of Europe. — United States: Princeton University Press, 2000. — 400 p. — ISBN 978-0-691-05054-6. (инг.)
  • Winkler, Hans; Christie, David; Nurney, David. Woodpeckers: An Identification Guide to the Woodpeckers of the World. — Houghton Mifflin, 1995. — P. 273—276. — ISBN 0395720435. (инг.)
  • Winkler, Hans; Christie, David A. 2002. Family Picidae (Woodpeckers) in del Hoyo, J., Elliott, A., & Sargatal, J., eds. Volume 7: Jacamars to Woodpeckers // Handbook of the birds of the world. — Barcelona: Lynx Edicions, 2002. — ISBN 84-87334-37-7. (инг.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә